Эстәлеккә күсергә

Пивикова Вера Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вера Васильевна Пивикова
Файл:Пивикова Вера Васильевна.jpg
Тыуған көнө

1916({{padleft:1916|4|0}})

Тыуған урыны

Башмаково, Пенза өлкәһе

Вафат булған көнө

6 март 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Вафат булған урыны

Барнаул, Алтай крайы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР,
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

эшселәр бригадиры

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 26.04.1971
Ленин ордены — 26.04.1971 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Пивикова Вера Васильевна (1916 — 6 март 2000) — совет аҙыҡ-түлек сәнәғәте алдынғыһы, РСФСР ит һәм һөт сәнәғәте министрлығының Алтай крайы Барнаул ит комбинаты эшселәре бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

1916 йылда Пенза өлкәһенең Башмаково ауылында урыҫ крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң фабрика-завод мәктәбендә уҡый.

1937 йылда йүнәлтмә буйынса Алтай крайының Славгород ҡалаһына ҡош фабрикаһына ебәрелә. 1940 йылға тиклем йомортҡа сортлаусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡош ҡараусы булып, һуңынан хәрби госпиталдә санитарка булып эшләй. Госпиталдың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана, донор була.

1946 йылдан Барнаул ит комбинатында эшләй. Тәүҙә ҡош сортлаусы, һуңынан бригадир була. Йәш белгестәрҙең яҡшы остазы була. 1950 йылдан КПСС ағзаһы.

1971 йылдың 26 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм яҡшы производство күрһәткестәре өсөн, Вера Васильевна Пивиковаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Ит комбинатында эшләүен дауам итә. Барнаул ҡалаһының Ленин район Советы депутаты итеп һайлана[1].

Барнаул ҡалаһында йәшәй. 2000 йылдың 6 мартында вафат була.

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (26.04.1971)

- Ленин ордены (26.04.1971)

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (26.04.1971)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

- Халыҡтар Дуҫлығы ордены

- башҡа миҙалдар.

  • Пензенцы — Герои Социалистического Труда. — Пенза, 1988.
  • Трудовая слава Алтая. — Барнаул, 1985.
  • Суханов Л. Щедрость. //Герои труда. — Барнаул, 1973. — С. 98 — 104: портр.
  • Суханов А. По логике долга. //Алтайская правда. — 1972. — 29 февр.".