Питео

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Питео
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Piteå[1]
Дәүләт  Швеция
Административ үҙәге Питео[d]
Административ-территориаль берәмек Питео[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 23 934 кеше (31 декабрь 2020)[2]
Майҙан 2385 ± 0,5 гектар (31 декабрь 2020)[2]
Рәсми сайт pitea.se
Урындағы телефон коды 0911
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Piteå[d]
Карта
 Питео Викимилектә

Питео (швед. Piteå) — Швецияла, Норрботтен ленында ҡала. Питеэльвен йылғаһы тамағында, Ботник ҡултығы ярында урынлашҡан. Халыҡ һаны 2005 йылға ҡарата 22 650 кеше тәшкил итә[3]. Шул уҡ исемдәге коммунаның үҙәге. 1621 йылдың 12 майынан ҡала статусына эйә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швеция Питео.
Швеция Питео.

Утрауҙа урынлашҡан үҙәк өлөшө Хеггхольмен тип атала; ерҙең күтәрелеүе сәбәбе арҡаһында ул материктың өлөшө тиерлек булып китә.

Питео матур архипелаг районында урынлашҡан, шуның арҡаһында ул йәйге, шулай уҡ ҡышҡы туризм үҙәге булып тора. «Ривьера Норрботтен» (йәки «Норрланд») тип аталған пляж курорт зонаһы бар, уның тирә-яғында спа, оҙон ҡомло пляж, ресторан һәм гольф өсөн ялан бар. Шулай уҡ был район әүҙем ял итеү һәм балыҡ тотоу өсөн тап килә. Ҡышын саңғыла шыуыу һәм ҡышҡы һыу инеү кеүек күңел асыуҙар ойошторола.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1621 йылдың 12 майҙында Питео ҡала статусын ала.

1666 йылдың июлендә ҡала янып бөтә, әммә һуңынан тергеҙелә. Шул ваҡыттан янмай ҡалған берҙен-бер бина — сиркәү.

Ҡала майҙанында XVII быуаттан алып үҙенең ҡиәфәтен һаҡлаған ратуша урынлашҡан.

XIX быуаттан башлап халыҡ һаны тиҙ арта башлай. XIX быуаттың 70-се йылдарынан алып XX быуаттың 20-се йылдарында тиклем Питео халҡы 2500 кешенән артмай. Халыҡтың тәүге артыуы 1911 йылда Эльвсбюн-Питео тимер юл тармағының асылыуы, шулай уҡ сәнәғәт предприятиелары һәм гавангә нигеҙ һалыу менән аңлатыла. .

Питеола урман хужалығы тармаҡтары традицион көслө. Бында ҡағыҙ комбинаты һәм ағас бысыу заводтары урынлашҡан. Уның порты ла мөһим әһәмиәткә эйә.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бустрём Якоб Кристофер, философ.
  • Линдгрен Ларс — отставкалағы НХЛ уйынсыһы
  • Марклунд Лиза, яҙыусы.
  • Маттеи Петер, швед опера йырсыһы, баритон.
  • Перссон Стефан — хоккейсы.
  • Ренберг Микаель — отставкалағы НХЛ уйынсыһы.
  • Суландер Даниель , Карл Линней уҡыусыһы.
  • Хольмстрём Томас — «Детройт Ред Уингз» командаһынан НХЛ уйынсыһы
  • Эден Нильс, статс-министр
  • Элунд Матиас — Тампа Бэй Лайтинг командаһынан НХЛ уйынсыһы

Туғандаш ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Питео түбәндәге ҡалалар менән туғандаш:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]