Рехмуков Фарид Измайлович
Рехмуков Фарид Измайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 август 1926 |
Тыуған урыны | Әстрәхән, Астраханская губерния[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2005 |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | архитектор |
Уҡыу йорто | Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы) |
Әүҙемлек урыны | Петрозаводск һәм Өфө |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рехмуков Фарид Измайлович Викимилектә |
Рехмуков Фәрит Измаил улы(1926—2005) — СССР, Рәсәй архитекторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1974).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлағандан һуң, Карел-Фин Совет Социалистик республикаһының Петрозаводск ҡалаһына республика проект контораһына (һуңғараҡ — «Карелпроект») эшкә ебәрелә.
1950 йылдар башында фәрит Рехмуков ВДНХ-лағы Карел-Фин Совет Социалистик республикаһының павильоны бинаһын проектлау буйынса Бөтә союз конкурсында еңеүсе була. Бина 1954 йылда төҙөлә, әлеге ваҡытта — Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы объекты.
1954 йылдан алып Ф. И. Рехмуков — СССР архитекторҙар союзы ағзаһы, СССР-ҙың архитекторҙар союзы карел бүлексәһе идараһы рәйесе (1954—1956).
1955 йылдан алып — «Карелпроект» проектлау ойошмаһы директоры.
Төп эшенән айырылмайынса Петрозаводск архитектура-төҙөлөш техникумында һәм Петрозаводск дәүләт университетының сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө факультетында уҡыта.
1962 йылдан алып Өфөлә «Башпроект» проектлау институтында баш архитектор булып эшләй. 1965—1986 йылдарҙа — Өфөнөң баш архитекторы.
Өфө һәм Петозаводскиҙың иң әһәмиәтле биналары проекттарының авторы йәки авторҙашы..
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөлә Рехмуков хөрмәтенә урам аталған.
Фәрит Рехмуков проекттары буйынса төҙөлгән ҡайһы бер биналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]КПСС өлкә комитеты бинаһы. Петрозаводск (1952 йыл) | ВДНХ-лағы павильон бинаһы. Мәскәү (1954 йыл) | Петрозаводск педагогия институты бинаһы. (1962 йыл) |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Донгузов К. А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. — Уфа, 1998
- Строители Башкортостана. — Уфа, 2001
- Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 3: Р — Я. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2011. С. 25—384 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0127-8 (т. 3)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ф. И. Рехмуков 2016 йыл 6 апрель архивланған.
- Созидатель, учитель и зодчий 2017 йыл 24 октябрь архивланған.
- Город, который построил Фарид
- 17 августа тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Әстерханда тыуғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы архитекторҙары
- СССР архитекторҙары
- Өфө архитекторҙары
- Алфавит буйынса архитекторҙар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 13 декабрҙә вафат булғандар