Рига (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рига
Нигеҙләү датаһы 1974
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы Riga, Riga, Riga һәм Riga
Кем хөрмәтенә аталған Рига
Дәүләт  Латвия[1]
Административ-территориаль берәмек Марупская волость[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 36 фут
Хужаһы Кабинет министров Латвии[d]
Алыштырған Спилве[d]
Хеҙмәтләндереүсе SJSC Riga International Airport[d]
Рәсми асылыу датаһы 1974
Пассажирҙар ағышы 2 353 064[2] һәм 5 380 779[3]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Рига[4]
Электронная почта customer@riga-airport.com[5]
Рәсми сайт riga-airport.com
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты 18/36
ИАТА аэропорты коды RIX
ИКАО аэропорты коды EVRA
Карта
 Рига Викимилектә

Рига аэропорты (лат. Starptautiskā lidosta "Rīga"; IATA: RIX, ICAO: EVRA) — Латвияның баш ҡалаһы халыҡ-ара Рига аэропорты. Ҡала үҙәгенән 13 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Латвия Республикаһының бәйләнеш Министрлығы биләмәһендә урынлашҡан. Аэропорт операторы — TAV Airportsтөрөк холдингы.

Рига аэропорты — йөк һәм пассажирҙар ташыу күләме буйынса Балтия илдәрендә иң ҙур аэропорт. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса аэропорттың пассажирҙар ағымы 7 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән[6]. Рига аэропортынан донъяның 100 -гә тиклем ҡалаһына туранан-тура рейстар менән барырға мөмкин.

Латвияның airBaltic милли компанияһы, шулай уҡ чартер авиакомпанияһы һәм Wizz Air лоукостеры өсөн үҙәк аэропорт булып тора. Аэропортта шулай уҡ Raf-Avia, Inversija һәм Avia Vip урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рига районындағы Скулте ҡасабаһы эргәһендә 1973 йылда төҙөлгән. Уға тиклем Рига аэропорты сифатында ҡулланылғандары:

  • Спилве аэропорты (1930 йылдан алып 1986 йылға тиклем); әлеге ваҡытта аэродром сифатында ҡулланыла, әммә ҡала үҫеше планы буйынса был территорияла торлаҡтар төҙөү күҙаллана;
  • Румбула аэропорты. Икенсе донъя һуғышынан һуң хәрби аэродром булараҡ нигеҙ һалына. 1965 йылдан башлап ҙур самолеттарҙа пассажирҙар рейсын хеҙмәтләндергән, сөнки Спилве һыҙаты аэропортта бәләкәй булған. Рига аэропорты төҙөлгәндән һуң граждандар осошо туҡтатыла. 1978 йылда ябыла, хәрби самолеттар Лиелвард аэродромына күсерелә. Беҙҙең көндәрҙә элекке аэродром биләмәһен автомобилдәр баҙары биләй. Аэродром территорияһында парапланда осоштар үткәрелә.

Рига аэропортын тулыһынса модернизациялау һәм көньяҡ өлөшөнөң төҙөлөшө 2001 йылда Риганың 800-йыллығы байрамына тамамлана.

2006 йылда терминалының төньяҡ өлөшө төҙөлөп бөтә, шулай уҡ техник хеҙмәтләндереү һәм самолеттар ремонтлау өсөн заманса ангар төҙөлә. Аэропорт тарихында бер тапҡыр ҙа авариялар булмай.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көтөү залынан Рига халыҡ-ара аэропортының осоу яланына күренеш.

2005 йылда Мюнхенда Халыҡ-ара аэропорттар советының Европа ойошмаһы конгресында «Рига» аэропорты Европала бер йылда бер миллиондан алып биш миллионға тиклем пассажирҙарҙы, самолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса категорияла иң яҡшыһы тип таныла. Жюри пассжирҙарҙы, самолеттарҙы хеҙмәтләндереү, хәүефһеҙлек саралары буйынса аэропорттарҙы баһалай.

2008 йылдың 17 октябрендә осоу-ултырыу һыҙатын 650 м алып 3,2 км тиклем оҙонайтыу буйынса эштәр тамамлана, хәҙер аэропаорт бөтә төр самолеттарҙы ҡабул итә ала (һыҙат 30 октябрҙә файҙаланыуға тапшырыла) Был проектты тормошҡа ашырыу 16,51 млн лат тәшкил итә. (23,58 млн евро).

2009 йылда «Рига» халыҡ-ара аэропорты аҙна дауамында халыҡ-ара рейстарҙа хеҙмәтләндерелеүсе пассажирҙар һаны буйынса беренсе тапҡыр донъя аэропорттарының «Топ-100» рейтингына инә: OAG Aviation Solutions авиация индустрияһының тикшереү-аналитика мәғлүмәттәре буйынса 24 августан 30 авгусҡа тиклем бер аҙна эсендә халыҡ-ара рейстарҙа 66,427 пассажирҙы хеҙмәтләндереп, 98-се урында тора.

2009 йылда Рига аэропортында пассажирҙар һанының артыуы 10,2 % тәшкил итә. 2011 йылда Рига аэропортында пассажирҙар һаны 9,5 % арта.[7] Аэропортҡа йәнәш территорияла асыҡ һауала авиамузей эшләй. Унда совет хәрби һәм граждандар самолеттары, шулар иҫәбендә Аэрофлот авиакомпанияһының Ту-134 самолеты бар.

Перспективалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

10 йыл дауамында аэропортты үҫтереү буйынса программа бар. План үҙ эсенә икенсе осоу-ултырыу һыҙаты, яңы терминал, (йылына 10 млн пассажирҙар ҡабул итә алырлыҡ), автомобилдәр туҡталышы биләмәһендә хәҙерге терминалға өҫтәмә майҙандар төкәтмәһе (теркәү залын киңәйтеү, яңы магазин бинаһы һәм офистар асыу өсөн), яңы контроль башняһы, аэропорт тирәләй бизнес-парк, яңы ҡунаҡхана, яңы паркинг төҙөү, ҡала үҙәгенә тиклем яңы трамвай линиялары йәки тимер юл тармағын төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ Ryanair авиакомпанияһы базаһын асыу планлаштырыла .

Латвия хөкүмәте 2010 йылдың 9 февралендә airBaltic милли авиакомпанияһы тәҡдим иткән яңы терминал төҙөү проектын раҫлай. 58 мең квадрат метр майҙанды тәшкил иткән терминалды төҙөү планлаштырыла, ул йылына 15 миллионға тиклем. пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә ала. Инвестициялар күләме — 92 миллион евро (инвестициялар шәхси секторҙарҙан, мәҫәлән TAV компанияһынан йәлеп ителә).

2012 йылда осоу-ултырыу һыҙатын яңыртыу, яҡтыртыу системаһын модернизациялау һәм өҫтәмә маневр юлдарын төҙөүҙө күҙаллаған проектты башлау планлаштырыла. Был проектты тормошҡа ашырғандан һуң аэропорттың үткәреү һәләте һәм Европа авиабаҙарында конкурентлыҡ һәләте артасаҡ. Сығымдар 66,94 млн лат (100 миллион евро) тәшкил итәсәк[8]

Авиакомпаниялар һәм тәғәйенләнеш пункттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рига аэропортында Bombardier CS300 airBaltic
Рига аэропортында Boeing 737-800 Turkish Airlines
Рига аэропортында A320 Airbus-200 Air Wizz
Перронда терминал алдында Boeing 737-800 Ryanair

2019 йылдың ғинуарына ҡарата Рига аэропорты түбәндәге авиакомпания рейстарын хеҙмәтләндерә:

| Латвия airBaltic |Амстердам, Барселона, Берлин (Тегель), Биллунн, Брюссель (Национальный), Будапешт, Варшава (Шопен), Вена, Вильнюс, Гамбург, Гётеборг, Дублин (2019 йылдың 31 мартынан), Дюссельдорф, Женева, Киев (Борисполь), Копенгаген, Ларнака, Лиепая, Лиссабон, Лондон (Гатвик), Мадрид, Малага, Милан (Мальпенса), Минск, Москва (Шереметьево), Мюнхен, Осло (Гардермуэн), Паланга, Париж (Шарля де Голль), Прага, Рим (Фьюмичино), Санкт-Петербург, Стокгольм (Арланда), Таллин, Тампере, Тбилиси, Тель-Авив (Бен-Гурион), Турку, Франкфурт-на-Майне, Хельсинки, Цюрих, Штутгарт (2019 йылдың 31 мартынан)
Миҙгелле: Абердин, Абу-Даби, Алматы, Афины, Баҡы, Бордо, Венеция, Гданьск, Дубровник, Ҡазан, Калининград, Катания, Львов (2019 йылдың 1 апреленән), Мальта, Ницца, Одесса, Ольбия, Пальма-де-Мальорка, Попрад, Рейкьявик, Риека, Родос, Салоники, Сочи [9], Сплит, Ставангер
Чартер: Верона, Зальцбург | Греция Ellinair | Йәйге: Салоники
Йәйге чартер : Ираклион, Керкира | Финляндия Finnair
выполняется Финляндия Nordic Regional Airlines|Хельсинки | Польша LOT Polish Airlines |Варшава (Шопен) | Германия Lufthansa |Франкфурт-на-Майне | Норвегия Norwegian Air Shuttle |Копенгаген, Осло (Гардермуэн), Стокгольм (Арланда), Тронхейм
Миҙгелле: Берген | Ирландия Ryanair | Бергамо, Берлин (Шёнефельд), Бремен (2019 29 мартына тиклем), Брюссель (Шарлеруа), Бургас, Восточный Мидландс, Халыҡ-ара (аэропорт)Глазго, Дублин, Жирона , Кёльн/Бонн, Лидс-Брадфорд, Лондон (Станстед), Мальта, Манчестер, Прага (2019 йылдың 2 апреленән), Хан, Эдинбург
Йәйге: Пафос | Швеция Дания Норвегия Scandinavian Airlines | Стокгольм (Арланда) | Латвия SmartLynx Airlines | Чартер: Анталья, Афины, Бургас, Ираклион, Лас-Пальмас-де-Гран-Канария, Люксембург, Монастир, Тенерифе, Хургада, Шарм-эш-Шейх, Маскат , Варна | Төркиә Turkish Airlines | Стамбул (Ататюрк) | Үзбәкстан Uzbekistan Airways | Ташкент (Южный) | Рәсәй Федерацияһы Utair Внуково (аэропорт)Мәскәү | Венгрия Wizz Air | Барселона, Бари, Берген, Донкастер-Шеффилд, Дортмунд, Киев (Жуляны) (2019 йылдың 2 мартынан), Кутаиси, Лондон (Лутон), Рейкьявик (Кеблавик), Осло (Торп), Тель-Авив (Бен-Гурион), Эйндховен
Миҙгелле: Эйлат (Увда) | Рәсәй Федерацияһы Аэрофлот | Мәскәү (Шереметьево) | Беларусь Белавиа | Минск | УкраинаУкраинаның Халыҡ-ара авиалиниялары |Киев (Борисполь) }}

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рига аэропорты статистикаһы
Йыл Пассажирҙар, кеше Йөк, тонна
2016 5,401,243 19,760
2015 5,162,149 18,863
2014 4,813,959 32,984
2013 4,793,045 53,540
2012 4,767,764 32,953
2011 5,106,926 12,665
2010 4,663,647 12,294
2009 4,066,854 9,431
2008 3,690,549 7,669
2007 3,160,945 8,130
2006 2,495,020 12,558
2005 1,878,035 15,896
2004 1,060,426 8,751
Сығанағы: Riga International Airport[6]

Туҡталыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рига» аэропорты территорияһында ҡыҫҡа ваҡытлы (P1) һәм тәүлек әйләнәһенә ике оҙайлы (P2, P3) туҡталыштар бар.

Аэропорт эргәһендә Park&Fly хеҙмәте күрһәтелә. Park&Fly — был тәүлек әйләнәһенә автомобилдәр туҡталышы, ул Рига аэропортынан бер минутлыҡ алыҫлыҡта урынлашҡан. Пассажир үҙенең машинаһын Park&Fly ҡалдыра, ә үҙен багажы менән бергә бушлай аэропаорт ишеге алдына килтереп ҡуялар. Рига аэропортына кирег ҡайтышлай Park&Fly бушлай автобусы пассажирҙы автомашинаһына килтереп ҡуя.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рига аэропортында автобус туҡталышы.

Аэропорттан Ригаға тиклем бер нисә ысул менән — такси, йәмәғәт транспортында һәм airBaltic авиакомпанияһының Airport Express маршрут микроавтобусында барырға мөмкин

  • 22-се ҡала автобусы маршруты аэропортты ҡала үҙәге менән бәйләй (Абренес үҙәге). Хәрәкәт интервалы — 10-30 минут[10]. Юл оҙайлығы яҡынса 30 минут тәшкил итә. Билетты водитель үҙе һата (хаҡы 2.00 евро) йәки билет автоматында алырға була (1.15 евро).
  • Airport Express микроавтобусы һәр ярты сәғәт һайын йөрөй. Рига үҙәгенә тиклем юл яҡынса 20 минут.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рига авиация музейы — Рига аэропорты территорияһында урынлашҡан, Европала иң ҙур авиация музейҙарының береһе музейға авиацияһы европаның иң ҙур ҡалаларының береһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]