Примаченко Мария Авксентьевна
Мария Авксентьевна Примаченко | ||||
Марія Оксентіївна Примаченко | ||||
Файл:Приймаченко М.jpg | ||||
Тыуған: | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы Киев губернаһы Болотня ауылы | |||
Үлгән: | ||||
Үлгән урыны: |
Украина Киев өлкәһе Иванков районы Болотня ауылы, | |||
Ил: |
Рәсәй империяһы | |||
Жанр: | ||||
Стиль: | ||||
Наградалары: |
| |||
Исемдәре: |
| |||
Премиялары: |
| |||
Сайт: | ||||
Работы |
Примаченко Мария Авксентьевна (укр. Марія Оксентіївна Примаченко, ҡайһы берҙә Приймаченко[2]; 12 ғинуар 1908 йыл— 18 август 1997 йыл) — УССР-ҙың халыҡ рәссамы (1988). «Халыҡ примитивы» вәкиле («бер ҡатлы сәнғәт»).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Авксентьевна Примаченко 1909 йылдың 12 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 1908 йылдың 30 декабрендә) Болотня ауылында (хәҙер Украинаның Киев өлкәһе Иванков районы) тыуған һәм шунда ғүмер буйы йәшәгән.
Атаһы, Авксентий Григорьевич, бик шәп балта оҫтаһы булған, ишек алды ҡоймаларын эшләгән.
Әсәһе, Прасковья Васильевна, сигеү буйынса танылған оҫта булған (Мария Авксентьевна ла үҙ ҡулдары менән сигелгән күлдәктәр кейгән).
Мария Авксентьевнаның баласағы бик ҡурҡыныс сир — полиомиелит ауырыуы — менән хәсрәткә төшөрөлә. Ошо ауырыуы уны үтә етди һәм күҙәтеүсән бала булып үҫеүенә булышлыҡ итә, уның күреү һәм ишетеү һәләттәрен көсәйтә. Мария Авксентьевна лайыҡлы һәм ҙур батырлыҡ менән бөтә тормош михнәттәрен үтә, мөхәббәт бәхетен дә (уның ире фронтта һәләк булған) һәм әсә бәхетен дә татый. Мария Авксентьевнаның улы — Федор Васильевич Примаченко (1941—2008). Мария Авксентьевна улына үҙе остаз була һәм улы Украина халыҡ рәссамы исеменә лайыҡ була[3].
«Барыһы ла ошолай башланып китте, — тип иҫләй рәссам. — Бер көнө мин өйөм эргәһендә, йылға буйындағы сәскәле болонда ҡаҙҙар ҡөтә инем. Ҡомда мин һәр төрлө үҙем күргән сәскәләр эшләй инем. Ә шунан зәңгәрһыу төҫтәге балсыҡ күреп ҡалдым. Итәгемә йыйып алдым да үҙебеҙҙең өйөбөҙҙө биҙәп ташланым…» Һәр кем ҡыҙыҡай ҡулдары менән эшләнгән матурлыҡты ҡарарға килгән. Маҡтағандар. Күршеләр уларҙың да өйҙәрен биҙәргә һорай башлағандар.
Примаченконың талантын Киевта йәшәгән Татьяна Флору аса. 1960 −1970-се йылдарҙа журналист Г. А. Местечкин Примаченко ижадының киң популярлаштырыуын ойоштора. 1936 йылда Мария Авксентьевнаны украин сәнғәте Киев музейы янындағы эксперименталь оҫтаханаларға саҡыралар. Уның ижады күпкә төрлөрәк булып китә — Мария рәсемдәр төшөрә, сигә, керамика менән мауыға. Украин халыҡ декоратив-ғәмәли сәнғәт Дәүләт музейында уның керамик көршәктәре һәм ул йәшәгән осорҙағы табаҡтар һаҡлана. Украин керамикаһының танылған оҫтаһы Аким Герасименко бик ҙур теләк менән Примаченкоға үҙе эшләгән төрлө формалағы әйберҙәрҙе биргән, ә ул уларға ерән төлкөләрҙе, ҡот осҡос хайуандарҙы, еләк япраҡтары өҫтөнән атлап йөрөгән зәңгәр маймылдарҙы йәки сәскәгә төрөнгән йәшел крокодилдарҙы биҙәкләп төшөргән.
Мария Примаченко үҙенең талантын керамик скульптураһы өлкәһендә лә күрһәткән, тигән мәғлүмәттәр бар. Был жанрҙауның бер генә эше һаҡланған — «Крокодил». 1936 йылдағы халыҡ сәнғәте күргәҙмәһендә ҡатнашҡаны өсөн Примаченконы беренсе дәрәжә дипломы менән бүләкләйҙәр. Артабан уның эштәре, һәр ваҡыттағыса ҙур уңыш менән, Париж, Варшава, София, Монреаль, Прага күргәҙмәләрендә ҡуйыла. 1986 йылда ул үҙенең Чернобыль серияһы картиналарын булдыра.
Киев ҡала советының 2009 йылдың 22 ғинуарындағы 13/1068-се ҡарары нигеҙендә баш ҡала Лихачев бульвары, Мария Примаченко хөрмәтенә, уның исемен йөрөтә башлай..
Мария Примаченко 1997 йылдың 18 авгусында Болотня ауылында вафат була һәм шунда уҡ ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- УССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1970)
- УССР-ҙың халыҡ рәссамы (1988)
- УССР—ҙың Т. Г. Шевченко исемендәге Дәүләт премияһы (1966) — «Кешеләргә шатлыҡҡа» сәнғәт эштәре циклы өсөн
- «Почёт Билдәһе» ордены (1960) һәм медалдәр
- Украина Президенты Почёт билдәһе (1994 йыл)[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ По словам художницы, её фамилия Приймаченко, а вариант без й появился в русской передаче фамилии.
- ↑ Марія Приймаченко намалювала зелёного слона у сталінському картузі.
- ↑ Указ Президента України № 5/94 від 6 січня 1994 року «Про нагородження Почесною відзнакою Президента України»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Островский Г. С. Добрый лев Марии Примаченко. — М.: Советский художник, 1990. — 224 с. — (Рассказы о художниках).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мария Примаченко. Комплект открыток. Ленинград, Аврора, 1979.
- Марія Примаченко. Альбом. — Київ, 1994 (укр.) Украинская живопись. Мария Примаченко
- 12 ғинуарҙа тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- Киев губернаһында тыуғандар
- 18 августа вафат булғандар
- 1997 йылда вафат булғандар
- Украинала вафат булғандар
- Украинаның «Ҡаҙаныштар өсөн» (Почёт билдәһе) ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Тарас Шевченко исемендәге Украина Мидди премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- СССР рәссамдары
- СССР Рәссамдар союзы ағзалары