Эстәлеккә күсергә

Рихард Зорге урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рихард Зорге урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Рихард Зорге[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 4,5 ± 0,1 km
Карта
 Рихард Зорге урамы (Өфө) Викимилектә

Рихард Зорге урамы Өфө ҡалаһында, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һуҙылып, Совет һәм Октябрь райондары биләмәһендә урынлашҡан урам. Ул Кировоград һәм Оло Граждандар урамдары киҫелешенән башлана, һуңғыһының дауамы булып, Ленин майҙаны артындағы Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы янында тамамлана, артабан Блюхер урамы башлана.

Урамды Өфөнөң көнбайыш сиге тип әйтергә була, ул Октябрь проспектына параллель һуҙыла, урыны менән Ағиҙел йылғаһы ярына тиклем төшкән урман паркы зоналары менән сикләшә.

1930—1960 йылдар осоронда хәҙерге Зорге урамы урынында Өфөнөң иҫке аэродромының осоу яланы урынлашҡан була. Аэровокзал бинаһы Көньяҡ автовокзалының әтәс-флюгерлы ағас бинаһы артында була. Әйткәндәй, был бина, эргәһендәге дача кеүек, яҡынса 1890 йылдарҙа Өфө сауҙагәре-икмәк сәнәғәтсеһе П. И. Костерин тарафынан төҙөлгән һәм беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған. Аэродром эргәһендә емеш-еләк ағастары үҫкән.

1960 йылдарға Октябрь проспектын төҙөү аэродромға бик яҡын килеп етә, шуға ла ул Өфөнән көньяҡҡа, 20 километр алыҫлыҡҡа күсерелә. Бөтөрөлгән аэропорт урынына яңы урам һалына башлай һәм уға тиҙҙән легендар разведчик Советтар Союзы Геройы Рихард Зорге исеме бирелә. 1960—1970 йылдарҙа урам әүҙем төҙөлә. 1967 йылда Зорге урамында Спорт һарайы ҡалҡып сыһа, 1968 йылда иһә Көньяҡ автовокзал эшләй башлай: ул хәҙер ҙә көнбайыш, көнсығыш һәм көньяҡ йүнәлештәрендәге ҡала-ара, ҡала-тирәләге автобус маршруттарын хеҙмәтләндерә.

2002 йылдан Зорге урамындағы төҙөлөш яңы «Парк» торлаҡ биҫтәһендә алып барыла.

2019 йылдың йәйендә урамдағы күп ҡатлы йорттарҙың береһенә Рихард Зоргенең рәсеме төшөрөләсәк. Уның авторы Олег Кайбышев[1].

Биналар һәм ҡоролмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Психик үҫеше тотҡарланған балалар өсөн VII төрҙәге 120-се махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәбе.
  • Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы
  • Балалар ижады йорто (Балалар академияһы)
  • Рәсәй Фәндәр академияһының Үтә һығылмалы металдар проблемаһы институты
  • Көньяҡ автовокзал
  • Спорт һарайы
  • Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
  • История Уфы