Покрашенко Анна Тихоновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анна Тихоновна Покрашенко
Файл:Покрашенко Анна Тихоновна.jpg
Тыуған көнө

7 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Писаревка (Кантемировка районы), Воронеж өлкәһе

Вафат булған көнө

4 декабрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны

Писаревка (Кантемировка районы), Воронеж өлкәһе

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР,
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

сусҡа ҡараусы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 08.04.1971
Ленин ордены — 08.04.1971 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 22.03.1966

Покрашенко Анна Тихоновна (7 сентябрь 1928 йыл — 4 декабрь 1998 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Воронеж өлкәһенең Кантемировка районы «Писаревский» совхозы сусҡа ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анна Тихоновна Покрашенко 1928 йылдың 7 сентябрендә хәҙерге Воронеж өлкәһенең Кантемировка районы Писаревка ауылында тыуған.

1944 йылда урындағы «Писаревский» совхозы сусҡа фермаһында эшләй башлай. 1959 йылдан алып 1965 йылға тиклем ете йыллыҡ план йомғаҡтары буйынса ит етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыу буйынса юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. Был уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә юғары һөҙөмтәгә һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн, Анна Тихоновна Покрашенкоға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә

Артабан совхозда эшләүен дауам итә. 1983 йылда хаҡлы ялға сыға.

Тыуған ауылы Писаревкала йәшәй. 1998 йылдың 4 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • Ленин ордены (1971)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1971)
  • башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Золотые звёзды земли Воронежской. Сост. Э. С. Лыкова — Воронеж, 1989.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]