П. И. Чайковский исемендәге Пермь опера һәм балет театры
П. И. Чайковский исемендәге Пермь опера һәм балет театры | |
Нигеҙләү датаһы | 1870 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Чайковский Пётр Ильич |
Дирижёр | Платонов Валерий Игнатьевич |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ленин районы[d] |
Арт-директор | Теодор Курентзис[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Архитектор | Рудольф Иосифович Карвовский[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1874 |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Адрес | 614000, г. Пермь, ул. Петропавловская, д. 25а |
Рәсми сайт | permopera.ru |
Тасуирлау биттәре | theatre-museum.ru/theate… |
П. И. Чайковский исемендәге Пермь опера һәм балет театры Викимилектә |
Пермь опера һәм балет театры (тулы исеме — П. И. Чайковский исемендәге Пермь дәүләт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены академия опера һәм балет театры.) — Рәсәйҙәге боронғо музыкаль театрҙарҙың береһе, Дягилев фестивале һәм Екатерина Максимова исемендәге «Арабеск» балет артистары конкурсы инициаторы.
Театрҙың төп ижади принциптарының береһе — Кама буйында тыуып үҫкән композитор Петр Ильич Чайковскийҙың мираҫын үҙләштереү. Пермь опера һәм балет театры — Рәсәйҙә уның бөтә сәхнә әҫәрҙәре ҡуйылған берҙән-бер театр: 10 опера һәм 3 балет
Театрҙың балет труппаһы — Рәсәйҙә иң трппаларының популяр береһе, сит илдәрҙә гастролдәрҙә уңышлы йөрөй. 2008 йылдың ғинуарында П. И. Чайковскийҙың «Мазепа» операһы ҡуйылғандан алып «Чайковский-театр» исеме аҫтында сығыш яһаусы опера труппаһы АҠШ-та билдәлелек яулай[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1842 йылғы янғындан һуң тәүге антрепризлы театрҙарҙың сығыштары Кама ярындағы Строгановтарҙың тоҙ келәтендә үткәрелә. П. А. Соколов труппаһы унда 1843 йылдың октябрендә үҙенең тәүге Урал миҙгелен аса[2].
Гастролдәргә килгән театрҙарҙың уңышы һөҙөмтәһендә ошондай театрҙарҙың сығыштары өсөн даими бина төҙөүгә ихтыяж тыуа. Театрҙың ағас бинаһы 1846 йылда гауптвахта эргәһендә (һуңғараҡ гауптвахта урынында — Мариинск ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы), Обвинск тыҡрығында (25 Октябрь урамы) төҙөлә.1846 йылдың 20 сентябрендә был бинала П. А. Соколовтың труппаһы «Полубарские затеи» комедияһы менән миҙгел аса[2].
1863 йылдың аҙағында театрҙың бинаһы яна, 1864 йылда, Ҡунаҡһарай ҡаршыһындағы майҙанда янған бина ҙур булмаған ағас театры төҙөлә[3].
Яңы ҡала театры 1870 йылдың 24 ноябрендә ойошторола. М. И. Глинканың «Батша ғүмер өсөн» операһы тәүге тамаша булараҡ тәҡдим ителә.
1879 йылдың көҙгө миҙгелендә Пермь ҡалаһында тәүге тапҡыр Ҡазан театрының атрепренер Медведевтың опера труппаһы спектаклдәр күрһәтә[3].
1880 йылдың 1 февралдә театрҙың таш бинаһы тулыһынса төҙөлә[3].
1896 йылда театр ҡала думаһы ҡарамағына аҫтында күсерелә. Депутаттар театр менән идара итеү өсөн ҡала дирекцияһын булдырырға ҡарар итә. Муниципаль идаралыҡта беренсе миҙгел «Аидалар» спектакле менән асыла.
1921 йылдың 20 авгусында Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң тәүге театр миҙгеле асыла.
1939 йылдың 14 майында Пермь өлкәһе буйынса РСФСР Юғары Советының ойоштороу комитеты Президиумы ҡарары нигеҙендә Пермь өлкә опера һәм балет театры итеп үҙгәртелә[4].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театрҙа Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры Пермгә эвакуациялана.
1946 йылда театр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1957—1959 йылдарҙа бина тулыһынса яңыртылды (архитекторҙар С. Андреев, Д. Киржаков, инженер-төҙөүсе Ю. С. Гусев). Тамашасылар урындар һаны арттырыла. Реконструкция сәхнәгә ҡағылмай — XIX быуаттағы кеүек Рәсәйҙәге музыкаль театрҙары араһында иң бәләкәйе.
1959 йылдың 4 июнендә Пермь опера театрында уның кардиналь реконструкциянан һуң беренсе спектакль уҙа: Театрға яңы ғүмер бүләк иткән төҙөүселәр өсөн «Кармен» (Бизе) операһы ҡуйыла. 5 июндә театрҙы асыу тантанаһы үтә[5].
1965 йылда Пермь опера һәм балет театрына Петр Ильич Чайковскийҙың исеме бирелә. 1969 йылда театрға «академик» исеме бирелә[6].
1984 йылда С. С. Прокофьевтың «Һуғыш һәм тыныслыҡ» операһын ҡуйған өсөн театр коллективына М. И. Глинка исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы бирелә[7].
Ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың февралендә Пермдә данлыҡлы лётчик Валерий Чкалов булып китә. Ул театрға «Евгений Онегин» спектакленә килә. Актриса Татьяна Ларина ролен башҡарған саҡта, башын менән шәмгә тейә һәм уның паригы янып китә. Шул саҡта директор ложаһында ултырған Чкалов сәхнәгә ырғып менә һәм, актрисаның башынан парикты тартып алып, утты һүндерә[7].
Театрҙың баш дирижеры — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Алтын битлек милли театр премияһы лауреаты Платонов Валерий Игнатьевич.
Төп саҡырылған дирижер — Андрес Мустонне.
Баш балетмейстер — Алексей Мирошниченко.
Баш хормейстер — Воробьев Евгений.
Баш дирижерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1944—1955 — Анатолий Людмилин
- 1955—1963 — Александр Шморгонер
- 1963—1976 — Борис Афанасьев
- 1977—1980 — Владимир Коваленко
- 1980—1984 — Рылған Владимир
- 1984—1989 — Александр Анисимов
- 1992—2001 — Мюнстер Вадим
- 2001—2018 — Валерий Платонов
- 2011—2019 — Теодор Курентзис (художество етәксеһе)
- 2019 — хәҙерге ваҡытта — Артем Абашев
Конкурстар һәм фестивалдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театр Сергей Дягилев исемендәге «Рус миҙгелдәре» н һәм «Арабеск» асыҡ балет конкурсын үткәрә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лариса Барыкина. Пермяки высадились на Манхэттене // Ведомости, № 13 (2035), 25 января 2008
- ↑ 2,0 2,1 Ивинских Г. П. Пермский театральный период, Пермь: Титул, 2014
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Дмитриев А. А. Летопись губернского города Перми с 1845 до 1880 года, из книги «Очерки из истории губернского города Перми.», Типография П. Ф. Каменского, Пермь, 1889
- ↑
Государственный архив Пермского края — Пермский край «День за днем». Май, сохранено web.archive.org - ↑ Пермский оперный открыт // Звезда. 1959
- ↑ История театра . Дата обращения: 9 декабрь 2010. Архивировано 30 август 2011 года. 2011 йыл 30 август архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 С. А. Торопов. Пермь: Путеводитель. — Пермь, Кн. изд-во, 1986.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральская историческая энциклопедия / гл. ред. В. В. Алексеев; Уральское отделение. Институт истории и археологии. 2-е изд., перераб. и доп. Екатеринбург: Академкнига: УрО РАН, 2000. 640 с., С.415.
- Из музыкального прошлого: сборник очерков. Вып. 1 / ред.-сост. Б. С. Штейнпресс. М.: Гос. музык. изд-во, 1960. 519 с.
- Шарц А. Путь театра // Прикамье. 1947. № 10.
- Дьякова Л. Ф. Театральная сюита: Пермский академический театр оперы и балета — в лицах, встречах и размышлениях / Администрация Пермской области, Управление культуры. Пермь: Пушка, 1997. 120 с.: ил.
- Гайсин О. Д. Городской театр (ул. Петропавловская, 25) // Пермский дом в истории и культуре края. Выпуск 5, Пермь, 2012
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт театра
- Блог театра
- Твиттер театра
- Пермский академический театр оперы и балета им. П. И. Чайковского 2016 йыл 18 октябрь архивланған.. Энциклопедия Пермский край.