Эстәлеккә күсергә

Рита Сакеллариу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рита Сакеллариу
грек. Ρίτα Σακελλαρίου
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Греция
Тыуған ваҡыттағы исеме грек. Μαργαρίτα Σακελλαρίου
Тыуған көнө 22 ноябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Тыуған урыны Chamezi[d], Крит[d], Вторая Греческая Республика[d]
Вафат булған көнө 6 август 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2] (64 йәш)
Вафат булған урыны Афина, Греция
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][3]
Үлем сәбәбе рак поджелудочной железы[d][3]
Ерләнгән урыны Первое афинское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр лаика[d]
 Рита Сакеллариу Викимилектә

Рита Сакеллариу (грек. Ρίτα Σακελλαρίου; 22 ноябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1], Chamezi[d], Крит[d], Вторая Греческая Республика[d]6 август 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2] (64 йәш), Афина, Греция) — Греция йырсыһы.

Рита 1934 йылдың 22 октябрендә тыуған. Үҙенең ғаиләһенә ярҙам итер өсөн 12 йәшендә мәктәпте ташларға мәжбүр була. Ул Пирей урамдарында икмәк һәм лимондар һатҡан. Һуңыраҡ, 1950-се йылдарҙа фабрикаларҙа эшләй; әммә беренсе никахынан һуң йәнә йәшәү сығанағына сараларҙан ҡыйынлыҡтар кисерә башлай, һөҙөмтәлә ул трущобаларҙа ҡый йыйырға мәжбүр була[4]. Артабан 1970 йыллда Рита «Аҡ фәрештә» ҡушаматын йөрөткән көрәшсе Стефанос Сидиропулосҡа кейәүгә сыға, ул уның менән 1969 йылда Салоникила танышҡан[4].

Үҙенең йырсы карьераһында бихисап хиттар яҙҙырған, улар араһында «Istoria Mou, Amartia Mou», «An Kano Atakti Zoi», «Aftos O Anthropos», «Paranomi Mou Agapi» һәм «Ena Tragoudi» йырҙары бар. 2010 йылдың 14 мартында Alpha TV телеканалы Рита Сакеллариуны яңы эрала (1960 йылда башланған) тарихта 17-се артист тип атаған[5].

Һуңғы йылдарҙа ул Афинаның Неа-Смирни районында йәшәгән[6].

1998 йылда Рита һәм уның әхирәте Лакис Корес ҡыҫҡа ялға Эпидаврға йүнәлгәндәр. Бында ул үҙен насар тойған. Хәстәханала медицина тикшеренеүҙәре ул үпкә яман шешенән яфаланыуынан раҫлаған[7].

Рита Сакеллариу Афина хәстәханаһында 40 көн уҙғарып 1999 йылдың 6 авгусында 64 йәшендә вафат булған. Быға тиклем ул Нью-Йорктағы Мемориаль онкология үҙәгендә дауаланған[8]

Уның дүрт улы һәм бер ҡыҙы ҡалған, ике балаһы беренсе никахтан һәм өс балаһы икенсе никахтан. Ул 9 августта Афинаның беренсе зыяратында ерләнгән[9][10].

  1. 1,0 1,1 https://www.tanea.gr/2019/11/22/people/rita-sakellariou-san-simera-gennithike-i-laiki-ntiva-pou-latreytike-oso-liges/
  2. 2,0 2,1 Ρίτα Σακελλαρίου // Discogs (ингл.) — 2000.
  3. 3,0 3,1 Μποσκοΐτης Α. Ρίτα Σακελλαρίου: H λαϊκή ντίβα που τα έζησε όλα και πέθανε σαν σήμερα (грек)LiFO, 2020.
  4. 4,0 4,1 Smith, Helena. Rita Sakellariou (en-GB), The Guardian (16 август 1999). 27 апрель 2019 тикшерелгән.
  5. Chart Show: Your Countdown, Alpha TV, 14 март 2010
  6. Ιστορία μου, αμαρτία μου... (грек). Espresso. Дата обращения: 27 апрель 2019. Архивировано 19 июнь 2018 года.
  7. Συγκλονιστικές αποκαλύψεις για τις τελευταίες μέρες της ζωής της Ρίτας Σακελλαρίου (грек). E-Radio.gr (7 август 2016). Дата обращения: 27 апрель 2019. Архивировано 11 февраль 2017 года.
  8. Η ζωή της ντίβας στο σανίδι, (грек). NewsNowgr.com (11 ноябрь 2012). Дата обращения: 27 апрель 2019. Архивировано 7 март 2016 года.
  9. Το τέλος μιας "ιστορίας" (грек). ΡΙΖΟΣΠΑΣΤΗΣ (7 август 1999). Дата обращения: 27 апрель 2019.
  10. Μία παράσταση ιστορίας, αμαρτίας (και άτακτης ζωής) (грек) (9 май 2012). Дата обращения: 27 апрель 2019. Архивировано 13 март 2016 года.