Проект:АХБ төҙәтеү/Муса Гәрәев музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
АХБ төҙәтеү/Муса Гәрәев музейы
Нигеҙләү датаһы 1991
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урын Үрге Йәркәй
Бағышланған Гәрәев Муса Ғaйса улы
Асыу датаһы 8 июль 1992
Карта

Муса Гәрәев музейы (Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейы; рус. Музей дважды Героя Советского Союза Мусы Гареева) — мемориаль музей, Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында урынлашҡан.

Тасуирлама[сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылда Үрге Йәркәй ауылында Башҡортостан Республикаһы Милли музейының филиалы булараҡ ойошторола. 2006 йылға тиклем ошо статуста була[1].

1992 йылдың 8 июлендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Гәрәев Муса Ғaйса улының тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы музейҙың экспозицияһы асыла[2]. Ошо уҡ көндә Муса Гәрәевтың тыуған ауылы Ташшишмәлә ул йәшәгән йорт тергеҙелә һәм музейҙың филиалы барлыҡҡа килә[3].

Музей фондтарында 3500-ән ашыу берәмек һаҡлана. Фондтың экспонаттары: Муса Гәрәевтың шәхси әйберҙәре һәм документтары, портреты (рәссамы Рәшит Нурмөхәмәтов), фотографиялар, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет осоусыһы ҡоралы һәм хәрби экипировкаһы өлгөләре, хәрби трофейҙар[1].

Музейҙың экспозицияһы 2 залда урынлашҡан. Тәүге залы Муса Ғайса улының үҫмер йылдарына һәм һуғыш осорона бағышланған. Уның төп өлөшөн Бөйөк Ватан һуғышында 1944 йылғы Ҡырым операцияһындағы хәл иткес алыштарҙың береһен һүрәтләгән «Һабынтауҙы штурмлау» (рус. «Штурм Сапун-горы») диорамаһы тәшкил итә. Бында ике манекен Ҡыҙыл Армия лётчиктарының хәрби экипировкаһын күрһәтә. Муса Гәрәевтың хәрби осоштарында кейгән мундиры: осоу комбинезоны, крагтар, шлемофон ҡуйылған, шулай уҡ «У-2», «Ил-2» самолёттарының моделдәре урынлаштырылған. Шулай уҡ уның Өфө аэроклубында шөғөлләнеүе, Энгельс хәрби авиация мәктәбендә уҡыу осоро урын алған.

Икенсе зал геройҙың һуғыштан һуңғы биографияһына арналған. Экспозицияла Муса Гәрәевтың эш кабинеты макеты булдырылған. Бында ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәгән осорона ҡараған экспонаттар ҡуйылған[2][1][3].

Музейҙың Ташшишмә ауылындағы филиалында Муса Гәрәев үҫкән һәм ҡунаҡҡа килгән йорт тергеҙелгән. Бындағы әйберҙәр (өй йыһазы, Гәрәевтарҙың ғаилә фотографиялары, мәктәп дуҫтары һәм ауылдаштары фотографиялары, хеҙмәт ҡоралдары, кәрәк-яраҡтар, кейем-һалым һәм башҡалар) уның бала сағы осорона тап килә[2].

Музей биләмәһендә геройға бюст һәм 2012 йылда музейы янындағы Муса Гәрәев скверында «АН-2» самолёты ҡуйыла[3].

Етәкселәре[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Р. М. Камалов (1991 йылдан — 2010 йылдың ғинуары);
  • Р. Х. Хәбибов (2010 йылдың ғинуарынан — 2013 йылдың марты);
  • Ә. Ғ. Сабирова (2013 йылдан)[2].

Иҫкәрмәләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Камалов Р. М., Шафиҡова Е. Ҡ. Гәрәев М. музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Музей Мусы Гареева. Илишевская историческая энциклопедия. Дата обращения: 14 сентябрь 2020.</
  3. 3,0 3,1 3,2 Мусалимова Э. Х. Музей Мусы Гареева. Муниципальный район Илишевский район Республики Башкортостан. Дата обращения: 14 сентябрь 2020.</