Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә

Башҡортостандың тәбиғәт зоналары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Башҡортостандың тәбиғәт зоналары

Башҡортостан Республикаһы территорияһында биш тәбиғәт зонаһы: урман, урманлы дала, дала, шулай уҡ таулы-урманлы һәм таулы-урманлы дала зоналары айырылып тора. Һәр зонаның климаты, һыу ресурстары, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, шулай уҡ тупраҡтарының бер-береһенә йоғонто яһаусы билдәле бер күрһәткестәре бар.

Урман зонаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан урмандары

Был зона Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан һәм ҡитға климаты менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ температура көнбайышта 2,4°-тан көнсығышта 0,8°-ҡа тиклем тирбәлә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 500-ҙән 799 миллиметрғаса етә.

Урман зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда, атап әйткәндә, ағас ҡырҡыуҙан, бик ныҡ үҙгәреш кисерҙе. Ҡырҡылған ерҙәрҙә инде икенсел урмандар, башлыса, ҡайын, йүкә, уҫаҡтан торған урмандар үҫеп сыҡты. Был зонала майҙандың яртыһы тиерлек һөрөнтө ер өлөшөнә тура килә. Бындай төбәктәрҙә антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Кеше тәьҫиренән тупраҡтың составы ла аҡрынлап үҙгәрә бара. Унда яйлап ҡына булһа ла серемтә ҡатламы ҡалыная.

Урман зонаһында кеше ҡулы теймәгән ландшафт майҙандары тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡлана һәм ҡурсалана. Улар иҫәбенә Краснокама районының үҙәге Николо-Берёзовка ауылы тирәһендәге ҡарағай һәм шыршы урмандары, Дүртөйлө районының Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағай урманы инә.

Был зоналағы күлдәр ҙә иҫ киткес гүзәл күренеш барлыҡҡа килтергән. Дүртөйлө районының Урыҫ Әнгәсәге ауылы эргәһендәге Оло һәм Бәләкәй Йылан күлдәре, Нуриман районындағы Упҡынкүл тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителгән.

Тәбиғәт ҡомартҡылары ғына түгел, урман зонаһының бөтә бай һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәте — шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән бейек текә ярлы Павловка һыу һаҡлағысы тирәһе, Каманың һул яр буйындағы аҡ шыршы һәм шыршы урмандары, Өфө яҫы таулығын тәрән йырып аҡҡан Йүрүҙән буйҙары һаҡсыл мөнәсәбәткә лайыҡ түгелме ни? Мәҫәлән, Йүрүҙән урыны менән бер нисә тиҫтә метр бейеклегендәге ҡаялар хасил итеп аға. Шундай ҡаяларҙың береһе — Сабаҡай тауы Дыуан районының Сарапул ауылы янында урынлашҡан. Бында тәүтормош кешеһенең торлаҡ эҙҙәре һаҡланған ике мәмерйә барлығы билдәле.

Урманлы дала зонаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет районы күренеше

Урманлы дала зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн иң уңайлыһы. Уңдырышлы ҡара тупраҡ, тигеҙ ер өҫтө, ауыл хужалығы өсөн етерлек дым һәм йылылыҡ, мул һыулы йылғалар ошонда. Шуға күрә лә урманлы дала кеше тарафынан күптән үҙләштерелгән. Хәҙерге ваҡытта бында антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Бөтә зонаны юлдар, электр линиялары, урман һыҙаттары арҡырыға-буйға киҫеп үтә. Йәй көндәрендә йәм-йәшел баҫыуҙар ҡарашты иркәләй. Һөрөнтө ерҙәр 65 процентҡа тиклем майҙанды биләй. Сабынлыҡтар, көтөүлектәр, емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсалары ла байтаҡ майҙан алып тора. Иген һәм техник культураларҙың төп өлөшө ошонда үҫтерелә, игендең уңышы гектарынан 30—40 центнер тәшкил итә.

Был зонала тәбиғи хәлендә һаҡланған, шулай уҡ кеше ҡулы тарафынан тыуҙырылған ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары байтаҡ. Улар араһында Бәләбәй районында Усень-Ивановка ауылы эргәһендәге, шулай уҡ Бөрө районының «Сосновый бор» ял йорто тирәһендәге ҡарағайлыҡтар иң күренеклеләре.

Асылыкүл менән Ҡандракүл — үҙе бер тәбиғәт мөғжизәләре. Асылыкүл яр буйында һирәк осрай торған үҫемлектәр, мәҫәлән, Себер флоксы, үҫә.

Урманлы даланың төньяҡ-көнсығышында Салауат районында Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ яры буйлап Сулпан ауылы эргәһендә Янғантау урынлашҡан.

Был зонаның тәбиғәт ҡомартҡыларынан шулай уҡ Ҡорғаҙаҡ һәм Красный Ключ сығанаҡтарын, Шәмсетдин күлен һәм Шөңгәккүлде, Охлебинино һәм һыныу тыуҙыра. Улар Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Был тауҙарҙың иң төньяҡтағыһы — Йөрәктау. Уның Ағиҙел йылғаһы кимәленән бейеклеге 220 м. Көньяҡтараҡ тағы өс шихан бар — улар Ҡуштау, Шәкетау (Шахтау)һәм Торатау. Быларының иң бейеге — Торатау (Ағиҙел йылғаһы кимәленән 275 м бейеклектә). Шихандар — пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡҡан рифтар. Улар 250 млн йыл самаһы элек пермь осоронда һай һыулы диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән. Шихандар Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан сылбыр булып һуҙылған. Артабан күп рифтарҙы тоҡомдар күмеп киткән. Тик кайнозой осоронда ҡалҡып сыҡҡандарынан ҡайһы берҙәре генә ер өҫтөндә тороп ҡалған.

Шихандарҙа, боронғо диңгеҙ хайуандарының ташҡа әйләнгән һөлдәләрен осратырға мөмкин, тау ипкендәрендә һирәк осрай торған һәм юғала барыусы күп үҫемлектәр үҫә. Стәрлетамаҡ яңғыҙ тауҙарынан тыш Башҡортостанда шулай уҡ Дыуан рифтары билдәле. Улар ҙа пермь осоронда барлыҡҡа килгән.

Дала зонаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан шихандары

Шаҡтай ҙур майҙанда ул тик Башҡортостандың Урал аръяғына ғына йәйелгән. Ландшафт буйынса районлаштырыу картаһында был зона тау далаһы итеп билдәләнгән.

Башҡортостандың Урал аръяғындағы дала зонаһы республиканың көнсығыш сиге буйлап тар һыҙат булып һуҙылған. Был зонаның климаты ҡитғаныҡы, ҡоро, үҫемлектәр донъяһы ярлы. һөрөлмәгән ерҙәрҙә ҡылған, һолүлән өҫтөнлөк итә. Ер өҫтө тигеҙ, урыны-урыны менән уны убалар, тау армыттары сыбарлай. Ер өҫтө һыуҙарына ярлы. Урал йылғаһының уң ҡушылдыҡтары даланың төп һыу артерияһын тәшкил итә. Ҡабатланып торған ҡоролоҡ, саң өйөрмәһен һауаға күтәргән ҡойондар, ҡыуан елдәр был яҡтарға ысын бәлә-ҡаза булып ябырыла.

Зонаның тәбиғәт ҡомартҡыларынан Мулдаҡкүл менән Яҡтыкүлде билдәләп үтәйек. Мулдаҡкүл һыуы тоҙло. Уның һыуы һәм ләме Яҡтыкүл шифаханаһында дауалау маҡсатында файҙаланыла. Яҡтыкүлдең иҫ киткес матур яр буйҙары ял итеүселәрҙе үҙенә тартып тора. Бында ял йорттары һәм шифахана төҙөлгән.

Таулы-урманлы зона[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ямантау битләүендәге көҙгө урман

Ул Көньяҡ Урал территорияһының ҙурыраҡ өлөшөн алып тора. Таулы-урманлы зона, мәҫәлән, урманлы дала зонаһы кеүек, кеше тарафынан ул тиклем үк ныҡ үҙгәртелмәгән, уның байтаҡ төбәктәре тейелмәйенсә һаҡланған һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡ аҫтына алынған. Уларҙың иң мөһимдәрен ҡарап үтәйек. Ямантау һәм Ирәмәл тауҙары. Былар Көньяҡ Уралдың иң бейек тауҙары. Тап бына ошо тауҙарҙа үҫемлектәрҙең вертикаль бүлкәткә ҡарап үҙгәреүен тулыраҡ күрергә мөмкин. Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр бар. Тәбиғәтте һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында Ямантау тирәһе Урал ҡурсаулығы итеп иғлан ителгән.

Белорет районындағы Атыш, Ишембай районындағы Күкҡарауыҡ һәм Баймаҡ районындағы Ғәҙелша шарлауыҡтары — гүзәл тәбиғәт мөғжизәләре.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ Шүлгәнташ мәмерйәһе, шулай уҡ Ҡотоҡ тарлауығындағы ҙур мәмерйәләр бик ҙур ҡиммәткә эйә. Ошо уҡ зонала урынлашҡан Башҡортостан ҡурсаулығында тәбиғәттең бөтә өлөштәре лә һаҡ аҫтына алынған. Унда болан үрсетеү буйынса ҙур эш алып барыла, ҡырағай бал ҡорттары, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы өйрәнелә. Зонаның күп төбәктәре ҡомартҡы булырлыҡ әһәмиәткә эйә. Көньяҡ Урал тауҙарына артылған кеше алдында бик ҙур тәбиғәт музейындағы һымаҡ һоҡланғыс күренеш асыла: бында урман менән ҡапланған һәм бер-береһе менән талғын ғына тоташа барыусы тау армыттары, тау тоҡомдары һыныҡтары менән тулы таш йылғалары, киң сәхрә булып ятҡан тау итәктәре һәм Нөгөштәге һымаҡ тәрән тарлауыҡтар таң ҡалдырырлыҡ! Быларҙың барыһы ла һаҡсыл ҡарашҡа һәм ҡурсалауға мохтаж.

Таулы-урманлы дала зонаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәйбулла районы далалары

Ул Уралтау һыртынан көнсығышҡа һәм көньяҡҡа табан Йылайыр ялпы таулығында йәйелеп ята. Был зонала Ирәндек һәм Ҡырҡтытау һырттары һауаға олғашып тора. Зона көнбайыштан таулы-урманлы зона менән, ә көнсығыштан Башҡортостандың Урал аръяғы далалары менән сикләнә.

Таулы-урманлы дала зонаһының ер өҫтөнә ҡыраз түбәле тауҙар теҙмәһе һәм ваҡ-ваҡ убалар хас. Тау ҡыраздары ҡатып ҡалған тулҡындарҙы хәтерләтә: уларҙың битләүҙәре көнбайыштан һәм көньяҡтан текә булып күтәрелә, ә көнсығыштан һәм төньяҡтан һөҙәкләнеп түбән төшә. Майҙанының 60%-ы урман менән ҡапланған. Урмандары ҡайын сауҡалыҡтарынан, ҡайын һәм киң япраҡлы, ҡайын һәм ылыҫлы ағастарҙан тора. Урмандар башлыса төньяҡ һәм көнбайыш тау битләүҙәрен ҡаплап үҫә. Тауҙың асыҡ урындарында һолүлән, ҡылған сал сәсен елдә сайҡап ултыра. Зонала һоро урман тупрағы, шулай уҡ ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Климаты ҡитғаныҡы, ҡоролоҡло.

Таулы-урманлы далала бер нисә тәбиғәт ҡомартҡыһы айырылып тора. Уларҙан Учалы ҡалаһы янындағы Өргөн күле — иң күренеклеһе. Уның ярҙарын бик матур ҡарағай һәм япраҡлы урман әйләндерел алған. Учалы районының төньяғында Ауышкүл йәйрәп ята, ул Ауышкүл йәшмә ятҡылыҡтары менән дан ҡаҙанды. Унда һары төҫтәге йәшмә сығарыла. Төрлөсә тармаҡланған ҡара һәм һоро һыҙаттар был таштарға айырыуса күркәмлек бирә.

Таулы-урманлы дала зонаһының көньяғында Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары ерҙәрендә Шайтантау урынлашҡан. Унда заказник ойошторолған. Ул ошо зонаның иң гүзәл тәбиғәтле урындарының береһе. Бында далалар имән, ҡайын һәм башҡа киң япраҡлы урмандар менән аралашып килә.


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]