Польшар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Polandball
Башҡортостан

Polandball (Польшар) — 2009 йылдың икенсе яртыһында Krautchan.net сайтының /INT/немец имиджборды ҡулланыусылары ҡулланышҡа индергән интернет-мем. Был мем төрлө интернет-комикстар менән бәйле, уның персонаждары төрлө илдәр, милли флаг төҫөнә буялған шарҙар (countryballs) итеп күрһәтелә. Polandball/Польшар бындай комикстарҙың беренсеһе һәм иң билдәлеһе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Польшар drawball.com сайтында 2009 йылдың авгусында поляк интенет ҡулланыусылары һәм донъялағы башҡа ҡулланыусылар араһындағы үткән киберһуғыштан һуң барлыҡҡа килә.

Был сервис ҡулланыусыларға рәсем төшөрөр өсөн шар формаһында урын тәҡдим итә, был урынға башҡалар төшөргән рәсем өҫтөнә лә рәсем төшөрөргә була. Поляк интернет-мөхитендә шарға Польша флагын төшөрөргә тигән уй килә һәм меңләгән поляк был уйҙы тормошҡа ашыра. Улар бөтә майҙанды баҫып алып ҡыҙыл һәм аҡ өлөшкә бүләләр, уртаһына «POLSKA» тип яҙып ҡуялар. Шул ваҡытта, 4chan имиджборд ҡулланыусылары килеп ҡыҫыла һәм поляктар төшөргән рәсем өҫтөнә ҙур тәре эшләп ҡуялар.[1][2]

Күҙҙәр, ил-шарҙарҙын эмоцияһын күрһәтә торған төп билдә.Шарҙың, ҡағиҙә булараҡ, күҙ ҡараһы, ҡашы, аяҡ-ҡулдары һәм ауыҙы юҡ.[3]

Krautchan.net сайтының /INT/Немец имиджборды бүлеге төрлө илдәрҙәге инглизсә һөйләшеүсе ҡулланыусылар араһында бик популяр. Польшар ошо мөхиттә барлыҡҡа килә: MS Paint программаһы ярҙамында 2009 йылдың сентябрендә эшләгән мемдың авторы булып /INT/ британ ҡулланыусыһы Falco тип иҫәпләйҙәр. Башта мем сәйәси маҡсатта ҡулланылмай һәм Falco уны Wojak ҡушаматлы поляк ҡулланыусыһынан, һәм инглизсә насар яҙған тағы бер ҡулланыусынан көлөү өсөн файҙаланыла. Тиҙҙән мемды башҡа ҡулланыусылар эләктереп ала, һәм Polandball тураһында комикстар эшләй башлайҙар.[1][3][4]

2010 йылдың апрелендә, Польша президенты самолеты һәләкәткә осрағас, комикстар полулярлыҡ яулай.[5]

Темалар һәм субмемдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Poland can into Wikipedia. Польшар тураһында комикстар: «Poland strong», «minerals», «Poland cannot into space» һәм башҡалар.

Комикстарҙың темалары: Польша тарихы, эске сәйәсәте, милли стереотиптар.[4][5] Ҡағиҙә булараҡ, комикстарҙа бөйөклөк манияһы, милли комплекстар күрһәтелә.[2] Ил-шарҙар араһындағы диалогтарҙа боҙоҡ инглиз теле, Lolcat мемды хәтерләткән интернет-сленг ҡулланыла. Рәсемдәрҙә польша флагы баш түбән әйләндерелә (ҡыҙыл яғы өҫтә, аҡ яғы аҫта), һуңында польшар илап туҡтап ҡала.[1][2]

Сюжеттарҙа Польшаның үҙ космос программаһы булмауы һәм космосҡа сығыу мөмкинлеге булмауы һүрәтләнә. Иң популяр сюжеттарҙың береһе: Ергә гигант метеорит яҡынлаша һәм бөтә тормош өсөн хәүеф янай, бөтә илдәр ҙә космосҡа осоп, Ер тирәләй шар формаһында орбитала осоп йөрөйҙәр. Тик Польшар ғына Ерҙә ҡала, һуңында йәшле күҙҙәре менән боҙоҡ инглиз телендә «Poland cannot into space» (Польша космосҡа оса алмай) тигән мем-фразаны ҡабатлай.[4] Ҡайһы ил иң алдынғыһы тигән бәхәстә урыҫ ҡулланыусылары ошо ысул менән һуңғы нөктәне ҡуйған, тип иҫәпләнә.[1][4][5]

Икенсе комикс та тарихи-сәйәси сатираға ҡоролған: Польшар башҡа шарҙарҙы «So when we crushed Russia and the turks were were the biggest country in the world… and..» (шунан, беҙ Рәсәй менән төрөктәрҙе тар-мар иткәс, беҙ донъяла иң ҙүр ил инек) тигән хәбәре менән күңелһеҙ тойғоға һала. Башҡа ил-шарҙар мыҫҡыллы көлә башлай. Үпкәләгән Польшар kurwa тип ҡысҡыра һәм «Internet serious business» тигән табличка күрһәтә, был әйтем, бәхәс темаһынан ситкә киткәндә, үпкә белдереү әйтеме булып тора. Комикс конвенция буйынса польшарҙың илауы менән тамамлана .[1][2][6]

Countryballs (ил-шарҙар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа илдәрҙә Польшар стилендә эшләнгән комикстар бар, уларҙы Countryballs (ил-шарҙар) тип атарға була.[1][3] Шар формаһында бөтә ил генә түгел, уның бер өлөшө генә лә күрһәтелә. АҠШ штаттары, немец Баварияһы, испан Каталонияһы һәм урыҫ себеренең үҙ шарҙары бар. Ҡайһы бер илдәр айырым үҙенә бер төрлө образда һүрәтләнә. Сингапурҙы өсмөйөш итеп күрһәтәләр, Трингапур (Tringapore — инглизсә triangle  — «өсмөйөш») тип яҙалар. Израильды гиперкуб итеп күрһәтәләр (йәһүд физикаһына аллюзия). Ҡаҙағстан тура мөйөшлө кирбес итеп күрһәтелә. Британия һәр ваҡыт цилиндр эшләпә һәм монокль йөрөтә.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Orliński, Wojciech. Wyniosłe lol zaborców, czyli Polandball (Polish), Gazeta Wyborcza (16 January 2010). 25 март 2012 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Zapałowski, Radosław. Znowu lecą z nami w... kulki (Polish), Interia, Cooltura (15 February 2010). 22 март 2012 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 Polandball. Know Your Meme. Дата обращения: 26 март 2012. Архивировано 16 сентябрь 2012 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Kapiszewski, Kuba. Fenomem - Polska nie umieć w kosmos (Polish), Przegląd (13/2010). 26 март 2012 тикшерелгән. 2014 йыл 3 ноябрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 Cegielski, Tomek. MEMY. Legendy Internetu (Polish), Hiro.pl (12 April 2011). 24 март 2012 тикшерелгән. 2011 йыл 15 апрель архивланған.
  6. Polandball cartoon. Unknown (Unknown). Дата обращения: 26 март 2012.

External links[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]