Ғәләмшин Ренат Биктимер улы
Ғәләмшин Ренат Биктимер улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 февраль 1949 |
Тыуған урыны | Әрибаш, Ҡоҙаш ауыл советы, Тәтешле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 8 ноябрь 2020[1] (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө[1] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғәләмшин Ренат Биктимер улы (рус. Галямшин Ренат Биктимирович; 18 февраль 1949 йыл — 8 ноябрь 2020 йыл) — ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—2009 йылдарҙа «Дэмен» хужалығы рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Кузебай Герд исемендәге Бөтә удмурт милли премияһы лауреаты (2004), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ренат Биктимер улы Ғәләмшин 1949 йылдың 28 февралендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Әрибаш ауылында тыуған. Милләте удмурт. юғары бемемле — 1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
1965 — 1967 йылдарҙа хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт юлын, армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Арибаш урман-техник мәктәбен тамамлағас, райпотребсоюзда водитель булып башлай. Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлай.
1971 йылда Тәтешле районы «Социализм» колхозында агроном була. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, 1975 — 1981 йылдарҙа «Урал» колхозының агрономы, баш агрономы һәм рәйесе булып эшләй. 1981 йылдан Тәтешле районының «Демән» колхозы рәйесе[2] [3]
Тәтешле районы 255-се Тәтешле һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр.
Ренат Биктимер улы Ғәләмшин оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2020 йылдың 8 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
- ↑ Ушел из жизни председатель Национально-культурного центра удмуртов РБ Ренат Галямшин. ИА «Башинформ», 9 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2020)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104