Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы
Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 20 февраль 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Ишәй, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] һәм химия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы (20 февраль 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй химик-технологы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйес Нурый улы Заһиҙуллин 1940 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ишәй ауылында тыуған.
2009 йылдың 1 ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалы химия-технология бүлеге мөдире, «Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһында ғәмәли химия һәм экология бүлеге мөдире.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1949—1956 йылдарҙа Ишәй ете йыллыҡ мәктәбе.
- 1956—1959 йылдарҙа Әхмәр урта мәктәбе.
- Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты, һөнәре: химия (органик химия), 1959—1964
- Аспирантура (ситтән тороп), СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы химия институты, 1969—1974. «Органик химия» һөнәре буйынса «N-(-аминоэтил) пиперазин химик әүерелештәрҙе тикшереү» темаһы буйынса химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
- 1991 йылда 05.17.04 ауыр (йәки төп) органик синтез етештереү технологияһы һөнәре буйынса техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
- 1999 йылда Юғары аттестация комииссияһы профессор ғилми исеме бирә.
Тәүге тапҡыр фәнни йүнәлеш булдыра — ациклик һәм циклик ди- һәм полиаминдар химияһы. 360-тан ашыу фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, шул иҫәптән 120-нән ашыу Рәсәй Федерацияһы патенты һәм СССР-ҙың авторлыҡ танытмалары. 50-нән ашыу фәнни асыштары етештереүгә индерелгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)[2]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ М. Г. Рахимов вручил государственные награды России и Башкортостана 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы сайтында биографияһы