Посоха Антонина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Посоха Антонина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Гришково[d], Нахимовское сельское поселение[d], Новодугинский район[d], Западная область[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 июнь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Октябрьское[d], Петуховский муниципальный округ[d], Ҡурған өлкәһе, Рәсәй
Уҡыу йорто Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Антонина Ивановна Посоха (25 декабрь 1932 йыл, Гришково ауылы, Көнбайыш өлкә) — Ҡурған өлкәһенең Петухово районы Гагарин исемендәге совхоздың баш зоотехнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антонина Ивановна Посоха 1932 йылдың 25 декабрендә Гришково ауылында (хәҙер Смоленск өлкәһенең Холм-Жирковский районы Нахимовское ауыл биләмәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1950 йылда Высоковск ауыл хужалығы техникумын тамамлай, шунан һуң Ҡурған өлкәһенә күсеп китә, унда Петухово ҡошсолоҡ совхозына эшкә урынлаша. 1968 йылдан алып — Петухово районы Гагарин исемендәге совхоздың баш зоотехнигы. Ҡурған ауыл хужалығы институтын тамамлай (1970)[1].

1945 йылдан КПСС ағзаһы.

Совхозда ҡоштарҙы ситлектәрҙә тотоуҙы һәм алдынғы технологияларҙы индерә, һөҙөмтәлә йомортҡа һалыусанлыҡ күпкә арта. Совхоз 1966 йылда 6 миллион йомортҡа етештерһә, 1971 йылда йомортҡа етештереү 23,5 миллионға тиклем арта.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм игенселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса биш йыллыҡ планын үтәгәндә юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн, Посоха Антонина Ивановнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Хҙмәтсәндәр депутаттарының Ҡурған өлкәһе Петухово район Советына күп тапҡырҙар депутат итеп һайлана.

1988 йылда хаҡлы ялға сыға. Петухово районы Октябрь ауыл советының Октябрь ауылында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
  • Ленин ордены
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]