Эстәлеккә күсергә

Позднеевка (Миллерово районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡасаба
Позднеевка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Миллеровский

Ауыл биләмәһе

Криворожское

Координаталар

48°51′12″ с. ш. 40°55′04″ в. д.HGЯO

Халҡы

841[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 86315

Почта индексы

346124

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 232 825 005

ОКТМО коды

60 632 425 151

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Позднеевка (Рәсәй)
Позднеевка
Позднеевка
Позднеевка (Миллерово районы) (Ростов өлкәһе)
Позднеевка

Позднеевка — Ростов өлкәһе Миллерово районынындағы ҡасаба. Ростов өлкәһе Криворожское ауыл биләмәһе составына инә.

Позднеевка ҡасабаһы Ольховая йылғаһы янында урынлашҡан. Был йылға тарасов районы Белогорка ауылы янында Калитва йылғаһына ҡоя.

  • Көнсығыш урамы,
  • Йылға аръяғы урамы,
  • Йәшел урамы,
  • Комсомол урамы,
  • Болон урамы,
  • Йәштәр урамы,
  • Яр буйы урамы,
  • Баҡса урамы,
  • Күл урамы,
  • Ерекле урамы,
  • Йәшелсә баҡсаһы урамы,
  • Совет урамы,
  • Белгестәр урамы,
  • Украина урамы,
  • Киң урамы,
  • Курорт тыҡрығы,
  • Тыныс тыҡрығы,
  • Партизан тыҡрығы,
  • Ҡомло тыҡрығы,
  • Тау аҫты тыҡрығы,
  • Шым тыҡрығы,
  • Тирәк тыҡрығы,
  • Сиркәү тыҡрығы,
  • Шоссе тыҡрығы.
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
841

Һөйләүҙәр буйынса ауылда Поздеев фамилиялы пан йәшәгән. Уның хөрмәтенә ауылды Позднеевка тип атағандар («н» хәрефе өҫтәп). Унан һуң бында бай алпауыт ҡатын йәшәй. Уның йәшәү осоронда Позднеевкаға Украинанан, Екатеринославль ҡалаһынан кешеләр күсеп килә. Бай ҡатын уларға үҙ еренең көнсығыш өлөшөн бүлеп бирә, шунан ул утарҙы Весёловка тип, утар кешеләрен «бовтяктар» тип атайҙар. Позднеевка ҡасабаһы кешеләрен «позднеевкалылар», тип, ә йылға аръяғында йәшәгәндәрен — «бочандар» тип атағандар. Һуңғараҡ был ҡушаматтар онотолған һәм ҡулланыуҙан сыҡҡан.

Октябрь революцияһынан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабала Михаил Архангел сиркәүе бар. Ул 1890 йылда Иерусалим сиркәүенә оҡшатып төҙөлгән

Археологик ҡомартҡылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов өлкәһе территорияһында неолит осоронда уҡ кешеләр йәшәгән. Уларҙың йылға буйҙарында йәшәгәндәре емеш-еләк йыйыу, балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән[2]. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ дала малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҙур көтөүлек була. Шул ваҡыттарҙа йәшәп, вафат булған кешеләрҙең ҡәберлектәре бында бик күп.Ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр дәүләт тарафынан закон буйынса һаҡлауҙа тора.

Миллерово районы Позднеевка утары янында бер нисә иҫтәлекле урын — археология ҡомартҡылары бар. Улар «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» 25.06.2002 Федераль закондың 73-ФЗ ҡарарына һәм 25.06.2002 «Ростов өлкәһе халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» Ростов өлкәһе Дәүләт башлығы 178-ЗС ҡарарына ярашлы рәүештә дәүләт тарафынан һаҡлауға алынған.

  • Ҡурған «Позднеевка YII». Позднеевка ҡасабаһынан төньяҡ-көнбайышта 0,2 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө «Позднеевка I» (3 ҡурған). Позднеевка ҡасабаһынан 2,2 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө «Позднеевка II» (7 ҡурған). Позднеевка ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышта 1,0 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө «Позднеевка III» (5 ҡурған). Позднеевка ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышта 2,0 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө «Позднеевка IY» (3 ҡурған). Позднеевка ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 3,0 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө «Позднеевка Y» 2 ҡурған. Позднеевка ҡасабаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 2,3 км алыҫлыҡта тора.

[3].

Ҡалып:Миллеровский район Ростовской области