Эстәлеккә күсергә

Ҡандракүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡандракүл (күл) битенән йүнәлтелде)
Озеро
Ҡандракүл
Морфометрия
Абсолют бейеклеге167 м
Үлсәме8 × 3,6 км
Майҙаны15,6 км²
Күләме0,1127 км³
Иң тәрән урыны16,5 м
Уртаса тәрәнләк7,2 м
Урынлашыуы
54°30′10″ с. ш. 54°03′50″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 10010201611111100006995
Рәсәй
Точка
Ҡандракүл
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡандракүл
 Ҡандракүл Викимилектә

Ҡандракүл (рус. Кандры-Куль, Кандракул) — Башҡортостандың Туймазы районында урынлашҡан, ҙурлығы буйынса Асылыкүлдән ҡалыша икенсе урында торған күл. Туймазынан 25 км көньяҡ-көнсығышта, Башҡортостандың урман-дала зонаһында урынлашҡан.

Карст убылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән. Яры ике террасалы, ҡомташтан, балсыҡ ҡатыш ҡомташтан, ҡатып ҡалған тау тоҡомдары ярсыҡтарынан тора. Төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш ярҙары һөҙәк, ҡомло пляж һыҙаты бар. Ярының ҡалған өлөшө ҡалҡыуыраҡ. Күлдең иң тәрән урыны — 16, 5 м, уртаса тәрәнлеге — 7,2 м, һыу күләме — 113 млн. м³[1]. Күлгә ҡойған да, ағып сыҡҡан да йылға юҡ. Күлдең өҫкө йөҙөнөң уртаса майҙаны 15,6 км² тәшкил итә.

Күл яуым-төшөм, ағып төшкән шишмәләр менән туйына.

Күл уртаһында төньяҡ-көнбайышта һирәк осрай торған үҫемлектәре менән дан тотҡан утрау бар. Күлде өс яҡтан тауҙар уратҡан. Көньяҡта Гөлбикә менән Ҡыҙылтау. Уларҙың ярҙары текә.

Күл дә, тирә яғы-ла, утрау ҙа үҫемлектәргә, ҡош-ҡортҡа бай.

Күлдең һыуы саф, үтә күренмәле, йомшаҡ. Химик составы буйынса магний төркөмөнең сульфат класлы сульфат-натрий тибына ҡарай.

Яр буйында ял йорттары урынлашҡан. Төньяҡ яры буйлап М5 «Урал» автомобиль юлы үтә.

Күл һаҡлауға алынған тәбиғәт объекты — 1995 йылдың 18 ғинуарында — «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы булдырылды.

Күлдең исеме «хан» һәм «тора» (боронғо төрки теле — ҡәлғә), «күл» (озеро) һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, йәғни һүҙмә-һүҙ — «Хан ҡәлғәһе торған күл» тигәнде аңлата[2]. Б. А. Моратов фекренсә, Ҡандра атамаһы был күл эргәһендә йәшәгән ҡандра йылан башҡорттары менән бәйле, был исем 'ҡондоҙ йылғаһынан күсеп килгән йыландар' тигәнде аңлата. Ҡондоҙ йылғаһы — Ҡондорса[3] — ҡандра йылан (ҡондорса йылан) ырыуы ата-бабаларының XIV быуатта беренсе ултырған урынының атамаһы.

Башҡорттарҙа йылға-күлдәргә, шул иҫәптән Ҡандракүлгә лә бәйле төрлө миф-риүәйәттәр күп. Күлде бүлеп торған «Гөбәкә Ҡандра» тауы булған. Бер заман был тау түбәнәйгән, һәм күл һыуы хәҙерге урынына ағып төшкән; унан ҡырағай аттар өйөрө сыҡҡан, сөнки күл буйында аттар йәшәгән арандар йәки атлыҡсалар торған, йыш ҡына Ҡандра-Ҡотой ярҙарының бер өлөшөн әлегә тиклем «Йылҡы туплауы» («Стойло коней»)» тип йөрөтәләр. Ә икенсе бер легендала телгә алынған һыу батшаһы ике күлгә: Ҡандра һәм Асылы күлдәренә эйә булған тиелә.

Асылыкүл менән Ҡандракүл һыу аҫты юлы менән бәйләнгән тигән фараз да йәшәй ауыҙ-тел ижадында.

1833 йылда рус яҙыусыһы Владимир Иванович Даль башҡорттар араһында була һәм ентекле тасуирламалар яҙып ҡалдыра. Башҡорт риүәйәттәрен яҙып ала — Йылҡысыҡҡан күле, Тауса ҡаяларындағы мәмерйә, Асылыкүл менән Ҡандракүлдең эйәһе — һыу аҫты батшаһының ҡыҙы Һауһылыуға Заятүләктең мөхәббәте («Заятүләк менән Һыуһылыу (Башкирская русалка)») тураһында яҙа[4]:

На северо — западе от Ачуллы, верстах в 50 за вершинами речек: Черемсана, Чукады или Нугуша, лежит такое же дивное озеро Кандра-куль. На юге от него горы с редким лесом; на западе обрывы и увал каймой; тут же мыс и островок, на котором башкиры пасут лучших коней своих, потому что они здесь в беспечности, даже и без пастуха; на севере — песчаная, кочковатая, поросшая травою покатость и далее степной кряж уступом; тут же тянется ров или овраг, от самого озера до лощины реки Нугуша, — и вода течет. Во время разлива озера, по этому рукаву; на востоке мочажина, болотце, и далее холмистый увал. На Кандры-куле стоят три аула или три деревни, все три Кандры.

  • Газета «Выбор» № 118—119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».
  • Кузеев, Раиль. Иске йорт — старая родина / Р. Кузеев // Созвездие курая : Духовное наследие Башкортостана. — М., 1997. — С. 32-36. — (Памятники Отечества. Вып. 38).
  1. http://www.kandrykul.ru/ozero/opisanie/ Кандрыкуль — описание озера
  2. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С.115.
  3. Преображенская Кондурчинская слобода или история села Кошки. www.kraeved-samara.ru. Дата обращения: 8 февраль 2020.
  4. Владимир Иванович Даль. spivakvadim.narod.ru. Дата обращения: 8 февраль 2020.