Пелёнкино күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Пелёнкино күле
Морфометрия
Иң тәрән урыныәҙерәк 1 м
Урынлашыуы
47°00′27″ с. ш. 39°27′49″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыРостов өлкәһе
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Аҙау районы
Рәсәй
Точка
Пелёнкино күле
Ростов өлкәһе
Точка
Пелёнкино күле
 Пелёнкино күле Викимилектә

Пелёнкино күле [1][2] (башҡа сағанаҡтарҙа Пилёнкино[3], Тоҙло күл) — Аҙау ҡалаһынан көньяҡтараҡ 10 км һәм Аҙау диңгеҙенә ҡойған Кагальник йылғаһынан ярты саҡрым тирәһе йырыҡлыҡта урынлашҡан. Ошо йылғаның иҫке үҙәне (ерик). Тоташып торған ең формаһында. Күлгә иң яҡын тораҡ — Аҙау районының Платоно-Петровка ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1780 йылда дворянин һәм тәьминәтсе (12 класслы провиантмейстер) Яков Петрович Пеленкинға Аҙау янынан ер бүлеп бирелә. Хәҙерге ваҡытта был ерҙә Пеленкин нигеҙләгән Петровское ауылы ултыра. Ул мәлдә, тап ошо ерҙә Аҙау ҡалаһынан Кубань аша Кавказға оло юл үткән була. Ә үҙенең йортон Пеленкин күл эргәһендә төҙөтә.

Бер ваҡыт, помещик күл һыуының шифаһы тураһында белеп ҡала. Крәҫтиәндәр уға, аттарҙы күлдә йөҙҙөрһәң, бар сирҙәренән дә дауалап була икәнен һөйләйҙәр.

XX быуаттың беренсе яртыһынан күлдең даны тирә яҡҡа тарала башлай.1923 йылда ғалимдар күлдең ләменә тикшеренеү үткәрәләр. Һөҙөмтәһе шаҡ ҡатыра: сифаты, дауалау һәләте менән бындағы ләм донъялағы данлыҡлы сығанаҡтарҙан һис тә ҡалышмай икән.

1925 йылда «Тоҙло күл» («Солёное озеро») курорты эшләй башлай. Унда 20 ванна ултыртыла. Үҙендә электростанция эшләй. Һыу үткәргес ҡуйыла. Пациенттар өсөн ике корпус төҙөлә.Санаторийҙа бер ыңғайҙан 120 кеше дауалана алған[4].

Аҙауҙағы крайҙы өйрәнеү музейендә ХХ быуат баштарынан гәзит киҫентеләре һәм реклама биттәре һаҡланып ҡалған. 1928 йылғы рекламала ошондай яҙыу һаҡланған: «Курорт ишектәре бөтә төр сирлеләр өсөн дә асыҡ.Ләм менән дауаланғанда ентекле итеп аңлатмалар, күрһәтмәләр бирелә. Урында аҙыҡ продукттары осһоҙ. Иҫ китмәле саф дала һауаһы»[5].

Бында быуындарҙы, тире ауырыуҙарын, рахит һәм түлһеҙлектән дауалағандар. Тик был санаторий дүрт йыл ғына эшләй ҙә, аҙаҡ ябыла.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940-сы йылдарҙа күлдең ярҙары сағыштырмаса текә, бейеклектәре 1 м тирәһе була. Күлдең тәрәнлеге 1 м-ҙан артмай.

Төбөндәге ләме йомшаҡ ҡына майланып тора. Ҡарараҡ төҫтә, көкөртлө водород еҫе сығып тора. Ҡалынлығы 40-50 см самаһы. Унан аҫтараҡ,1,5-2,0 м тирәһе ҡатлам булып һорғолт төҫтәге ләм ята.

Яҙғыһын күл йылғаларҙағы ташҡын һыуҙар менән тулыланып ҡала.[3].

Ләмендәге тоҙҙар Груз күленекенән (Грузское озеро) әҙерәк. Шулай ҙа, Пелёнкин күле дауалау һәләтлегенә эйә. Шул уҡ ваҡытта, күп кенә профессиональ врачтар күлдең шифаһына шикләнеп ҡарайҙар.

Һуғыштан алдағы йылдарҙа санаторийҙың үҙ ашханаһы булған. Әле унда туризм яйға һалынмаған. Шулай ҙа, күл туристарҙың яратып килгән урыны. Бигерәк тә, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Прибалтиканан киләләр[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Руслан Мельников Как грязевой курорт на Дону завоевал популярность у туристов
  2. П. КАШИНСКИЙ, К. ЛИСИЦЫН. ПЕЛЁНКИНО ОЗЕРО И ЕГО ОБСЛУЖИВАЮЩИЕ АЗОВСКУЮ ГРЯЗЕЛЕЧЕБНИЦУ МАТЕРИАЛЫ(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Яцута К. З. Природа Ростовской области(недоступная ссылка) — Ростов-на-Дону: Ростовское областное книгоиздательство, 1940 — с. 310
  4. Галина ШЕФЕР. Семь чудес земли Донской. Уникальные места Ростовской области. www.rostov.aif.ru. Дата обращения: 18 февраль 2017.
  5. Елена Александровна Пугачёва, Алексей Сергеевич Злыгостев. Ergonomic-Data.com , E-Mail webmaster@historic.ru. Лечебные грязи озера Пелёнкино. rostov-region.ru. Дата обращения: 18 февраль 2017.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]