Портал:Йәмғиәт/Һайланған мәҡәлә
Уҡыу көйләүҙәре
Ғаилә — тарихи аныҡ ойошҡан, ағзалары үҙ-ара никах йәки туғанлыҡ (һәм тәрбиәгә алған балаларға) мөнәсәбәттәре менән бәйле булған, уртаҡ көндәлек тормош, үҙ-ара әхлаҡи яуаплылыҡ һәм социаль зарурлыҡ менән йәшәгән социаль төркөм. Ғаилә йәмғиәттең халыҡ һанын арттырыу ихтыяжына бәйле булдырыла.
Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгәнкешеләрҙең күбеһе өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора. Йәмғиәттең һәр ағзаһы тыуған көнөнән һуңғы көнөнә тиклем социаль статусынан, милләтенән, мөлкәтенән һәм матди хәленән тыш, ғаилә-никах хәле тураһында характеристикаға эйә. (дауамы...)