Эстәлеккә күсергә

Рахманҡолова Ғәйшә Абдрахман ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рахманҡолова Ғәйшә Абдрахман ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 3 декабрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 3 май 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Рахманҡолова Ғәйшә Абдрахман ҡыҙы (03.12.1913 — 03.05.1991) — рәссам, график, ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәое (1974), Татарстан АССР-ның халыҡ рәссамы (1984). 1942 йылда ТАССР Рәссамдар берлеге ағзаһы булған беренсе татар ҡатын-ҡыҙ-рәссамы, Мәскәүҙә Бөтә союз акварель күргәҙмәләрендә Татарстан АССР-ның беренсе вәкиле булып ҡатнашыусы.[1]

Рахманҡолова Ғәйшә Абдрахман ҡыҙы 1913 йылда хәҙерге Башҡортостандың Карамаҫкалы ауылында тыуған.

1941 йылның 22 июнендә Ҡазан сәнғәт училищеһын тәмамлау тураһында диплом ала. Хәрби хезмәткә саҡырыу пункттары һәм сәнәғәт объекттары өсөн лозунгтар уның беренсе эштәре була, шулай уҡ ул уҡыу йорттарын биҙәй, тыл хезмәткәрҙәре портреттарын яһай.

1942 йылдан СССР художниктар союзы ағзаһы булып тора. Һуғыштан һуңгы йылдарҙа станок рәсеме сәнғәтен үзләштерә.

1960 йылдар башында акварель техникаһын үҙләштерә. Уның акварель композициялары төрлө темаларға бағышланған. Уның жанрында пейзаждар, портреттар, натюрморттар һәм көнкүреш картиналары урын алған. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — татар мәҙәниәте эшмәкәрҙәре, төрлө һөнәр һәм яҙмыш кешеләре.

1974 йылда ТАССР-дың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.

1984 йылда ТАССР халыҡ рәссамы исемен ала. [2]

Ҡазан ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1991 йылдың 3 майында Ҡазан ҡалаһында вафат була.[3]

  1. Антикварный салон Ренессансъ[1]
  2. Дом- Арт[2]
  3. Артхив [3]
  • Татарский энциклопедический словарь. -Казань. Институт татарской энциклопедии АН РТ. - 703с. илл.ISBN 0-9530650-3-0