Эстәлеккә күсергә

Проект:АХБ төҙәтеү/Палютина Зилаира Рияз ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зилаира Рияз ҡыҙы Палютина
Тыуған көнө

18 сентябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны

Өфө, БАССР, СССР

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тел белгесе

Эшләгән урыны

БДМУ

Альма-матер

БДУ

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Награда һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Палютина Зилаира Рияз ҡыҙы (18 сентябрь 1951, Өфө, БАССР) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тел белгесе һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004). П.А. Флоренский исемендәге премия лауреаты (2006).

Биографияһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Палютина Зилаира Рияз ҡыҙы 1951 йылдың 18 сентябрендә Өфөлә тыуа.

1974 йылда ул Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1975 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта башлай.

2004 йылда — Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре исеменә, 2006 йылда Зилаира Рияз ҡыҙы П.А. Флоренский исемендәге премияға лайыҡ була. Шул уҡ йылда Филология фәндәре докторы исемен яҡлай.

Палютинаның ғилми тикшеренеүҙәре сағыштырма‑тарихи, типологик һәм сағыштырма тел ғилеме проблемаларына, медицина терминдарын өйрәнеүҙә инглиз, немец, урыҫ һәм француз телдәренең материалдарын ҡулланыуға бағышланған.

Зилаира Рияз ҡыҙының 100 тирәһе ғилми эше бар.

Ғилми хеҙмәттәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Цивилизационный подход к терминологии. Өфө, 2002
  • Цивилизационная лингвистика. Өфө, 2005

Наградалары һәм исемдәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004)
  • П.А. Флоренский исемендәге премия лауреаты (2006)

Һылтанмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]