Эстәлеккә күсергә

Петрич (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петрич
болг. Петрич[1]
болг. Пѐтрич[1]
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Petrich[2] һәм Петрич[1]
Дәүләт  Болгария
Административ үҙәге Петрич[d]
Административ-территориаль берәмек Петрич[d][2]
Халыҡ һаны 25 888 кеше (31 декабрь 2025)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 168 ± 1 метр
Майҙан 80,421 км²[4]
Почта индексы 2850
Рәсми сайт petrich.egov.bg
Вики-проект Проект:Болгария[d]
Урындағы телефон коды 0745
Номер тамғаһы коды E
Категория для почётных граждан субъекта Q32823115?
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Petrich[d]
Карта
 Петрич Викимилектә

Петрич (болг. Петрич) — Болгарияның Благоевград өлкәһендәге ҡала. Петрич общинаһының административ үҙәге. Благоевград ҡалаһының үҙәгенән яҡынса 70 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. 2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы ҡалала 28 902 кеше йәшәгән[5]. Петрич — халыҡ һаны буйынса Благоевградтан һуң өлкәлә икенсе ҡала. Болгарияның көньяҡ-көнбайышында Петрич һөҙәгендә, Греция һәм Македония сигенән алыҫ түгел, Беласица тауҙарының төньяҡ битләүҙәрендә ята. Ҡала эргәһендә Струмешницы йылғаһының ҡушылдығы Луда Мара йылғаһы аға.

Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 130-305 метр, урта диңгеҙ буйы климаты хас. Уртаса йыллыҡ температура +13,9 °C, уртаса ғинуар температураһы +2,6 °C, июлдә уртаса температура +25,6 °C. Уртаса яуым — төшөм күләме - 670 мм, ҡышын максимум — 204 мм, ә йәйен — 103 мм. Ҡышын ҡар юҡ тиерлек, ә йәй шаҡтай эҫе.

Археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәләре буйынса яҡын тирә биләмәләрендә бер нисә боронғо фракия ултыраҡтары асыҡланған. Петрич урынында беренсе ултыраҡтар X—XI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән, ә әһәмиәтле тораҡ пункты һәм төбәк үҙәге булараҡ ул XII—XIV быуаттарҙа була[6].

Беренсе Болгар батшалығы составына Петрич крайы 837 йылда Персиан хандың Византия менән һуғышы һөҙөмтәһендә инә.

Петрич ҡалаһының халыҡ һаны динамикаһы[5]
Йыл 1934 1946 1956 1965 1975 1985 1992 2001 2011
Кеше 10120 13493 16401 20639 24379 26482 27659 29606 28902
Халыҡтың милли составы (2011 йылға)[7]:
Милләте Кеше Процент
болгарҙар 23967 90,25%
төрөктәр 86 0,32%
сиғандар 2309 8,69%
башҡалар 78 0,29%
билдәләнмәгән. 116 0,44%
Бөтә яуаптар 26556
  • Александр Унев — болгар уҡытыусыһы һәм Эске- македон-одрин революцион ойошмаһы эшмәкәре. 1907—1908 уҡыу йылында Петрич училищеһында француз теле уҡытыусыһы булған. Бында ойошманың етәкселек органы префектураһын етәкләй[8]
  • Ванга (31.01.1911—11.08.1996) — күрәҙәсе.
  • Кирил Терзиев (1993 р-ны) — көрәшсе, Олимпиада-2008 бронза призеры
  • Эвелина Николова (1993) — ҡатын-ҡыҙҙар ирекле көрәше буйынса болгар спортсыһы


  1. 1 2 3 Националният регистър на населените места (болг.)
  2. 1 2 Националният регистър на населените места (болг.)
  3. ↑ http://www.nsi.bg/bg/node/2973/ — Национальный статистический институт.
  4. ↑ Националният регистър на населените места (болг.)
  5. 1 2 Справка за населението на гр. Петрич, общ. Петрич, обл. Благоевград (болг.). Дата обращения: 4 февраль 2018. 2018 йыл 12 июнь архивланған.
  6. ↑
  7. ↑ "&"Национален статистически институт. Население по области, общини, населени места и самоопределение по етническа принадлежност към 01.02.2011 г. (болг.). Дата обращения: 18 март 2012. Архивировано 5 апрель 2013 года. 2012 йыл 22 апрель архивланған.
  8. ↑
    Бычвараво, Димитрина. Йыр буйынса диренок н една. — : Петрич вековет през. София, 1999. 36. с.