Райхсбрюке
Райхсбрюке | |
нем. Reichsbrücke | |
Нигеҙләү датаһы | 8 ноябрь 1980[1] |
---|---|
Дәүләт | Австрия |
Административ-территориаль берәмек | Леопольдштадт[d], Донауштадт[d] һәм Вена |
Урын | Вена |
Йылға тамағына тиклем алыҫлыҡ | 1928,9 km |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Дунай, Новый Дунай[d] һәм Донауинзель[d] |
Несёт на себе | Angerner Straße[d] һәм U1[d] |
Оҙонлоҡ | 528 метр[1] |
Райхсбрюке Викимилектә |
Райхсбрюке (нем. Reichsbrücke) — Венаның иң билдәле күпере. Ул Леопольдштадттағы Мексикоплац (Mexicoplatz) менән Дунай йылғаһының икенсе ярындағы Донауштадт менән тоташтыра, ә уртала Донауинзель утрауы аша үтә. Күпер үҙәк өлөшөнән Штефанплацтан килгән ҡаланың үҙәк һыҙығында урынлашҡан. Уның буйынса алты һыҙат автомобиль юлы, метроның беренсе тармағы һәм ике йәйәүле-велосипед һуҡмаҡтары үтә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Райхсбрюке урынындағы тәүге күпер 1872—1876 йылдарҙа төҙөлгән һәм Кронпринц Рудольфтың күпере (Kronprinz-Rudolph-Brücke) тип аталған. Был Венала Дунайҙың ағым урынын тәртипкә килтергәнгә тиклем була. Йылғаның үҙендә күпер ҡорос фермаларҙан ҡоролған, ә Дунайҙың ике ярындағы туғай өҫтөндә арка секцияһы үткән. 1919 йылда Австрия республика булып киткәс күперҙең атамаһы Райхсбрюке тип үҙгәртелгән.
1930-сы йылдарҙағы Бөйөк депрессия осоронда эшһеҙлекте кәметеү сараһы булараҡ шул уҡ урында аҫылмалы күпер төҙөргә ҡарар ителә. Эштең инженер яғы менән Зигфрид Тайс (Siegfried Theiß) һәм Ганс Йакш (Hans Jaksch), ә художестволы яғы менән Клеменс Хольцмайстер (Clemens Holzmeister) етәкселек иткән. Иҫке күпер ағым буйынса аҫҡа ҡарай 26 метрға (7 сәғәттән әҙерәк ваҡыт эсендә) шылдырылған, шулай итеп яңы төҙөлөш шул уҡ урында башҡарыла алған һәм хәрәкәткә ҡамасауламаған. Старый мост был сдвинут вниз по течению на 26 м (менее чем за 7 часов), так что новая стройка могла проходить на том же месте и не мешала движению. 1934—1937 йылдарҙа төҙөлгән яңы аҫылмалы күперҙә дүрт һыҙат автомобиль юлы, ике трамвай колеяһы һәм һәр яҡтан йәйәлеләр һуҡмағы булған.
Икенсе донъя һуғышы осоронда Венаның Дунай аша күперҙәре араһында Райхсбрюке берҙән-бер ҙур зыян алмай ҡала. Ҡаланы азат итеүсе совет ғәскәрҙәре Империя күперенә десант төшөргән һәм вермахттың сигенеүсе частарына уны шартлатырға юл ҡуймаған. Һөҙөмтәлә күперҙең исеме Ҡыҙыл Армия (Brücke der Roten Armee) тип үҙгәртелә. 1948 һәм 1952 йылдар араһында күпер реконструкциялана.
Емерелеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1976 йылдың 1 авгусында йәкшәмбе көндә төнгө сәғәт 5 тула тигәндә күпер емерелгән, һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булған. Шулай уҡ емерелгән ваҡытта күпер бер йөк ташыусы машинаны юҡ иткән һәм бер нисә карапҡа зыян килтергән. Караптар йөрөшө Донауканал аша йүнәлтелгән; тиҙ арала автомобиль һәм трамвай хәрәкәте өсөн ике ваҡытлы күперҙәр һалынған, улар артабанғы дүрт йыл эсендә файҙаланылған.
Яңы күперҙе проектлау һәм төҙөү өсөн халыҡ-ара тендер ойошторолған, уны «Иоганн Нестрой» проекты еңгән. Был проект XIX быуаттың Австрия драматургы һәм актёры хөрмәтенә аталған. Төҙөлөш 1978 йылда башланған, ә яңы күпер 1980 йылдың 8 ноябрендә асылған. Ике йылдан һуң, 1982 йылдың 3 сентябрендә, оҙаҡ дауам иткән һынауҙарҙан һуң, Райхсбрюке буйлап Вена метрополитенының беренсе линияһы поездары йөрөй башлаған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Райхсбрюке темаһы буйынса медиафайлдар бар.