Пинкевич Альберт Петрович
Альберт Петрович Пинкевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
25 декабрь 1937 (53 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институты |
Альма-матер |
Ҡазан университетының физика-математика факультеты (1909) |
Ғилми дәрәжәһе |
педагогия фәндәре докторы |
Награда һәм премиялары |
Почётная грамота ЦИК СССР |
Пинкевич Альберт Петрович (24 декабрь 1883 [5 ғинуар 1884] — 25 декабрь 1937 йыл) — педагог-ғалим. Хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһындағы А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетын ойоштороусы һәм уның тәүге ректоры (1918—1920), хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетын ойоштороусы һәм уның тәүге ректоры (1920—1921). Педагогия фәндәре докторы (1935), профессор. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары, уҡыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альберт Петрович Пинкевич 1884 йылдың 5 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 1883 йылдың 24 декабрендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының) Орондо ауылында тыуған[1]. Уның атаһы поляк дворяны Пётр Маркович Пинкевич Польшалағы 1863—1864 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн Уралға һөргөнгә ебәрелгән була, әсәһе Эмма Альбертовна (ҡыҙ фамилияһы Бюлова) — Германиянан килеп, Урал заводтарында эшләгән ҡорал оҫтаһының ейәнсәре. Католик йолаһы буйынса суҡындырыла, һәм уға Альберт-Адам исеме бирелә[2].
1893—1902 йылдарҙа Өфө гимназияһында уҡый, уны көмөш миҙалға тамамлай һәм Ҡазан университетының физика-математика факультетындағы тәбиғи фәндәр бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдың йылдарында бер нисә экспедицияла ҡатнаша: 1903 йылдың йәйендәге оҙайлы экскурсия ваҡытында Волга йылғаһы буйлап кәмәлә Ҡазандан Сызранға тиклем ағып төшөп, үҫемлектәр донъяһын һәм геология объекттарын өйрәнә, ә 1904 һәм 1905 йылдарҙа Ҡазан тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәте йүнәлтмәһе буйынса геологик экспедицияларҙа була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Альберт Петрович Пинкевич. Библиография. Дата обращения: 12 июнь 2015. Архивировано 16 ғинуар 2017 года.
- ↑ Волков В. С., 2007, с. 25
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Альберт Петрович Пинкевич (1926—1930) // Ректоры МПГУ. 1872—2000: Очерки. — М.: Магистер-Пресс, 2000. — С. 73-93. — ISBN 5-89317-146-2.
- Волков В. С. Первый ректор Третьего педагогического института в Петрограде: страницы жизни А. П. Пинкевича. — С-Пб.: Изд-во РГПУ им. А. И. Герцена, 2007. — 584 с. — ISBN 978-5-8064-1203-2.
- Главацкий М. Е. Первый ректор Уральского университета // Известия Уральского государственного университета. — 2004. — № 29. — С. 188-192. Архивировано из первоисточника 12 март 2017.
- Мазур В. А. Ректоры Уральского государственного университета. — Екатеринбург: Изд-во Уральского ун-та, 2005. — С. 3-4.
- Мяукина Е. А. Проблема гуманизации и демократизации образования, обучения и воспитания в педагогическом наследии А. П. Пинкевича: Диссертация на соискание ученой степени кандидата педагогических наук: 13.00.01. — Пятигорск, 1998. — 177 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пинкевич Альберт Петрович . Летопись Московского университета. Дата обращения: 8 апрель 2018. Архивировано 8 апрель 2018 года.
- Пинкевич Альберт Петрович 2020 йыл 26 июль архивланған.