Эстәлеккә күсергә

Пётр ауыл хужалығы академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пётр ауыл хужалығы академияһы
Нигеҙләү датаһы 1865
Рәсем
Рәсми атамаһы Петровская земледельческая и лесная академия һәм Московский сельскохозяйственный институт
Кем хөрмәтенә аталған Пётр I
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Петровской сельскохозяйственной академии[d]
Карта

Пётр ауыл хужалығы академияһы — рус. Петровск ая сельскохозяйственная академия — Рәсәй империяһының юғары аграр уҡыу йорто.

Сәйәси реформалар осоронда нигеҙләнгән академия ауыл хужалығы фәненең сәскә атыуына булышлыҡ итә: Бында К. А. Тимирязевүҫемлектәрҙең физиологияһы буйынса тәжрибәләр үткәрә, Г. Г. Густавсон органик матдәләрҙең химик анализын камиллаштыра, П. Людоговский Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҡтисады буйынса беренсе курсын яҙа, И. А. Стебут рус игенселек нигеҙҙәрен һала, К. Турский урман фәнен яҙған, Р. И. Шредер емеш ағастарынң универсаль сорттарын сығарған, А. Ф. Фортунатов атаҡлы «Урожаи ржи в Европейской России» тигән хеҙмәтен яҙған.

Пётр игенселек һәм урман академияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башня сәғәте

1857 йылда Мәскәү ауыл хужалығы Император йәмғиәте Мәскәүҙә игенселек институтын асырға кәрәк тип таба. Йәмғиәт Петровск-Разумовский территорияһын һәм уның усадьба бинаһын ҡуртымға ала, ул 1861 йылдың ғинуарында «агрономия институтын, ферма һәм башҡа ауыл хужалығы учреждениеларын ойоштороу маҡсатында махсус рәүештә 250 мең һумға ҡаҙнаға һатып алынған».

1862 йылда студенттарға белем биреү һәм тәжрибә эштәрен үткәреү өсөн полигон булған Урман тәжрибә дачаһын яраҡлаштырыу өсөн ғалим-урман белгесе А. Р. Варгас де Бедемар , ә Санкт-Петербургтан усадьбаны үҙгәртеп ҡороу өсөн архитектор Н. Л. Бенуа саҡырып килтерелә.

Һуңғыһы туҙған һарай урынына уникаль ҡабарынҡы быялалы сәғәт манараһы булған төп бинаны[1] — «аудиториялар бинаһын» һәм төрлө маҡсаттарға яраған, шул иҫәптән, студенттарҙың йәшәү урыны булырлыҡ флигелдәр төҙөй.[2]. Төп оранжерея урынында — ауыл хужалығы музейы, ә икенсе ҡатта — урта бүлек һәм флигелдәр өҫтөндә фатирҙар урынлашҡан[3].

«Вильямстар Йорто»[4][5]

1865 йылдың 27 октябрендә Академия уставы ҡабул ителә. Уставҡа ярашлы академияға ирекле уҡырға инеү мөмкинлектәре сикләнмәгән, бөтә ҡатлам өсөн асыҡ юғары уҡыу йорто, ҡабул итеү һәм киләһе курсҡа күсеү имтихандары булмай, уҡыу предметтарын һайлау — ирекле. Ике йылда бүлексәлә бөтәһе 400-гә яҡын тыңлаусы уҡый. Күпмелер ваҡыт академияла уҡыған В. Г. Короленко былай тип яҙа: «Все надежды, оживлявшие интеллигенцию того времени отразились на уставе академии, нашли в нём своё отражение»[6].

1865 йылдың 3 декабре — хөкүмәт ҡарары иғлан ителгән көн — академия нигеҙләнгән көн тип һанала. 1866 йылдың 25 ғинуарында лекциялар асыла Беренсе профессорҙар араһында — Н. Н. Кауфман, Я. Д. Головин, И. Н. Чернопятов, В. Е. Графф, В. Т. Собичевский, И. А. Стебут, А. П. Степанов, А. П. Захаров, М. П. Щепкин, И. К. Коссов, В. К. Делла-Вос, Е. М. Соколовский, П. А. Ильенков, Н. Э. Лясковский, Я. Я. Цветков, И. Б. Ауэрбах.

1869 йылда С. Г. Нечаев мәмерйәлә академия тыңлаусыһы Ивановты үлтерә; бер нисә студент был "эш"тә кәүҙәләнә, был хәл уҡыу йорттары уставына үҙгәрештәр индереүгә сәбәп була.

1870 йылда дендрология баҡсаһы асыла, ул Р. И. Шредер тарафынан 1862 йылда — Академия барлыҡҡа килеүгә өс йыл элек үк һалына башлаған булған

1872 йылда яңы директор — Ф. П. Королёве эшләгәндә К. А. Тимирязев һәм И. А. Стебут тырышлығы менән Рәсәйҙә тәүге йылытма (өлгөлө теплица) — « физиологик типтағы тәжрибә станцияһы» төҙөлә.

1872 йылдың 31 ғинуарында яңы ҡағиҙәләр инә, гимназияны тамамлау мотлаҡ була башлай. Ҡабул итеүҙең элекке ҡағиҙәләре буйынса ете йыл эсендә 1111 тыңлаусынан 139-ы урта уҡыу йортоноң таныҡлығы алған булған[7]. Уҡыуҙың тулы курсы 4 йыл дауам иткән; лекциялар тыңлаған өсөн — йылына 25 һум, ә бер предмет өсөн 5 һум түләнгән. Был ҡағиҙәләр 1873 йылдың 16 июнендәге яңы уставҡа инә — ошо ваҡыттан академия дәүләт вузы булып китә.

1878—1879 йылдарҙа академияла урман хужалығы музейы ойошторолған, урман питомнигы һалынған, тәжрибә майҙанында метеорология станцияһы асылған.

Метеообсерватория

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һауа торошо даими күҙәтеүҙәр алып барыу кәрәклеге 1865 йылда ауыл хужалығы академияһы барлыҡҡа килгән саҡта уҡ аңлашылған булған, тик 1879 йылдың 1 ғинуарынан алып игенселек кафедраһы профессоры А. А. Фадеев Мәскәүҙә һауа торошо өсөн өҙлөкһөҙ күп йыллыҡ күҙәтеү даими метеорологик күҙәтеү башлай.

Металл манаралы обсерватория бинаһы метеорологик күҙәтеүҙәр һәм ғилми тикшеренеүҙәр өсөн махсус ҡулайлаштырылған. Анемометрик һәм актинометрик күҙәтеүҙәр өсөн 11 метр бейеклектә (ер кимәленән 26 метр), ә көньяҡ яҡтан — бинаның икенсе ҡаты өҫтөндә асыҡ актинометрик майҙансыҡ төҙөлгән.

Ауыл хужалығы академияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1889 йылда Э. А. Юнге директор (1883—1890) булып эшләгәндә яңы Устав ҡабул ителә, уның буйынса урман бүлексәһе бөтөрөлә, шул сәбәпле исемен үҙгәртә — Пётр ауыл хужалығы академияһы тип атала башлай. Директоры итеп А. П. Захаров тәғәйенләнде.

Төп аудиториялар бинаһының ҡаттар планы. 1915 й.

Мәскәү ауыл хужалығы институты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

-Разумовскиҙа Мәскәү ауыл хужалығы институты асыла; 26 сентябрҙән уны асыу тураһында иғлан ителә. Академияның элекке профессорҙарын һәм тыңлаусыларын ҡабул итеү тыйыла. Ике бүлексә асыла: ауыл хужалығы һәм ауыл хужалығы инженерияһы. Яңы устав буйынса институт ябыҡ уҡыу йорто тип иғлан ителә. Ятаҡта сикләнгән күләмдә йәшәйҙәр, улар 200-ҙән ашыу булмай.

1895—1898 йылдарҙа профессор С. И. Ростовцев ботаника баҡсаһына нигеҙ һала. 1895 йылдың 12 декабрендә Совет ботаника баҡса төҙөү, шулай уҡ 1896 йылда тәртиптә тотоуға 1200 һум бүлеү тураһында ҡарар сығара. Ботаника баҡсаһын төҙөү өсөн оранжереялар артында 1030 квадрат метр майҙан бирелә. Баҡса етәксеһе — профессор С. И. Ростовцев.

Ботаника баҡсаһы мөдире С. И. Ростовцевтың вафатынан һуң (1916—1918) уның урынына үҫемлектәр физиологияһы профессорН. Н. Худяков ҡала

Селекция станцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында селекция станцияһы барлыҡҡа килә. 1903 йылда Д. Л. Рудзинский дөйөм игенселек һәм тупраҡ үрсетеү кафедраһы эргәһендә бойҙай, һоло һәм картуф, ә 1905 йылдан алып борсаҡ селекцияһы буйынса тәүге планға ярашлы эштәр башлай . Был эштәр институттың селекция станцияһы нигеҙен тәшкил итә. 1906 йылда тәүге перспективалы сорттар сәселгән, ә 1908 йылда Петербургта үткән Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә Д. Л. Рудзинский булдырған сорттар ҙур алтын миҙал алған.

Умарталыҡ. 1903

Тимирязев ауыл хужалығы академияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдан һуң академия тарихында яңы этап башлана: Пётр ауыл хужалығы академияһы исемен тергеҙелә, академия уставы һәм ойоштороу структураһы үҙгәртелә, яңы уҡыу программаһы һәм планы төҙөлә. 1923 йылдың декабрендә СССР халыҡ комиссарҙары советының Пётр ауыл хужалығы академияһын Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһы итеп үҙгәртергә тигән ҡарары сыға.

  1. «Пётр овец ждет общественного мненья» / Интернет-журнал.
  2. В 1890 году, после постройки трёхэтажного здания общежития (1887) по проекту С. И. Тихомирова, флигель был переделан под учебные нужды, в частности, для кафедр частной зоотехнии и кафедры зоологии и энтомологии.
  3. В 1883 году, спустя 3 года после пожара, здесь по проекту Китнера было выстроено новое двухэтажное здание, в котором разместились различные лаборатории, в том числе агрономическая лаборатория Прянишникова и бактериологическая лаборатория, а на втором этаже 4 квартиры для профессоров и ассистентов. В 1914 году оно было капитально перестроено по проекту П. П. Смиренкина.
  4. Дом Вильямса.
  5. Дом Вильямсов в Тимирязевке.
  6. Чаянов, 2008
  7. Чаянов, 2008, с. 50

История Тимирязевки