Эстәлеккә күсергә

Петербург заставаһы янында кордегардия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петербург заставаһы янында кордегардия
Нигеҙләү датаһы 1834
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Новгород
Архитектор Рерберг, Фёдор Иванович[d]
Архитектура стиле Классицизм
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород, часть 1[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Большая Санкт-Петербургская улица, 20
Карта
 Петербург заставаһы янында кордегардия Викимилектә

Николай I вензеле
Кордегардия, 1912 йыл

Петербург заставаһы янында кордегардия — Санкт-Петербург яғынан Новгород ҡалаһы сиктәрен билдәләгән ҡарауыл йорто. Ҙур Санкт-Петербург урамдында урынлашҡан

1763 йылда Екатерина II "Һәр губерна буйынса махсус пландар төҙөүе һәм урамдары тураһында" ғы указы сыға. «Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаһында таш төҙөлөшө комисияһы» Новгород ҡалаһының генераль планын эшләй, ул 1778 йылдың 16 июнендә раҫлана

Төп урамдар һәм эргә-тирәләге майҙандарҙы төҙөү менән бер рәттән ҡаланың "ҡапҡаларын" төҙөүгә лә иғтибар бүленә: Новгородҡа инеүҙе һәм унан сығыуҙы контролдә тотҡан Мәскәү, Петербург һәм Псков яғынан заставалар барлыҡҡа килә.

1834 йылда Санкт-Петербург яғынан ике таш ҡарауыл бинаһы үҙгәртеп ҡорола. Был хаҡта Рәсәй дәүләт хәрби-тарихи архив мәғлүмәттәрен белгестәр таба. Һыҙыу эштәрендә директорҙың генерал-майор , Ф. И. Рербергҙың ҡултамғаһы була

Үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә элек йәмһеҙ булған ҡарауыл өйҙәре ҡаланың биҙәгенә әйләнә. Ҡарауыл йорттары юлдың ике яғынан урынлаша, унда фонарь бағаналары менән туранан-тура суйын кәртә йәнәш тора, ә улар араһында шлагбаум була. Бында ҡарауыл һалдаттары Новгородҡа инеүселәрҙең документтарын тикшергән.

Әлеге ваҡытта Петербург заставаһы ҡоролмаларынан кордегардияның ике бинаһының тик береһе һаҡланып ҡалған.

2017 йылдың май аҙағында — июль башында бинала Рәсәй оппозиция сәйәсмәне Алексей Навальныйҙың һайлау алды штабы урынлаша[2].

Кордегардия фасадтарының биҙәлеше рус классицизмы стилендә башҡарылған.

Бинаның төньяҡ һәм көньяҡ фасадтары бер иш төҙөлгән. Ике фасад та уртаһында арка нишаһына эйә, ул дорик ордерлы пилястралар менән биҙәлгән, уртаһында тәҙрә урынлашҡан. Өҫкө өлөшө Новогрод гербы рәүешендәге барельеф менән биҙәлгән. Уның архивольты өҫтөнән триглиф һәм метоптар менән фриз үтә. Фасадтарҙың өҫтөн өс мөйөшлө фронтондар тамамлай. Фасад тимпандарын ҡалҡан менән ике башлы бөркөт горельефы биҙәй, унда Николай I вензеле һүрәтләнгән.

Юлға сыҡҡан көнбайыш фасадта кордегардияға төп инеү урыны урынлашҡан, уны дорик ордерҙың ике бағанаһы менән ярым түңәрәк лоджия биҙәй. Лоджияның өҫкө өлөшө фронтондар кеүек үк горельеф менән биҙәлгән.

Ситтәре буйлап фасадтарҙы киҫешкән ҡылыстар менән һылап эшләнгән түңәрәк ҡалҡандар биҙәй.