Поповка (Кашар районы)
Ҡасаба | |
Поповка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Телефон коды |
+7 86388 |
Почта индексы |
346213 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Поповка — Ростов өлкәһе Кашар районындағы ҡасаба. Попов ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яр урамы,
- Оло Баҡса урамы,
- Тау урамы,
- Йәштәр урамы,
- Дала урамы,
- Үҙәк урамы,
- Күңелле тыҡрығы,
- Болон тыҡрығы,
- мәктәп тыҡрығы.
тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ХIХ быуатта хәҙерге ауыл биләмәһендә Попово-Иловайский руханиҙары йәшәгән, шунлыҡтан ауылды Поповка тип атағандар. Руханиҙарға иң яҡшы ерҙәрҙе биргәндәр, уларҙың тиҫтәләгән крәҫтиәндәре булған. Крәҫтиәндәр ат урынына үҙҙәре егелеп ерҙе һөрән менән һөргән.
Октябрь революцияһына тиклем ауыл ерҙәре алпауыт Кожухов һәм кулактар ҡулында була. Ҡайһы бер крәҫтиәндәрҙең бер нисә дисәтинә ере булған. Крәҫтиән балалары мәктәптә уҡый торған урынға байҙарға эшкә ялланған. Кожуховтың 70 мең гектарере, 6 һарыҡ көтөүе, ат көтөүе, 100 һыйыры һәм үгеҙе булған. Уның биләмәләрендә Поповка ауылынан һәм күрше-тирәләрҙән крәҫтиәндәр эшләгән. Эш ауыр ҡул хеҙмәте менән алып барылған. 1912-1914 йылдарҙа хәлле крәҫтиәндәрҙең ашлыҡ һуғыу машиналары һәм бесән сапҡыстары булған.
1917 йылда ауылда Һалдат һәм эшсе депутаттары Советының Улус башҡарма комитеты барлыҡҡа килә. Донда граждандар һуғышы бара.Ошо ваҡытта крәҫтиәндәргә байҙарҙың ерҙәре таратып бирелә.
Үҙ ваҡытында Поповкала бик күркәм төҙөлгән бай иконалы, таш ҡоймалы сиркәү эшләгән. Ундағы ҡыңғырауҙар манараһында 1 ҙур ҡыңғырау һәм 4 бәләкәй ҡыңғырау булған. 1930-сы йылдарҙа сиркәү һүтелә, көмбәҙҙәре алып ташлана, бинаһында Подтелков исемендәге магазиндың склады эшләй.
1934 йылда Индустрия колхозынан Киров колхозы бүленеп сыға. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыл ирҙәре һуғышҡа алына, 1942 йылда Поповка ауылын немецтар баҫып ала. 1942 йылдың 20 декабрендә Поповка фашистарҙан азат ителә. Бөйөк Ватан һуғышынан ауылдың 161 кешеһе тыуған ауылына әйләнеп ҡайта алмай, яуҙарҙа һәләк була. Ауыл уртаһында туғандаштар ҡәбере бар. Унда сержант Афанасьев Александр Гаврилович; рядовой Евстигнеев Петр Григорьевич; ҡыҙылармеец Нарзулаев Амон һәм башҡалар ерләнгән. Һуғыштан һуң тыныс тормош башлана. 1960 йылда Каменка, Поповка һәм Подтелково ауылдары Подтелков исемендәге колхозға берләшә.
1968 йылдың октябрендә «Искра» совхозы барлыҡҡа килә. Уға Поповка һәм Каменка ауылдары инә. ауылдарҙа торлаҡ йорттары, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөү башлана. 1973 йылда Мәҙәниәт йорто, ауыл советы бинаһы, икмәкхана, аҙыҡ магазины, гараж, МТМ, кафе-ашхана төҙөлә.
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туғандаштар ҡәбере янындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәйкәле.