Эстәлеккә күсергә

Попова Анастасия Андреевна (Социалистик Хеҙмәт Геройы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Попова Анастасия Андреевна (Социалистик Хеҙмәт Геройы)
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Малая Сюга[d], Муниципальное образование «Большепудгинское»[d], Можга районы[d], Удмурт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө 14 июль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Можга районы[d], Удмурт Республикаһы, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены медаль Материнства II степени

Попова Анастасия Андреевна (10 март 1928 — 14 июль 2008) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Удмурт АССР-ының Можга районы «Победа» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Попова Анастасия Андреевна 1928 йылда Удмурт республикаһының Можга районы Малая Сюга ауылында урыҫ крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптә биш класты тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башында, 15 йәшендә, 1942 йылдың майынан 1945 йылдың июленә тиклем, Ижевск машиналар эшләү заводында оператор булып эшләй. Һуғыштан һуң Можга ҡалаһына килә, бында ике йыл «Химик» быяла заводында, ә 1947 йылдың ноябренән 1948 йылдың декабрь айына тиклем Можга май заводында эшләй.

Артабан «Победа» колхозында эшләй башлай, 1953 йылдан 1978 йылға тиклем — һауынсы. 1970 йылда Анастасия Андреевна 20 һыйырҙың һәр береһенән уртаса 3502 килограмм һөт һауып ала, 20 быҙауын да һаҡлай һәм үҫтерә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге указы менән, ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм рекордлы һөт һауып алғаны өсөн, Анастасия Андреевна Поповаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1978 йылдан хаҡлы ялда.

Можга районында йәшәй. 2008 йылдың 14 июлендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (08.04.1971)

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (08.04.1971)

- Ленин ордены (08.04.1971)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)

- 2-се дәрәжә Әсәлек миҙалы

- башҡа миҙалдар.

  • Герои Социалистического Труда — наши земляки. Ижевск, 1983 год.
  • Удмуртская республика. Энциклопедия. Ижевск, 2008.