Эстәлеккә күсергә

Путь домой

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Путь домой
Теле

урыҫ теле

Веб-сайты

http://www.putdomoi.ru/

[[Категория:Ҡалып:Национальные издания]]Ҡалып:Языковая категория для

«Путь домой» (2003 йылға тиклем — «На дне») — 1994 йылдан алып Санкт-Петербург ҡалаһында сыҡҡан урам гәзите; 2003 йылдан башлап журнал форматында айына 2 тапҡыр баҫылып сыға[1], ә 2008 йылдан алып — йәнә гәзит булараҡ сыға[2].

Баҫманың төп маҡсаты булып йортһоҙҙарға үҙҙәренә ашау һәм ғүмер итеү өсөн тормошҡа ашырлыҡ һәм легаль аҡса эшләү мөмкинлеген биреү, һәм тағы ла йәмғиәттә йортһоҙҙарға ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеү булып тора[1].

Мөхәррире — Аркадий Тюрин[2].

Ваҡытлы баҫманың бизнес моделе урам гәзите принциптарында нигеҙләнгән[1]:

  • гәзит таратыусыһы булып йортһоҙ йәки йортһоҙ ҡалыу ҡурҡынысы аҫтында булған кеше була ала;
  • гәзит таратыусыһы ваҡытлы баҫманың даналарын 50 % ташлама менән һатып ала һәм һуңынан уларҙы тулы хаҡҡа һата;
  • тик иғлан ителгән хаҡ менән һәм баҫма урынлаштырған ҡағиҙәләргә ярашлы һата.
  • гәзит таратыусыға хаҡты үҙ ҡарары менән үҙгәртереү тыйыла;
  • гәзит таратыусыһы нәшриәт менән билдәләнгән һатыу һәм һатып алыусылар менән аралашыу ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш.

1993 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында «Ночлежка» мәрхәмәтлелек ойошмаһы А3 форматындағы «На дне» урам гәзитен ойоштора[2]. Баҫманың тәүге һаны 1994 йылдың 5 сентябрендә баҫылып сыға[1][2][3].

Сығанаҡтар фекеренсә, гәзиттең исеме ХХ быуат башында Мәскәүҙә китап менән сауҙа итеүсе П. Максимов менән нәшер ителгән шул уҡ исемдәге гәзиттән алыныуы мөмкин[1].

Гәзит форматында баҫманың күп өлөшөн ҡала ваҡиғалары, публицистика, хәҙерге заман һынлы сәнғәт, музыка, кино, һәм тағы ла Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларының театр-күргәҙмә һәм концерт-клуб афишалары тураһында мәғлүмәт биләй[1]. «На дне» гәзитендә, шул иҫәптән йортһоҙҙар менән ижад ителгән, хикәйәләр һәм шиғырҙар баҫылып сыға[1][4].

Баҫманы төҙөүҙә журналистар, әҙиптәр, тәнҡитселәр — Лариса Петрова, Андрей Кудряшов, Дмитрий Пиликин, Олег Юрченко, Нина Захарова, Алексей Варсопко, Анна Комарец, Евгений Майзель, Александр Покровский, Владимир Нахимов, Эмилия Кундышева һәм башҡалар, фотографтар — Андрей Чежин, Игорь Лебедев, Андрей (Вилли) Усов, Дмитрий Виленский һәм башҡалар, рәссам — Александр Менус ҡатнашалар[1]. Тәүге мөхәррир Марина Дмитриева, баҫтырып сығарыусы нәшерсе — Валерий Соколов булған[1][3].

Гәзит редакцияһы төрлө проекттарҙа «АХЕ» театраль төркөмө, «Галерея-21» һәм «Борей» сәнғәт күргәҙмәләре, «Пушкинская 10» мәҙәни үҙәге, «Кибер-феминклуб» менән хеҙмәттәшлек иткән[1].

1995 йылда гәзит Халыҡ-ара урам гәзиттәре селтәренең (ингл. The International Network of Street Papers, ингл. INSP) ағзаһы була[1].

Соколов һүҙҙәренә ярашлы, 1999 йылда гәзит килемһеҙ була һәм сығымдар башҡа проекттар иҫәбенә ҡаплана[3]. Бер һанынының тиражын баҫтырып сығарыу 12500 АҠШ доллары тәшкил итән[3]. Авторҙарға гонорар түләнмәһәлә, Санкт-Петербургта «На дне» гәзитендә эшләү модаға керә[3].

2000—2001 йылдарҙа гәзиттең тиражы 23—25 мең данаға барып еткән[1].

2000 йылда «На дне» гәзите янында йортһоҙҙар өсөн арт-студия ойошторола[5].

2003 йылдың 27 майында, профессиональ маркетологтар менән кәңәшләнгәндән һуң, «На дне» гәзите кеҫә форматындағы «Путь домой» журналына үҙгәртелә. Журналды «Новые социальные решения» коммерция булмаған хеҙмәттәшлек менән нәшер ителә[2][1].

2004 йылда «Ночлежка» мәрхәмәтлелек фонды президенты Валерий Соколов гәзиттең тағы ла дүрт һанын баҫтырып сығара, улар менән бергә «На дне» гәзите форматында барлығы 168 һан баҫылып сыҡҡан[1].

2003 йылдан алып «Путь домой» ваҡытлы баҫмаһының командаһы йортһоҙҙар өсөн футбол буйынса чемпионаттар уҙғара[2].

Мөхәррир Аркадий Тюрин һүҙҙәре буйынса, 2003—2004 йылдарҙа баҫмала тираждың бик ныҡ кәмеүе күҙәтелә, әммә 2007 йылда ул күтәрелә һәм ҡала буйынса йылына 5 мең данаға етә[6].

2004 йылда арт-студия эштәренең тәүге күргәҙмәһе үткәрелә[2].

2008 йылдың 27 майында журнал кире гәзит итеп үҙгәртелә[2].

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 П. В. Беспрозванная. НА ДНЕ. Фонд имени Д. С. Лихачёва (июнь 2009). Дата обращения: 6 май 2015.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Дарья Осина. Такой трудный путь домой. Как газета помогает бездомным. Новый Бизнес (29 сентябрь 2008). Дата обращения: 6 май 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Валерий Панюшкин. Бомж — это звучит гордо. Коммерсант (23 июнь 1999). Дата обращения: 6 май 2015.
  4. Michael Denisov, St. Petersburg. hinzundkunzt.de (4 февраль 2014). Дата обращения: 6 май 2015.
  5. Леонид ВИНОГРАДОВ. Рисунки петербургских бездомных – помощь бездомным московским. Милосердие.ru. Дата обращения: 6 май 2015.
  6. Мөхәррир Аркадий Тюриндың интервьюһы.