Просекова Светлана Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Просекова Светлана Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 27 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Волоколамск[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө китапханасы
Эшмәкәрлек төрө Библиографоведение[d] һәм библиотековедение[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Просекова Светлана Николаевна (27 апрель 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй китапханасыһы; балалар яҙыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Светлана Николаевна Просекова 1940 йылдың 27 апрелендә Мәскәү өлкәһе Волоколамск ҡалаһында тыуған. 1975 йылда Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтын (МГУК) тамамлай.

1981 йылдан педагогия фәндәре кандидаты.

1965 йылдан 1995 йылға тиклем Ленин исемендәге Дәүләт китапханаһында (РГБ (Ленинка)) түбәндәге вазифаларҙы биләй: кесе библиограф, библиограф, китапхана фәне һәм библиография теорияһының фәнни-тикшеренеү бүлеге мөхәррире, кесе ғилми хеҙмәткәр.

1996 йылдан 2009 йылға тиклем Н. А. Некрасов Үҙәк Асыҡ китапханаһының директоры булып эшләй[1].

2002 йылдан — «Вестник библиотек Москвы» мәғлүмәт-методик журналының баш мөхәррире

2006 йылдан — «Университетская книга» мәғлүмәт-аналитика журналының мөхәрририәт советы ағзаһы[2].

Н. А. Некрасов исемендәге китапхана директоры сифатында китапхана бәйләнештәре призмаһы аша йәмғиәттә милләт-ара мөнәсәбәттәргә күп иғтибар бүлә[3][4].

Пенсияла балалар өсөн китап яҙа башлай[5].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Күп милләтле Мәскәү» программаһын әҙерләй, уның сиктәрендә толерантлыҡ һәм көс ҡулланыуға ҡаршы арналған саралар үткәрелә.
  • Китапхананың мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләү тәжрибәһен системалаштырыу[6]
  • Просекова идаралығы ваҡытында Н. А. Некрасов исемендәге китапхана күп йылдар социаль-йүнәлешле программаны алып бара, уның сиктәрендә ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға, хәрби частарға, төрмәләргә китап бүләктәре ебәрелә (йылына 100 меңдән ашыу китап).[7]

Светлана Николаевна мәғлүмәт-китахана эше үҫешенә арналған ЮНЕСКО-ның бер нисә проекты етәксеһе һәм ойоштороусыһы була. Күп йылдар дауамында ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Федерацияһының комиссияһы ҡарамағындағы китахана хеҙмәттәшлегенең Төбәк-ара үҙәген етәкләй.

Китапхана эше тәжрибәһе 45 йыл самаһы.

Ағзалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Александрия китапханаһы дуҫтары йәмғиәте ағзаһы (Александрия, Египет)
  • Рәсәй парламент клубының попечителлек советы ағзаһы[8]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы — Хромов Николай Кузьмич. Атаһы яғынан ата — бабалары- сауҙагәрҙәр: Хромов Кузьма Ефимович — билдәле Мәскәү сауҙагәре. Әсәһе — Екатерина Владимировна Васильева. Әсәһе яғынан ата — бабалары- мещандар.

Ире — Соколов Валерий Николаевич, запастағы офицер.

Балалары: ҡыҙы Ольга, 1959 йылғы, улы Валерий.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Иҫтәлекле алтын миҙал» дипломы, ЮНЕСКО-ның «Донъя пальма ботағы», 2000 й.;
  • «Ватанға хеҙмәте өсөн» 3 дәрәжә орден миҙалы;
  • «Фашист илбаҫарҙарынан Одессаны азат итеүҙең 60-йыллығы» миҙалы;
  • «М. А. Шолоховтың 100-йыллығына» иҫтәлекле миҙалы;
  • Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһы таныҡлығы, 2005 й.;
  • «Ҡатын — ҡыҙ-йыл директоры» X Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе (2007)[9]
  • Мәскәү мэрының рәхмәт хаты (2004);
  • Рәсәй китапханалар ассоциацияһының «Рәсәй китапханалары профессиональ хәрәкәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн» почетлы дипломы (2005)[10];
  • Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы грамотаһы
  • Мәскәү Хөкүмәте грамотаһы

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәте (ғилми, ғилми-методик темаларын һәм китапхана тематикаһына);
  • Светлана Просекова. «Добро творит чудеса. Рассказы и сказки о тех, кто рядом с нами». — Издательство: У Никитских ворот, 2020 г. ISBN 978-5-00095-991-6

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Российские библиотекари: Москва / [составитель Н. А. Забелина]. — Москва : Альфа-М, 2009. — 339, [12] с. : портр. ; 22 см. — Алф. указ. в конце кн. — 1000 экз. — ISBN 978-5-98281-164-6 (в пер.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Антон Мастренков. Директор Центральной городской публичной библиотеки Москвы имени Некрасова Светлана Просекова: Основные принципы нашего служения - доступность и обеспеченность - Москва || Интерфакс Россия. www.interfax-russia.ru (27 май 2009). Дата обращения: 6 май 2020.
  2. Сентябрь 2006. www.unkniga.ru. Дата обращения: 6 май 2020.
  3. YouTube сайтында Светлана Просекова - 2008, Москва
  4. Каждый третий москвич не читает и не покупает книг. Эхо Москвы. Дата обращения: 6 май 2020.
  5. Доброта творит чудеса. Рассказы и сказки о тех, кто рядом с нами: сборник рассказов (Просекова, С. Н.). mdk-arbat.ru. Дата обращения: 6 май 2020.
  6. Наталья Козырева. Обычная работа с необычными детьми. dislife.ru (12 февраль 2009). Дата обращения: 6 май 2020.
  7. Московские библиотекари подарили книги своим липецким коллегам. ИА REGNUM. Дата обращения: 6 май 2020.
  8. Список членов Попечительского совета. http://парламентский-клуб.рф.+Дата обращения: 6 май 2020.
  9. Человек. Культура. Город. www.chkg.ru. Дата обращения: 6 май 2020.
  10. «За выдающийся вклад в профессиональное библиотечное движение в России». Российская библиотечная ассоциация. www.rba.ru. Дата обращения: 6 май 2020.