Эстәлеккә күсергә

Ричард Бёртон (актёр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ричард Бёртон
ингл. Richard Burton
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Richard Walter Jenkins
Тыуған көнө 10 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыны Понтридифен[d], Уэльс
Вафат булған көнө 5 август 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[3][2][4][…] (58 йәш)
Вафат булған урыны Селиньи[d], Швейцария[5]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе внутримозговое кровоизлияние[d]
Ерләнгән урыны Old Cemetery of Céligny[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Richard Walter Jenkins[d][6]
Әсәһе Edith Mawd Thomas[d][6]
Бер туғандары Graham Jenkins[d]
Хәләл ефете Элизабет Тейлор, Сибил Уильямс[d], Сьюзан Миллер[d], Элизабет Тейлор һәм Sally Burton[d]
Балалары Jessica Burton[d][7] һәм Кейт Бертон[d][7]
Туған тел валлийский язык[d]
Һөнәр төрө кино актёры, автор дневника, театр актёры, актёр, кинорежиссёр, кинопродюсер, продюсер, режиссёр
Уҡыу йорто Эксетер-колледж[d][8]
Кемдә уҡыған Philip Burton[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1984
Ғәскәр төрө Королевские военно-воздушные силы Великобритании[d]
Фильмография Richard Burton filmography[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 177 сантиметр
Рәсми сайт richardburton.com
Хеҙмәттәре тупланмаһы Harvard Film Archive[d][9]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
 Ричард Бёртон Викимилектә

Ричард Бёртон (ингл. Richard Burton, тыумыштан — Ричард Уолтер кесе Дженкинс; 10 ноябрь 1925(19251110), Понтридифен — 5 август 1984, Селиньи) — актёр, ете тапҡыр «Оскар» премияһына номинант, шулай уҡ «Алтын глобус», «Грэмми», «Тони» һәм «BAFTA» премияларына эйә булыусы. Үҙенең иң популяр булған сағында 1960 йылдарҙа Бёртон Голливудта иң юғары хаҡ алып эшләүсе актёрҙарҙың береһе иҫәпләнә. Әлегә тиклем йәмәғәт аңында уны Элизабет Тейлор менән шау-шыулы мәнәсәбәттәре гәзит биттәренән төшмәгән икенсе ҡатыны менән бәйләйҙәр.

Би-би-си компанияһы 2002 йылда үткәргән һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, тарихта иң бөйөк инглиздәрҙең береһе була.

Ричард Уолтер Дженкинс Уэльста Понтридифен ауылында тыуған (хәҙерге Нит-Порт-Толбот округы). Шахтёр Ричард Уолтер өлкән Дженкинс (1876—1957) һәм уның ҡатыны Эдит Мод Томас (1883—1927) ғаиләһендә ун өс баланың ун икенсеһе була[11] , Бёртон Голливудта һоҡландырғыс карьера эшләй, 1960 йылдарҙа донъялағы иң юғары хаҡ алып эшләүсе актёр була.

Ричардтың бала сағы ярлылыҡта үтә. Мәктәп театр постановкалараныда уның актёрлыҡ таланты сағыла. Был талантты мәктәп уҡытыусыһы Филипп Бёртон дәртләндерә, ул Ричардта әҙәбиәткә һәм театрға ҡыҙыҡһыныу уята[12].

Ричард 1943 йылда профессиональ сәхнәлә беренсе тапҡыр сығыш яһай. Ул үҙенә уҡытыусыһының Бёртон фамилияһын сәхнә псевдонимы итеп ала[11]. Армия сафтарына саҡырыла, хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә. 1947 йылда демобилизациялана. Лондон театрҙарының береһендә эшләй. 1948 йылда «Последние дни Долвина» (The Last Days Of Dolwyn) фильмында кинола тәүге тапҡыр сығыш яһай, унда төп ролдәрҙең береһен башҡара. Радиола күп эшләй. 1951 йылда Стратфорд-апон Эйвондағы Мемориаль Шекспир театры сәхнәһендә сығыш яһай. 1952 йылда Бёртондың «Моя кузина Рейчел» («My Cousin Rachel») фильмында Голливуд дебюты була, унда төп ир-ат ролен башҡара[12].

Бёртонды йыш ҡына роль һайлап ала белмәүҙә ғәйепләйҙәр. Тәнҡитселәрҙең скептик мөнәсәбәте уның иң яҡшы — «Оглянись во гневе» (1958), «Кто боится Вирджинии Вульф?» (1966), «Эквус» (1977) һәм «1984» (1984 актёрлыҡ эштәрен белмәй ҡалыуына килтерә.

Ете тапҡыр «Оскар» премияһына тәҡдим ителә (6 — иң яҡшы ир-ат роле өсөн, 1 — икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн), әммә унда бер тапҡыр ҙа еңеү яуламай. Хәл шуға тиклем барып етә, 1970 йылда, Джон Уэйн бүләкте алып уны Бертонға ташлаған һымаҡ ҡылана һәм «статуэткаһына һин лайыҡ» тип әйтә.

Һуңғы йылдарҙа күп сирҙәр менән яфалана, оҙаҡ ваҡыт алкоголизмдан дауалана (хатта көнөнә өсәр шешә араҡыны эсер булған) һәм никотин бәйлелегенән ҡотола алмай (бала саҡтан уҡ уны тартҡан). Былар бөтәһе 58 йәшлек Бёртонды вафатына килтерә- Швейцарияның Женева ҡалаһы Селиньи муниципалитетындағы йортта мейеһенә ҡан һауыуҙан үлеп ҡала. Дүрт көндән һуң актёрҙы ҡыҙыл костюмда (уның валли тамырҙарына хөрмәт йөҙөнән) яратҡан шағиры Дилан Томастың әҫәрҙәре томы менән бергә ерләйҙәр

Бёртон биш тапҡыр өйләнә, ике тапҡыр суперйондоҙ Элизабет Тейлорға өйләнә (1964-1974, 1975-1976), уның менән ун бер картинала, шул иҫәптән данлыҡлы тарихи «Клеопатра» (1963) блокбастерында төшә. 2013 йылда был мөнәсәбәттәр тураһында «Бёртон һәм Тейлор» / «Burton and Taylor» (Бөйөк Британия, режиссёр Ричард Лэкстон / Richard Laxton) телевизион фильмы төшөрөлә. Тейлорҙан тыш, Бёртон никахҡа инә:

  • актриса Сибил Уильямс (1949—1963; унан ике ҡыҙы — Кейт һәм Джессика була);
  • модель Сьюзан Хант (1976—1982) менән
  • гримерша Салли Хэй менән (1983 йылдан уның вафатына тиклем).

Йәш сағында, Сибил Уильямс менән никахта тороп, актриса Клэр Блум менән роман башлай, ул һуңынан «Оглянись во гневе» и «Шпион, пришедший с холода» картиналарында партнер була. Инде Бёртон вафатынан һуң Блум уны үҙенең тормошонда иң оло мәхәббәте булыуы тураһында әйтә.

Өлөшләтә фильмографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1953 ф Крысы пустыни The Desert Rats капитан «Тэмми» МакРобертс
1953 ф Плащаница The Robe Марцелл Галлион
1955 ф Принц игроков Prince of Players Эдвин Бут
1956 ф Александр Великий Alexander the Great Александр Великий
1959 ф Оглянись во гневе Look Back in Anger Джимми Портер
1962 ф Самый длинный день The Longest Day Һауа ҡораллы көстәре офицеры Дэвид Кэмпбелл
1963 ф Клеопатра Cleopatra Марк Антоний
1963 ф Очень важные персоны (англ.) The V.I.P.s Пол Андрос

Бекет фильмында Бекет Томас («Оскар» премияһының «Иң яҡшы актёр» номинацияһы

1964 ф Ночь игуаны The Night Of The Iguana преподобный Т. Лоуренс Шеннон
1964 ф Гамлет Hamlet Гамлет
1965 ф Шпион, пришедший с холода The Spy Who Came in from the Cold Алек Лимас
1965 ф Кулик The Sandpiper доктор Эдвард Хьюитт
1965 ф Что нового, киска? What's New Pussycat стрип-клубта (камео ир-ат)
1966 ф Кто боится Вирджинии Вулф? Who’s Afraid of Virginia Woolf? Джордж («Оскар» премияһының «Иң яҡшы актёр» номинацияһы)
1967 ф Укрощение строптивой The Taming of The Shrew Петруччо
1967 ф Доктор Фауст Doctor Faustus Фауст
1967 ф Комедианты The Comedians Браун
1968 ф Бум! Boom! Крис Фландерс
1968 ф Куда залетают только орлы Where Eagles Dare майор Джон Смит
1968 ф Сладкоежка Candy Макфисто
1969 ф Тысяча дней Анны Anne of the Thousand Days Генрих VIII («Оскар» премияһының «Иң яҡшы актёр» номинацияһы)
1972 ф Синяя борода Bluebeard барон Курт фон Зеппер
1972 ф Убийство Троцкого The Assassination Of Trotsky Лев Троцкий
1973 ф Сутьеска Sutjeska Иосип Броз Тито
1973 ф Убийство в Риме Massacre In Rome полковник Герберт Каплер
1974 ф Поездка Il viaggio Чезаре Брагги
1977 ф Изгоняющий дьявола 2 Exorcist II: The Heretic отец Филип Ламонт
1977 ф Эквус Equus Мартин Дайсарт
1978 ф Дикие гуси The Wild Geese полковник Аллен Фолкнер
1978 ф Отпущение грехов Absolution отец Годдар
1978 ф Прикосновение медузы The Medusa Touch Джон Морлар
1979 ф Железный крест 2 Breakthrough сержант Рольф Штайнер
1984 ф 1984 1984 О’Брайен
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #11851783X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11851783X // Richard Burton (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Richard Burton // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. http://www.biographyonline.net/actors/richard-burton.html
  6. 6,0 6,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  7. 7,0 7,1 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  8. Alpert H. BurtonG. P. Putnam's Sons, 1986. — Б. 40. — ISBN 978-0-399-13093-9
  9. https://id.lib.harvard.edu/alma/99157150177103941/catalog (ингл.)Harvard University.
  10. https://data.performing-arts.ch/a/dcd61124-c3d2-4e6e-91c7-f1766d8bb74e / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  11. 11,0 11,1 Бертон Ричард // Энциклопедия кино. 2010
  12. 12,0 12,1 Бартон Ричард. Биографическая справка. РИА Новости (10 ноябрь 2010). Дата обращения: 15 июль 2015.