Эстәлеккә күсергә

Рейна Пепе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол
Футбол
Пепе Рейна
Информация
Тулы исеме Хосе Мануэль Рейна Паэс
Тыуа 31 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1][2][3][…] (42 йәш)
Мадрид, Испания
Гражданлығы
Буйы 188[4] см
Ауырлығы 92[4] кг
Клубы
Клубы Англия флагы Астон Вилла
Номер 29
Карьера
Йәштәр клубтары
Испания Мадрид Оэсте
1988—1999 Испания Барселона
Клуб карьераһы*
1999—2002 Испания Барселона 30 (-43)
1999  Испания Барселона С 3 (-?)
1999—2001  Испания Барселона Б 41 (-55)
2002—2005 Испания Вильярреал 109 (-129)
2005—2014 Англия флагы Ливерпуль 285 (-231)
2013—2014  Италия флагы Наполи 30 (-28)
2014—2015 Германия флагы Бавария 3 (-0)
2015—2018 Италия флагы Наполи 111 (-86)
2018—х. в. Италия флагы Милан 5 (-6)
2020—х. в.  Англия флагы Астон Вилла 6 (-13)
Йыйылма командаһы**
1998—1999 Испания Испания (16 йәшкә тиклем) 9 (-?)
1999 Испания Испания (17 йәшкә тиклем) 2 (-?)
2000 Испания Испания (18 йәшкә тиклем) 1 (-?)
2000—2003 Испания Испания (21 йәшкә тиклем) 20 (-?)
2005—2018 Испания Испания 38 (-20)
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаттары
Алтын КАР 2010
Конфедерациялар кубогы
Бронза ЮАР 2009
Көмөш Бразилия 2013
Европа чемпионаттары
Алтын Австрия/Швейцария 2008
Алтын Польша/Украина 2012

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала, 10.03.2020 ҡарата төҙәтелгән.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Хосе Мануэль Рейна Паэс (исп. José Manuel Reina Páez; 31 август 1982 йыл, Мадрид), шулай уҡ Пепе Рейна булараҡ билдәле (үҙе ошо ҡушаматын өҫтөн күрә) — испан футболсыһы, Англияның «Астон Вилла» клубы ҡапҡасыһы. Испания йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, уның составында Донъя чемпионы һәм ике тапҡыр Европа чемпионы була. Пепе Рейна дүрт тапҡыр Премьер-лиганың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла. Рейна тарихҡа Испания, Англия, Италия һәм Германия чемпионаттары матчтарында уйнаған беренсе ҡапҡасы булып инә[5].

Атаһы Мигель Рейна 1980—1963 йылдарҙа юғары кимәлдә сығыш яһай. Ул Трофео Самора, Испания чемпионаты, ике тапҡыр Испания кубогы еңеүсеһе була. 1982 йылда улы Хосе Мануэль тыуа. Мигель ғаиләһендә 5 бала, барыһы ла малайҙар.

Рейна ҡапҡасы карьераһын «Мадрид Оэст» командаһында башлай, ләкин унда оҙаҡ уйнамай. «Барселона» академияһына күсеү мөмкинлеге барлыҡҡа килгәс, 13 йәшендә, 1995 йылда, Каталонияға күсә. 16 йәшендә ошо йәш категорияһында Испания йыйылма командаһы ҡапҡасыһы була.

Командала дебюты 18 йәш булғас үтә. 2000—2002 йылдарҙа ул беренселектә — 30, Европала 11 уйында ҡатнаша, шул иҫәптән ике уйында «Ливерпулгә» ҡаршы уйнай. 2001 йылда УЕФА кубогы ярымфиналында «Барселона» «Ливерпуль» менән уйнағанда ҡапҡаға туп үткәрә.

2002 йылда үҙ клубының төп составында үтә алмағас, «Вильярреал»ға ҡуртымға ебәрелә. Рейна "Вильярреал"да беренсе миҙгелендә лигала 32 уйында уйнай һәм икенсе-өсөнсө миҙгелдәрҙә бер уйынды ла ҡалдырмай. 2004 йылда «Вильярреал» менән даими килешеү төҙөй. Ул 2004/2005 йылдар миҙгелендә чемпионаттың иң яҡшы голкиперы тип таныла, был ваҡытта «Вильярреал» Испания беренселегендә өсөнсө урын яулап, үҙ тарихында тәүге тапҡыр Чемпиондар лигаһына путевка ала. Рейна «Вильярреал» ҡапҡаһына тибелгән туғыҙ пенальтиҙың етеһен кире ҡаға.

2005 йылдың июлендә «Ливерпуль» командаһының яңы тренеры — испанлы Рафаэль Бенитес инициативаһы менән Рейна «мерсисайдтарға» күсә. Бенитес уны команданың төп ҡапҡасыһы сифатында ҡарай. Ул «Ливерпулдә» 2005/06 йылдарҙағы Чемпиондар лигаһының 1-се квалификациялы матчында ТНС клубына ҡаршы уйында дебют яһай.

2005/06 миҙгел 2005 йылғы Чемпиондар лигаһы геройы Ежи Дудекты запас уйынсылар эскәмйәһенә ебәреп, Рейна «Ливерпулдең» төп ҡапҡасыһы булып китә. Шулай уҡ миҙгел башында, 2005 йылдың 17 авгусында, Рейна Испания йыйылма командаһы Уругвайға ҡаршы уйнында ҡатнаша. Испания 2:0 иҫәбенә еңә.

Рейна өсөн иң ҙур уңышһыҙлыҡ 2006 йылдың 5 февралендә, чемпионатта «Челси»ға ҡаршы уйнағанда була. Ҡапҡасы Эйдур Гудйонсен менән ҡаты бәрелешкәндән һуң, ҡулы менән Арьен Роббендың битенә тейгән, уныһы еңел генә һәм оҫта йығылған өсөн бәхәсле ҡыҙыл карточка ала. «Ливерпуль» 2:0 иҫәбе менән еңелә, ә Рейна өс матчҡа дисквалификациялана. Матчтан һуң Рейна Роббенды провокацион ҡылыҡта[6].

2006 йылдың 16 апрелендә Рейна «Ливерпуль» составында «Роверс Блэкберн»ға ҡаршы уйнап, ҡапҡаһына бер генә гол да үткәмәйенсә, үҙенең 50-се матчын билдәләй. Һөҙөмтәлә, ул тағы бер клуб рекорды ҡуя — клуб өсөн тәүге 50 уйында ҡапҡаһына иң аҙ туп индергән ҡапсаҡсы була. Быға тиклемге рекорд 1970/71 йылдар миҙгелендә 50 уйында 32 гол үткәргән Рэй Клеменстабула. Пепе был һанды 29-ға тиклем ҡыҫҡарта.

2006 йылдың майында 2005/06 йылдар миҙгеленең Преьмер-лигаһында 20 матчта гол индермәгән өсөн "Алтын бирсәткә"гә эйә була. Ул «Манчестер Юнайтед» ҡапҡасыһы Эдвин ван дер Сараны (18) һәм бынан алдағы награда эйәһе «Челси»ҙан Петр Чехты (17) уҙып китә[7].

Миҙгелдәге өйҙәге һуңғы матчта — 2006 йылдың 13 майында Англия кубогы финалында — Рейна осрашыуҙың бер юлы геройы һәм антигеройына әүерелә. Унда «Ливерпуль» "Вест Хэм Юнайтед"ты еңә. Матчтың төп ваҡытында Рейна бер нисә хата ебәрә һәм иҫәп 3:2 булып китә. Стивен Джеррард иҫәпте тигеҙләй, һуңынан Рейна өҫтәмә ваҡытта хәүефле һөжүмде кире ҡаға. Уйын 3:3 иҫәбе менән тамамлана, ә Рейна ренальти серияһында туптың өсөһөн кире ҡағып, тулыһынса аҡлана. Кубокты «Ливерпуль» яулай.

Рейна «Ливерпулдә»

2006/07 йылдар миҙгеле башын Рейн һәм «Ливерпуль» оборонаһы өсөн бик уңышһыҙ башлана — команда бик күп туп үткәрә, ҡапҡасы ярҙам итә алмай, улай ғына ла түгел, ныҡ хаталана — «Эвертон» менән хәл иткес ярыштың һуңғы минуттарында тупты дәғүәсенең һөжүмсеһе Энди Джонсондың башына ташлай һәм ул, үҙ сиратында, иҫәпте 3:0-гә еткерә. Әммә миҙгел аҙағына Рейна ҡабат элекке кимәленә етә: Чемпиондар лигаһының ярымфиналында «Челси»ға ҡаршы уйнағанда ул төп геройға әйләнә. Беренсе осрашыуҙа яуапһыҙ туп үткәрһә лә, дәғүәсеһенең һөжүмселәренең хәүефле туптарын кире ҡағып, команданы бер нисә тапҡыр ҡотҡара. Яуап матчында Рейна уйын уйын уйын үткәрепһуңындағы пенальти серияһында ике пенальтиҙы кире ҡаға, һөҙөмтәлә Ливерпуль 4:1 иҫәбенә еңеп, финалға сыға.

2007/08 йылдар миҙгеле Рейна өсөн ул Премьер-лигала күп матчтарҙы «ҡоро»ға үткәргәне өсөн "Алтын бирсәткә"гә лайыҡ булған рәттән өсөнсө кампания була. Шулай уҡ ул «Ливерпулдең» командала 92 уйын үткәреп, 50 «ҡоро уйын» билдәһенә еткән беренсе ҡапҡасыһы тип таныла. «Сандерленд» 3:0 иҫәбенә еңелгәндән һуң ул Рэй Клеменс рекордын өс уйынға уҙып китә.

Миҙгел аҙағында «Ливерпуль» трофейһыҙ ҡалыуға ҡарамаҫтан, Рейна 2008 йылғы Европа чемпионатында миҙалға дәғүә иткән Испания йыйылма командаһына — коллегалары Альваро Арбелоа, Фернандо Торрес һәм Алонсо Хабиға ҡушыла. Рейна 1-се ҡапҡасы Икер Касильясты ҡыҫырыҡлап сығара алмай. Финалда Торрес индергән гол арҡаһында Испания Германияны 1:0 иҫәбенә еңеп, Рейна ла, төркөм этабында Грецияға ҡаршы бер генә уйын уйнауына ҡарамаҫтан, алиын миҙалға лайыҡ була.

2009 йылдың 22 мартында Рейна Ливерпуль тарихында яңы рекорд ҡуя — уйналған аҙ һанлы матчтарында 100 уйынды «ҡоро»ға үткәрә. Быға ул «Астон Вилла» 5:0 иҫәбенә еңелгәндән һуң өлгәшә. Был Рейнаның Ливерпуль өсөн 197-се уйыны була.

2010 йылдың 9 апрелендә Пепе «Ливерпуль» менән 6 йылға яңы контракт төҙөй.

2010/11 йылдар миҙгеле башы испан голкиперы өсөн уңышһыҙ башлана. Беренсе турҙа Лондондың «Арсеналы» менән уйнағанда 90-сы минутта тупаҫ хата ебәреп, ҡапҡаһына туп үткәрә һәп иҫәп тигеҙләнә. Һуңынан, Аргентина йыйылма командаһы менән иптәштәрсә матчта Пепе Педронан пас алып, уны кире ҡағып өлгөрмәй, тайып йығыла, ә Аргентина һөжүмсеһе Тевес Карлос мәлде файҙаланып, иҫәпте арттыра.

2011 йылдың 29 ноябрендә Лига кубогында «Челси» командаһына ҡаршы матчта (2:0) Рейна «ҡоро» уйындар иҫәбе буйынса клуб рекордын ҡуя[8].

2012 йылдың 1 апрелендә "Ньюкасл"тан 2:0 иҫәбенә еңелгән матчта Окуне Джеймсҡа ҡарата агрессив тәртибе өсөн ҡыҙыл карточка ала. Рейна Премьер-лигала «Астон Вилла» һәм «Блэкберн Роверс» менән матчтарҙа, шулай уҡ Англия кубогының ярымфиналында 14 апрелдә «Эвертон»ға ҡаршы уйында ҡатнашмай.

2012/13 йылдар миҙгеленең аҙағына, имеш-мимештәр буйынса, Виктор Вальдес "Барселона"нан «Монако»ға китергә, ә Рейна уны алмаштырырға тейеш була. Атаһының һүҙҙәре буйынса, Рейна менән килешеү төҙөү мәсьәләһе хәл ителгәс, Вальдес "Барселона"латағы ла бер миҙгелгә ҡалырға була һәм бер ниндәй ҙә үҙгәреш күҙәтелмәй. Рейна китер алдынан «Ливерпуль» "Сандерленд"тан Бельгия ҡапҡасыһы Симон Миньоль менән контракт төҙөй.

«Наполи»ҙағы ҡуртым

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 29 июлендә Рейна ҡуртым хоҡуғында «Наполи»ға күсә.

2013 йылдың авгусында ул Emirates Cup миҙгел алды турнирында «Арсенал» менән уйнағанда Лукас Подольскийҙың пенальтиһын кире ҡаға, ә сентябрҙә, "Милан"ды 2:1 иҫәбенә еңеп, Марио Балотеллиҙың пенальтиһын үткәрмәй.

28 сентябрҙә Рейна үҙенең «Ливерпулдәге» карьераһы тамамланыуын белдерә:

« На данный момент трудно думать о том, чтобы стать игроком "Ливерпуля" в следующем году. У них есть молодой вратарь Симон Миньоле и менеджер предпочитает его мне. Он будет в клубе в следующем году. Нет причин думать, что с этого момента я буду игроком "Ливерпуля", но посмотрим, куда нас приведет будущее. До сих пор это был хороший ход, и я не жалею о том, что произошло. Я бы предпочел попрощаться по-другому. »

2014 йылдың 3 майында финалда «Фиорентина» командаһын 3:1 иҫәбенә еңеп Рейна Италия кубогын яулай.

8 августа «Ливерпуль» Рейнаның «Бавария» немец командаһына ҡушылыуын раҫлай. 2015 йылдың 14 мартында ул «Бавария» өсөн дебют үткәрә, «Вердер»ҙа ҡунаҡта 4:0-гә уйнай. Ул Испания командаһы тарихында Европаның дүрт: Испания, Англия, Италия һәм Германия юғар лигаларында уйнаған беренсе ҡапҡасы һәм беренсе испанлы.

2015 йылдың 9 майында, «Бавария» 2014/15 йылдар миҙгеленең бундеслигаһында икенсе ярымфинал матчында «Барселона» менән уйнарға тейеш була. Төп ҡапҡасы Мануэль Нойер запаста, өйҙәге уйында «Аугсбург» менән уйнарға ҡала, ә Рейна старт составында сыға. 14 минуттан һуң ул Раул Бобадильяға ҡарата ҡағиҙә боҙған өсөн ҡыҙыл карточка ала.

«Наполи»ға ҡайтыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 23 июнендә 3 йылға контракт төҙөп, «Наполи»ға ҡайта[9]. Неаполитан клубы менән ике тапҡыр Италияның вице-чемпионы һәм бер тапҡыр бронза призеры була.

2018 йылдың 2 июлендә Пепе Рейна ирекле агент сифатында «Милан» менән ике йылға контракт төҙөй[10].

"Астон Вилле"ла ҡутрымда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылдың 13 ғинуарында миҙгел аҙағына тиклем Астон Виллаға ҡуртым хоҡуғында күсә. 37 йәшлек Рейна "Милан"да даими уйнау тәжрибәһенә эйә булмай, һуңғы ике миҙгелдә ни бары 5 уйында ҡатнаша.

Йыйылма командалағы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пепе Рейна Испания йыйылма командаһында Чили менән уйын алдынан

Рейна 2005 йылдан Испания йыйылма командаһының даими уйынсыһы булып тора. Башлыса Икер Касильястан ҡала (ә һуңғараҡ — Давид де Хеанан) икенсе йә өсөнсө голкипер була. Ул — 2010 йылда футбол буйынса Донъя чемпионатында, шулай уҡ 2008 һәм 2010 йылдарҙа Европа чемпионатында еңгән команда ағзаһы. 2005 йылдың 17 авгусында Рейна Хихонда Уругвай менән матчта дебютын уҙғара.

2008 йылдың октябрендә Эстонияны еңгәндән һуң (3:0) Рейна менән Касильяс оҙаҡ ваҡыт гол үткәрмәү буйынса милли рекорд ҡуя: был пар 710 минут ҡапҡаһына туп индермәй.

2019 йылдың 26 майына ҡарата[11]

Сығыш Лига Кубок Лига кубогы Еврокубоктар Итого
Клуб Лига Миҙгел Уйындар Голдар Уйындар Голдр Уйындар Голдар Игры Голы Уйындар Голдар
Испания Барселона Примера 2000/01 19 0 7 0 7 0 ? ?
2001/02 11 0 1 0 4 0 ? ?
Йәмғеһе 30 0 8 0 11 0 ? ?
Испания Вильярреал Примера 2002/03 33 0 0 0 4 0 ? ?
2003/04 38 0 0 0 15 0 ? ?
2004/05 38 0 0 0 19 0 ? ?
Йәмғеһе 109 0 0 0 38 0 ? ?
Англия флагы Ливерпуль Премьер-лига 2005/06 33 0 5 0 2 0 13 0 ? ?
2006/07 35 0 0 0 2 0 14 0 ? ?
2007/08 38 0 0 0 0 0 14 0 ? ?
2008/09 38 0 2 0 0 0 11 0 ? ?
2009/10 38 0 1 0 0 0 13 0 ? ?
2010/11 38 0 1 0 0 0 11 0 ? ?
2011/12 34 0 5 0 7 0 2 0 ? ?
2012/13 31 0 0 0 0 0 8 0 ? ?
Йәмғеһе 285 0 14 0 11 0 86 0 ? ?
 Италия флагы Наполи Серия А 2013/14 30 0 4 0 9 0 ? ?
Йәмғеһе 30 0 4 0 9 0 ? ?
Германия флагы Бавария Бундеслига 2014/15 3 0 0 0 0 0 ? ?
Йәмғеһе 3 0 0 0 0 0 ? ?
Италия флагы Наполи Серия А 2015/16 37 0 2 0 5 0 ? ?
2016/17 37 0 3 0 8 0 ? ?
2017/18 37 0 0 0 10 0 ? ?
Йәмғеһе 111 0 5 0 23 0 ? ?
Италия флагы Милан Серия A 2018/19 4 0 2 0 6 0 ? ?
Йәмғеһе 4 0 2 0 6 0 ? ?
Барлығы 572 0 33 0 11 0 173 0 ? ?

Йыйылма командала

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 9 октябренә ҡарата[12]

Испания Испания
Йыл Матчтар Голдар
2005 2 0
2006 3 0
2007 4 0
2008 3 0
2009 7 0
2010 2 0
2011 3 0
2012 2 0
2013 5 0
2014 2 0
2015 0 0
2016 1 0
2017 2 0
2018 0 0
Барыһы 36 0

Командала

«Вильярреал»

  • Интертото кубогы (2): 2002/03, 2003/04

«Ливерпуль»

  • Англия вице-чемпионы: 2008/09
  • УЕФА суперкубогы эйәһе: 2005
  • Англия кубогы эйәһе: 2005/06
  • Англия суперкубогы эйәһе: 2006
  • Футбол лигаһын кубогы эйәһе: 2012
  • УЕФА чемпиондары лигаһы финалисы: 2007

«Наполи»

  • Италия вице-чемпионы: 2017/18
  • Италия чемпионатының бронза призеры (2): 2013/14, 2016/17
  • Италия кубогы: 2013/14

«Бавария»

  • Германия чемпионы: 2014/15

Испания йыйылма командаһы (16 йәшкә тиклем)

  • 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы: 1999

Испания йыйылма командаһы

  • Европа чемпионы (2): 2008, 2012
  • Донъя чемпионы: 2010
  • Конфедерациялар кубогының көмөш миҙал призеры: 2013
  • Конфедерациялар кубогының бронза призеры: 2009

Шәхси

  • Англия Премьер-лигаһының «Алтын бирсәткә»һе (3): 2005/06, 2006/07, 2007/08
  • миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы: 2009/10
  • «Ливерпулдә» ай уйынсыһы: декабрь 2010

Дәүләт наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Испания Спорт ҡаҙаныштары Король орденының алтын миҙалы: 2011[13]

Рейна 2006 йылдың 19 майында, Донъя чемпионатында Испания йыйылма командаһына ҡушылыр алдынан, күптәнге әхирәте Иоланда Руисҡа өйләнә[14]. Уларҙың биш балаһы бар — Греция (25 февраль 2007), Альма (30 июль 2008), Сирҙәр (15 ғинуар 2015)) һәм ике улы — Лука (26 май 2011), Тьяго (23 март 2013).

2018 йылдың июлендә Пепе Рейна һәм «Наполи»ҙың элекке футболсылары Паоло Каннаваро, Сальваторе Ароникаға ҡарата бер туған Эспорзитолар — Каморраның юғары вазифалы ағзалары (неаполитан енәйәти төркөмө, мафияға тартым) менән бәйләнештә булыуы сәбәпле Италия Футбол федерацияһында тыңлауҙар үтә[15]. Рейнаны шулай уҡ Каморра өсөн бушлай билеттар алырға тырышыуҙа ғәйепләйҙәр[16].

  1. Pepe Reina // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. José Manuel Reina Páez // Enciclopèdia de l'esport català (кат.)Grup Enciclopèdia, 2012.
  3. REINA jose manuel // https://bdfa.com.ar/jugadores-47343.html (исп.)
  4. 4,0 4,1 Prima Squadra - Josè Manuel Reina (итал.). SSC Napoli. Дата обращения: 31 август 2016. 2015 йыл 3 июль архивланған.
  5. Пепе Рейна стал первым вратарем, сыгравшим во всех лигах большой четверки.
  6. Хосе Рейна: «Роббен меня спровоцировал»
  7. Reina wins Golden Gloves. Дата обращения: 11 май 2006. Архивировано 18 февраль 2012 года.
  8. uefa.com. Pepe Reina – UEFA.com (ингл.). Uefa.com. Дата обращения: 4 июль 2018.
  9. Agorà Telematica | Agorà Med S.r.l. Pepe Reina al Napoli. www.sscnapoli.it. Дата обращения: 4 июль 2018. 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. источники, Внешние. Официально: Милан подписал Пепе Рейну и Стринича  (рус.). 4 июль 2018 тикшерелгән.
  11. Spain - Pepe Reina - Profile with news, career statistics and history - Soccerway (ингл.). int.soccerway.com. Дата обращения: 5 июль 2018.
  12. Pepe Reina - national football team player (ингл.). eu-football.info. Дата обращения: 5 июль 2018.
  13. Las campeones del mundo de fútbol ya tienen la Real Orden del Mérito Deportivo, Mundo Deportivo. 5 июль 2018 тикшерелгән.
  14. WAGS – Yolanda Ruiz, Wife Of Pepe Reina | Total Football Madness. Дата обращения: 5 июль 2018.
  15. Reina faces hearing over links with trio connected to mafia  (инг.), ProSoccerTalk (22 May 2018). 5 июль 2018 тикшерелгән.
  16. Napoli's Reina set for hearing over mafia links, ESPN.com. 5 июль 2018 тикшерелгән.