Пожега

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пожега
хорв. Požega
Флаг
Vlag pozega.gif
Рәсем
Рәсми атамаһы Požega
Дәүләт Flag of Croatia.svg Хорватия
Административ үҙәге Пожежско-Славонская жупания[d]
Административ-территориаль берәмек Пожежско-Славонская жупания[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 155 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d] һәм UTC+02:00[d]
Туғандаш ҡала Йокнеам-Илит[d]
Майҙан 133,91 км²
Рәсми сайт pozega.hr
Commons-logo.svg Пожега Викимилектә


Пожега (хорва. Požega), 1921—1991 йылдарҙа Славонск-Пожега (хорва. Slavonska-Požega) тип аталған— Хорватиялағы ҡала, илдең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Пожега-Славония жупанияһының ҙур ҡалаһы. Халҡы — 20 943 кеше (2001 йыл мәғлүмәттәре буйынса).

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Тереза Авильский ғибәҙәтханаһы

Пожега үҙәк Славонияла , ҙур булмаған Орлява йылғаһы (Сава. йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан Уңдырышлы тупраҡлы Пожега үҙәнендә бөтә яҡтан бейек булмаған тау һырттары менән уратылған ҡала.

Яҡын-тирәһендәге ҡалалар — Плетерница (15 км көньяҡ-көнсығышҡа табан), Нова-Градишка (20 км көньяҡ-көнбайышта), Нашица (40 км төньяҡ-көнсығышта), Славонски-Брод (40 км көньяҡ-көнсығышҡа табан), Слатина (40 км төньяҡта) ҡалалары. Бөтә был ҡалалар менән Пожега автомобиль юлдары менән тоташҡан, ҡала аша Нашица һәм Плетерница тимер юл тармағы үтә.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала иҡтисадының төп тармағы — ауыл хужалығы, малсылыҡ һәм башлыса виноград үҫтереү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте — шарап етештереү, шәкәр, башҡа аҙыҡ-түлек, шоколад, машиналар төҙөү, көнкүреш приборҙары етештереү, шулай уҡ төҙөлөш һәм туҡыу сәнәғәте. Хорватияның башҡа төбәктәренән айырмалы рәүештә туризм сағыштырмаса аҙ үҫешкән, әммә һуңғы йылдарҙа туризмдың әһәмиәте арта бара.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Лаврентий сиркәүе һәм епископ һарайы

Саванан төньяҡтағы уңдырышлы үҙәндә рим осоронда уҡ кешеләр йшәгән. Рим сығанаҡтарында ул Aurea Vallis — Алтын үҙән тип атап йөрөтөлгән. Хәҙерге Пожега урында римляндарҙың ҙур торағы Инцерум урынлашҡан була. Пожега беренсе тапҡыр XII быуатта ситләтеп кенә телгә алынған. Хәҙерге заманда һаҡланып ҡалмаған Пожега үҙәгендәге ҡәлғә, моғайын, XI быуатта төҙөлгән була, әммә ул асыҡтан-асыҡ 1210 йылда телгә алынған. Пожеганың ҡала хоҡуғын алыуының аныҡ датаһы билдәле түгел, әммә, һис шикһеҙ, үҙ тарихының тәүге осоронда уҡ Пожега өҫтөнлөктәр менән файҙаланған.

XIV быуат башында Изге Лаврентий сиркәүе төҙөлә. XV быуатта ҡала төрөктәр һөжүме арҡаһында тарҡала башлай. XV быуатта ҡала диуары төҙөлә, ләкин был ҡаланы ҡотҡарып ҡала алмай. 1537 йылда ул ғосман ғәскәре тарафынан баҫып алына.

Төрөктәрҙең хакимлығы аҫтында ҡала 150 йыл дауамында тора, 12 март, 1688 йылда австрия ғәскәрҙәре һәм урындағы отрядтарҙың дөйөм тырышлығы менән Пожега төрөктәрҙән азат ителә. Был көн әлегә тиклем ҡалала байрам ителә.

Габсбургтар хакимлығы аҫтында ҡала тиҙ үҫешә, бында 1699 йылда мәктәп асыла, 1727 йылда иезуиттар тарафынан театр төҙөлә, ә 1740 йылда Пожегала беренсе дарыухана төҙөлә.1745 йылда Пожега провинцияның баш ҡалаһына әйләнә. 1760 йылда ҡалала Академия асыла, был Пожеганы Загреб менән бер рәттән Габсбургтар Хорватияһын мәғарифтың төп үҙәктәренең береһенә әйләндерә.

XX быуаттың ҡала Югославия составында хорват ауыл хужалығы һәм сәнәғәт үҙәктәренең береһенә әйләнә , 1991 йылдан алып — бойондороҡһоҙ Хорватия составында тора.

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Рух францискан сиркәүе
  • Изге Тереза Авильский соборы.
  • Изге Лаврентий сиркәүе — XIV быуатта төҙөлгән.
  • Францискан монастыры — монастырь XVIII быуаттың Изге Рух сиркәүе, ҡаланың үҙәк майҙаны — Изге Троица майҙанында урынлашҡан
  • Иезуит колледжы.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Предраг Стоякович, баскетболсы
  • Добриш Цесарич, шағир, тәржемәсе
  • Борис Ханжекович, атлет
  • Срджан Будисавлевич, Югославия короллеге эске эштәр министры
  • Дино Елушич, йырсы, музыкант, йырҙар авторы, 2003 евровидение балалар йыр конкурсында беренсе еңеүсе
  • Уремович Филип, футболсы, Рәсәй командаһы «Рубин»дың ҡапҡасыһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]