Портал:География/Яҡшы мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостан Республикаһы территорияһында биш тәбиғәт зонаһы: урман, урманлы дала, дала, шулай уҡ таулы-урманлы һәм таулы-урманлы дала зоналары айырылып тора.

Һәр зонаның климаты, һыу ресурстары, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, шулай уҡ тупраҡтарының бер-береһенә йоғонто яһаусы билдәле бер күрһәткестәре бар.

Был зона Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан һәм ҡитға климаты менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ температура көнбайышта 2,4°-тан көнсығышта 0,8°-ҡа тиклем тирбәлә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 500-ҙән 799 миллиметрғаса етә.

Был зонаға ниндәй урмандар һәм тупраҡтар хас булыуын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Урман зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда, атап әйткәндә, ағас ҡырҡыуҙан, бик ныҡ үҙгәреш кисерҙе. Ҡырҡылған ерҙәрҙә инде икенсел урмандар, башлыса, ҡайын, йүкә, уҫаҡтан торған урмандар үҫеп сыҡты. Был зонала майҙандың яртыһы тиерлек һөрөнтө ер өлөшөнә тура килә. Бындай төбәктәрҙә антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Кеше тәьҫиренән тупраҡтың составы ла аҡрынлап үҙгәрә бара. Унда яйлап ҡына булһа ла серемтә ҡатламы ҡалыная.

(Артабан уҡырға…)