Познанский Александр Семёнович
Познанский Александр Семёнович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 18 (31) ғинуар 1903 |
Тыуған урыны | Кривой Рог[d], Херсонский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1][2] |
Вафат булған көнө | 8 июнь 1974 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Красный зыяраты[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | психиатр, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны |
Институт неврологии, психиатрии и наркологии НАМН Украины[d] Приволжск медицина тикшеренеү университеты[d] Башҡорт дәүләт медицина институты |
Уҡыу йорто | Одесский национальный медицинский университет[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] (1960) |
Кемдә уҡыған | Протопопов, Виктор Павлович[d] |
Познанский Александр Семёнович (18 (31) ғинуар 1903 йыл, Кривой Рог ҡалаһы, Херсон губернаһы — 8 июнь 1974 йыл, Горький) — СССР ғалим-психиатры. Медицина фәндәре докторы (1960), профессор (1962).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Семенович Познанский 1903 йылдың 18 (31) ғинуарында Украинаның Херсон губернаһы Кривой Рог ҡалаһында тыуған[3].
1927 йыда Одесса медицина институтын тамамлай. 1927—1931 йылдарҙа Одессала наркология диспансеры һәм психиатрия клиникаһында табип булып эшләй.
1931—1944 йылдарҙа — Украина психоневрология институтында (Харьков) хеҙмәткәр. 1938 йылдан медицина фәндәре кандидаты. 1938 йылда клиника, галлюцинациялар патофизиологияһы һәм фармакологияһына арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1944—1959 йылдарҙа — С.М. Киров исемендәге Горький медицина институтында: ассистент, психиатрия кафедра доценты. 1959 йылда «Динамика синдромов шизофрении в процессе психофармакологических и других клинико-экспериментальных исследований» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1960—1970 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина институты психиатрия кафедраһы мөдире [4].
Уның етәкселеге аҫтында 2 докторлыҡ һәм 8 кандидатлыҡ диссертация яҡлана, 2 фәнни хеҙмәттәр йыйынтығы сығарыла.
Александр Семенович Познанский 1974 йылдың 8 июнендә Түбәнге Новгородта вафат була һәм шунда Бугрово зыяратында ерләнә.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А.С.Познанский дөйөм психопатология, клиник-эксперименталь һәм галлюцинация, һаташыу, шизофрения, йәрәхәтле психоздар ваҡытында кататоник эмоциональ синдромының психофармакология тикшеренеүҙәре проблемалары менән шөғөлләнә.
90-дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
1960—1968 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының невропатологтары һәм психиатрҙары йәмғиәте рәйесе.
Академик В. П. Протопопов уҡыусыһы[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ http://bashenc.online/ru/articles/79847/
- ↑ Познанский Александр Семёнович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ История кафедры психиатрии и наркологии. 2021 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Роль и место кафедры психиатрии ХМИ в истории развития психиатрии на Украине // История украинской психиатрии: Сборник научных работ Украинского НИИ клинической и экспериментальной неврологии и психиатрии и Харьковской городской клинической психиатрической больницы № 15 (Сабуровой дачи) / Под общ. ред. И. И. Кутько, П. Т. Петрюка. — Харьков, 1994. — Т. 1. — 153 с.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Познанский Александр Семёнович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Александр Семёнович Познанский [Психиатр]. К 70-летию со дня рождения / Журнал неврологии и психиатрии имени С. С. Корсакова. — 1973.
- Познанский Александр Семёнович [О нём] // Идеология и наука (Дискуссии советских учёных середины ХХ века) / Отв. ред. А. А. Касьян. — М.: Прогресс-Традиция, 2008. — 288 с. — С. 155—166. ISBN 5-89826-204-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Познанский Александр Семёнович. 2021 йыл 29 октябрь архивланған.
- Нижегородский некрополь: Познанский А. С.