Әминов Рим Фәйзрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рим Файзрахман улы Әминов битенән йүнәлтелде)
Әминов Рим Фәйзрахман улы
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 июнь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Рәсми сайт salavatteatr.ru

Әминов Рим Фәйзрахман улы (18 июнь 1941 йыл) — театр актёры, 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Салауат башҡорт дәүләт драма театры «икенсе быуын» артистарының иң сағыу вәкилдәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим Файзрахман улы Әминов 1941 йылдың 18 июнендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында тыуған.

1970 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм Салауат театры труппаһында эшләй башлай.

Рим Әминов тыуҙырған бөйөклөк тә, драматизм һәм комизм да, шәфҡәтлелек, тәбиғелек тә йәнәш. Уның сәхнә образдары күҙәтеүсәнлек менән айырылып торалар. Уның арсеналында драматик һәм комик ролдәр.

Әминов Р. Ф. күп йылдар актёр эшмәкәрлеген театрҙа тамашасыларҙы ойоштороу буйынса директор урынбаҫары эше менән бер үк ваҡытта алып бара.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дамир — «Балаҡайҙары» (Ә. Атнабаев).
  • Илғотло, Ҡондоҙбай — «Ашҡаҙар» (Ҡ. Аҡбашев).
  • Иҫәнбай — «Ҡыйыу ҡыҙҙар» (Т. Ғиззәт).
  • Сафый — «Кейәү» (Х. Ибраһимов).
  • Кәрим бай — «Башмағым» (Х. Ибраһимов).
  • Абдулла — «Бабай урлау» (Ф. Бүләков).
  • Рәжәп, Абдулла — «Әбейҙәргә ни етмәй» (Ф. Бүләков).
  • Бәҙри — «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи).
  • Рәхимйән — «Балаһын юғалтҡан инә болан эҙенән» (А. Ғиляжев).
  • Азат Саттарович ?- «Һуңғы ынтылыш» (М. Задорнов).
  • Рәфис, Шәһит — «Хушлашыу» (Т. Миңнуллин).
  • Левицкий — «Дальше — тишина» (В. Дельмар).
  • Зәки — «Яран гөлө — хушлашыу сәскәһе» (Ф. Бүләков).
  • Фәруҡша — «Әсәләр көтәләр улдарын» (Әсғәт Мирзаһитов).
  • Рафаэль — «Ташлама мине, өмөт» (Х. Ирғәлин).
  • Ғиләж — «СССР геройы» (Ә. Хөсәйенов).
  • Тимофей — «Кавардак Forever!!!» (С. Лобозёров).
  • Миңнулла — «Аҡҡошом минең» (Ә. Яхина).
  • Мансур — «Ләйсән» (Ә. Мортазин).
  • Рамаҙан — «Упҡын ситендә» (Ф. Бүләков).
  • Рыҫҡол бей, Аҡһаҡал — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим).
  • Исмәғәзим — «Баҡыр беләҙек» (Ә. Яхина).
  • Гаврила — «Шайтан-квартиранттар» (Р. Кинйәбай).
  • Әүлиә — «Әҙип хан» (Ә. Хөсәйенов)
  • Палач — «Салауат» (М. Кәрим)[1]
  • Баембәт бей — «Нәркәс» трагикомедияһы (И.Йомағолов)

Кинолағы ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бәҙри — «Ғәлиәбаныу. Мөхәббәт тураһында легенда» (реж.:Р. Хәкимов, 2013)[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)
  • Башҡортостандың ҡала һәм райондарының, шул иҫәптән Салауат ҡалаһының күп кенә учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмаларының Маҡтау ҡағыҙҙары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]