Эстәлеккә күсергә

Өфө автовокзалдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө автовокзалдары
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй

Өфөлә, Башкортостан Республикаһында, ике автовокзал эшләй: Төньяҡ һәм Көньяҡ, улар эре транспорт үҙәге булып торалар. Һәр автовокзалдың автобус паркы 300-гә тиклем ҡала-ара маршруттарын һәм 500-гә тиклем ҡала яны маршруттарын хеҙмәтләндерә. Автобус рейстары Өфөнө Башҡортостандың бөтә райондары, шулай уҡ Екатеринбург, Ырымбур, Пермь, Силәбе, Магнитогорск, Әстерхан, Ҡаҙан, Тольятти, Төмән, Сочи, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары менән тоташтыра.

Тәүге тапҡыр Өфөлә даими нигеҙҙә автомобилдә пассажирҙар ташыу 1924 йылда ойошторола. Бының өсөн пассажирҙар өсөн урындары булған өс йөк машинаһы ҡулланыла. Беренсе Өфө — Стәрлетамаҡ ҡала-ара маршруты 1927 йылда асыла.

Иң беренсе автовокзал Өфөлә Карл Маркс һәм Свердлов урамдары сатында 1937 йылдың йәйендә асыла. Был автовокзалдың көтөү залы, әсә һәм бала бүлмәһе, шулай уҡ уҡыу залы була. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Өфө менән Белорет, Ырымбур, Мәләүез, Яңауыл, Ҡариҙел, Саҡмағош, Дүртөйлө, Кушнаренко араһында даими автобус бәйләнеше ойошторолған булған.

Көньяҡ автовокзал

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ автовокзал Зорге урамында 1968 йылда асыла. 1986—1987 йылдарҙа реконструкция үткәрелә, уның барышында төп бинаға ике өҫтәлмә төкәтмә өҫтәлә. 1992 йылға тиклем уны ябай ғына автовокзал тип йөрөтәләр, яңы автовокзал — Төньяҡ автовокзалы асылғанға тиклем.

Көньяҡ автовокзал көнбайыш, көнсығыш һәм көньяҡ йүнәлештә ҡала-ара автобус маршруттарын хеҙмәтләндерә. Көньяҡ автовокзалын Рихард Зорге урамынан Салауат Юлаев проспектына күсереү күҙаллана[1]

Төньяҡ автовокзал

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ автовокзал 1992 йылда асыла. Ул төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендәге автобус маршруттарын хеҙмәтләндерә. 2013 йылда ремонтҡа ябыла.

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
  1. Дмитрий Колпаков. Южный автовокзал Уфы уйдет под землю. МедиаКорСеть (6 сентябрь 2009). Дата обращения: 15 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 4 февраль архивланған.(рус.). МедиаКорСеть (2009-09-06). Тәүге сығанаҡтан 2013 йыл 4 февраль архивланған. архивланған 21 сентябрь 2012. 15 май 2012 тикшерелгән.