Порядин Геннадий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Порядин Геннадий Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 19 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (82 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» II степени орден «За заслуги перед Отечеством» II степени
Уҡыу йорто Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]


Порядин Геннадий Васильевич (тыуған 19 июнь 1937 йыл) — совет һәм рәсәй патофизиологы, аллерголог, Рәсәф Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы (2004), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Порядин Геннадий Васильевич 1966 йыл — Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай

1966 йылда — Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтында эшләй башлай. Бында спирантуранан алып (ғилми етәксеһе А. Д. Адо) патологик физиология кафедраһы мөдиренә (1986-2012), уҡыу эштәре буйынса проректорына (2012-2015) тиклем юл үтә. Хәҙерге ваҡытта Порядин Геннадий Васильевич — ошо уҡ уҡыу йортонда кафедра профессоры, ректорҙың кәңәшсеһе.

Порядин Геннадий Васильевич 1969 йылда кандидатлыҡ, ә 1983 йылда — докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, һуңғыһының темаһы: «Механизмы формирования немедленной аллергии человека и пути их коррекции».

2004 йылда Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булып китә.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Порядин Геннадий Васильевичтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: иммунопатологик аллергия ауырыуҙарының күҙәнәк һәм молекуляр механизмы; йөрәк елһенеү, шешеүҙә (инфекцион-аллергия миокардит )иммун системаһы үҫешенең роле; иммунопатология үҫеүендә апоптоздың роле; үҙенсәлекле иммунотерапия механизмы; аллергияға ҡаршы яңы препараттар эҙләү һәм өйрәнеү.

Порядин Геннадий Васильевич етәкселегендә 24 фән кандидаты һәм 12 фән докторы әҙерләнгән.

Ғалим Порядин Геннадий Васильевич 400-ләп фәнни эштәрҙең, 7 монография, 3 ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм табиптар өсөн етәкселек, 12 уйлап табыу авторы.

Патофизиологтарҙың Рәсәй ғилми йәмғиәте президиумы ағзаһы, Рәсәй ғилми йәмғиәтенең патофизиологияны уҡытыу-методик комиссияһының рәйесе, «Патологическая физиология и экспериментальная терапия», «Общая реаниматология», «Клиническая патофизиология», «Вестник РГМУ» журналдары мөхәрририәтенең ағзаһы.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы (1996)[1]
  • Почет ордены (2018)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]