Райан Эллис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Райан Эллис
Ryan Allis
Ryan-allis.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

социаль эшҡыуар

Тыуған көнө:

1984({{padleft:1984|4|0}})

Тыуған урыны:

Питтсбург

Гражданлығы:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Райан Эллис (ингл. Ryan Allis; 1984, Питтсбург, АҠШ) — америка эшҡыуары. 2012 йылда «Vocus» компанияһына 169 миллион долларға һатылған бәләкәй һәм урта бизнестар өсөн email-маркетинг сервистарын эшләгән «iContact» компанияһының ойоштороусыһы һәм баш башҡарма директоры[1]. Эллис «Connect»[2] һәм «Hive Global Leaders Program» компанияларының рәйесе һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Глобаль эшҡыуарҙар советы фондының ағзаһы[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Райан Эллис 1984 йылда в Питтсбург ҡалаһында Эндрю Эллис һәм Полин Миддлтон Эллис ғаиләһендә тыуа. Ул Брейдентон ҡалаһындағы мәктәпкә уҡырға йөрөй, шунда уҡ Манати урта мәктәбен тамалай[4]. Эллис Чапел-Хилл ҡалаһындағы Төньяҡ Каролина университетында экономика өйрәнә[5] һәм Гарвард бизнес мәктәбендә МВА программаһының тәүге йылын тамамлай[6].

Эллис БМО глобаль эшҡыуарҙар советы ағзаһы[7]. 2012 йылдың май айында БМО фонды составында ул Кениялағы ҡасаҡтар лагерендә була[8]. 2008-12 йылдарҙа Эллис коммерциялы булмаған «Nourish International» компанияһының халыҡ-ара үҫешеү буйынса директорҙар кәңәшенең рәйесе булды[9]. Райан Эллис Кения, Уганда, Танзиния һәм Америка Ҡушма Штаттары илдәрендә булған фирмаларға капитал һалған «Connect Ventures» инвестицион фондҡа нигеҙ һалыусыһы. Эллис основатель инвестиционного фонда «Connect Ventures», вкладывающего капитал в фирмы в Кении, Уганде, Танзании и Соединенных Штатах[10].

2008 йылда Эллис «Нулдән миллионға тиклем» исеме аҫтында эшҡыуарлыҡ тураһында китап баҫтырып сығара(ингл. Zero to One Million) (McGraw-Hill, 2008)[11].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2008 «Ernst & Young» ойошмаһы буйынса йыл эшҡыуары[12]
  • 2009 Американың йәштәр палатаһында иң бөйөк 10 йәш американ тип һанала[13]
  • 2010 «Inc. Magazine» журналы буйынса 30 йәшкә еткәндәр һәм олораҡ кешеләр араһында 30 иң яҡшы эшҡыуарҙар исемлегенә инә[14]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Vocus Acquires iContact for $169 Million. TechCrunch (28 February 2012). 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  2. Gibson, Dale Ryan Allis resurfaces with new startup in San Francisco. Triangle Business Journal. 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  3. United Nations Foundation - Ryan Allis. United Nations Foundation. 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  4. Kennedy, Sara. Whiz Kid Turns Big Kid (16 June 2012). 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  5. Thorp, Holden A Conversation With Ryan Allis. University of North Carolina at Chapel Hill. 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  6. Week Three At HBS. Making a Difference. 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  7. UN Foundation - Ryan Allis. United Nations Foundation.
  8. Kakuma Refugee Camp. BuzzKill Foundation. 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  9. Smith, Rick. Nourishing Socially Responsible Entrepreneurship is Appetizing Goal for iContact CEO (12 January 2009). 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  10. Smith, Rick. Transition Over, Ryan Allis Exits as Head of iContact (21 March 2012). 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  11. Allis Ryan Zero to One Million — New York: McGraw-Hill, 2008. — P. 240. — ISBN 0071496661.
  12. Carolinas Program - 2008 Award Recipients. Ernst & Young. 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  13. TOYA Ryan Allis. United States Junior Chamber. 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  14. Quinn, Matt. Ryan Allis and Aaron Houghton Founders of iContact (19 July 2010). 27 сентябрь 2012 тикшерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]