Пәйғәмбәр хирҡәһе мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Пәйғәмбәр хирҡәһе мәсете
ғәр. خرقه شریف جامعي
Ил Төркиә Төркиә
Архитектура стиле Ислам архитектураһы

Пәйғәмбәр хирҡәһе мәсете (ғосман. خرقه شریف جامعي, тур. Hırka-i Şerif Camii) — Истанбулдағы (Төркиә) тарихи мәсет. Үҙенең исемен ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең унда һаҡланған ҡомартҡыһы — хирҡәһе (плащы)нан алған.

Мәсет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пәйғәмбәр хиркәһе мәсете Истанбулдың Фәтих районында урынлашҡан. Ул ғосман солтаны Әбдел-Мәжид I (1839—1861 йылдарҙа идара иткән) бойороғо буйынса төҙөлгән. Уны төҙөү 1847 йылда башлана һәм 1851 йылда тамамлана.

Мәсет ҡомартҡы, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Үвәйс әл-Ҡараниға бүләк ителгән хирҡәһе менән бәйле. Үвәйс әл-Ҡарани төрөк телендә Вәйсәл Ҡарани булараҡ билдәле, VII быуаттың Йемендән килгән ислам эшмәкәре, төрөктәр араһында айырыуса хөрмәтле булған.

Мәсет һәм ҡомартҡылы ҡоролма бер нисә тапҡыр консервация һәм реставрация эштәренә дусар ителгән[1].

2017 йылдан мәсет дини хеҙмәттәр өсөн ябыла, реставрациялана.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең изге хирҡәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үвәйс әл-Ҡараниҙың вариҫтары биләмәһендә булған ҡомартҡы тәүҙә көнбайыш Анатолия, ә XVII быуатта Солтан Әхмәт I (1603—1617 йылдарҙа хакимлыҡ итә) указы буйынса Истанбулға килтерелә. Ул Үвәйс әл-Ҡараниҙың вариҫтары ғаиләһенең резиденцияһында һаҡлана. XVII быуат башынан Мөхәммәттең с.ғ.с. хирҡәһе Рамаҙан айында махсус төҙөлгән таш камерала күрһәтелгәне билдәле. XVIII һәм XIX быуаттарҙағы Ғосман солтандары был ҡомартҡыға ихтирам күрһәтә һәм уның өсөн өҫтәмә махсус таш камералар төҙөй, был ҡомартҡыға зыярат ҡылыусыларға инеүҙе еңеләйтә. Ғосман империяһы осоронда Пәйғәмбәр хирҡәһе Рамаҙан айының икенсе яртыһында күрһәтелә, шулай итеп, ураҙа айының өсөнсө аҙнаһы ир- аттар, ә дүртенсе аҙнаһы ҡатын-ҡыҙҙар тамашалаһын өсөн бирелә. Республика осоронда был ҡағиҙәнән баш тарталар, һәм төрлө енес вәкилдәренең бер үк ваҡытта күрә килеүе ғәҙәти күренешкә әйләнә. Ҡәҙер кисәһе ваҡытында ҡомартҡыға зыярат ҡылыу тәрәүихтән һуң башҡарыла.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хирҡәһе элеккесә дүрт аҙна дауамында, изге айҙың беренсе йомаһынан алып Ураҙа байрамына тиклем, бөтә кешегә күрһәтелә .

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]