Джером Роббинс
Джером Роббинс | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 11 октябрь 1918[3][1][4][…] |
Тыуған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк |
Вафат булған көнө | 29 июль 1998[3][1][4][…] (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | инсульт |
Һөнәр төрө | хореограф, балет артисы, балетмейстер, театр режиссёры, кинорежиссёр, бейеүсе, театральный продюсер, режиссёр, театральный актёр |
Эшмәкәрлек төрө | хореография[5], бейеү һәм балет[5] |
Уҡыу йорто |
Нью-Йоркский университет[d] Weehawken High School[d] |
Кемдә уҡыған | Джордж Баланчин |
Әүҙемлек урыны | Америка Ҡушма Штаттары[6] |
Ойошма ағзаһы | Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | jeromerobbins.org |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7] |
Джером Роббинс Викимилектә |
Джером Роббинс (ингл. Jerome Robbins; 11 октябрь 1918 йыл — 29 июль 1998 йыл) — америка режиссёры һәм хореографы. «Вестсайдская история» фильмы өсөн «Оскар» премияһына эйә (1961). Был премияны дебют фильм өсөн яулаусы берҙән-бер һәм һуңғы режиссёр[8]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джером Роббинс Иеремия Вильсон Рабинович (Jerome Wilson Rabinowitz) исеме аҫтында йәһүд эмигранттары ғаиләһендә тыуған. Бала сағында скрипкала уйнарға өйрәнә.
1936 йылда, ун һигеҙ йәшендә, бейеү мәктәбенә уҡырға инә. Бейеүсе булараҡ комик ролдәрҙә сығыш яһай, 1942 йылда Игорь Стравинскийҙың шул уҡ исемле балетында Петрушка ролен башҡарғандан һуң билдәле була. Ҡырҡынсы йылдар уртаһында Американың коммунистар партияһы ағзаһы була, бының өсөн һуңынан «Америкаға ҡаршы эшмәкәрлеге» өсөн эҙәпрлекләнә[9].
Джордж Баланчин саҡырыуы буйынса Нью-Йорк Сити балет труппаһының балетмейстеры була. Ике балетмейстрҙың күп йыллыҡ ижади хеҙмәттәшлеге балет театры тарихында уникаль һанала: стиле буйынса ла, шулай уҡ эш принцибы буйынса ла бер-береһенә тулыһынса ҡапма-ҡаршы булып, улар оҙаҡ йылдар труппала тиң урынды биләй. Башҡарыусыларҙан даими үҙеңде еңеп сығыуҙы, үҙеңдең техник мөмкинлектәрең сигенән сығыуҙы талап иткән Баланчиндан айырмалы рәүештә, Роббинс иғтибарҙы күберәк эштең актёрлыҡ аспекттарына бирә. Уның бейеүселәргә мөрәжәғәт иткән даими иҫкәрмәһе Take it easy — «тынысыраҡ», «артыҡ тырышма» була. Шулай уҡ ул ғәжәп юмор тойғоһо менән айырыла, был «Концерт» балетында сағылыш таба (1956).
Роббинс үҙе эстрада-джаз алымдарын индергән балетта ла, шулай уҡ мюзиклда ла әүҙем эшләй. Тәүге спектаклен Леонард Бернстайн музыкаһына «Матросы на берегу» (1944) балетын шул уҡ йылда Бродвейҙа «Увольнение в город» мюзиклы сифатында ҡуя.
Роббинсҡа айырым билдәлелекте 1957 йылда үҙе төшөргән мюзикл буйынса «Вестсайдская история » фильмы килтерә (1961). Классик техника һәм заманса бейеү ҡушылған дөрөҫ либретто, динамик сюжет, экспрессив хореография был фильм-мюзиклды бөтә донъяға билдәле яһай, ә уның нигеҙ һалыусыһына 1962 йылда «яҡшы режиссура» номинацияһында «Оскар» премияһын килтерә (беренсе тапҡыр был награда ике кеше тарафынан бүленә). Роббинс ҡуйған һуңғы мюзикл «Скрипач на крыше» (1964) була.
1969 йылда «Нью-Йорк Сити балле» труппаһы менән Ф.Шопен музыкаһына бер күренешле балет ҡуя, уға И. Стравинский «һоҡланыулы баһа» бирә: «Эш бик яҡшы уйланылған һәм башҡарылған (Роббинс менән сағыштырғанда башҡа хореографтар сәхнәлә бейеүселәрҙе урындан урынға күсергән һымаҡ). Шуның өҫтәүенә музыканы ул дөрөҫ ҡуллана»[10].
1990 йылда велосипед һәләкәте һәм 1996 йылда йөрәгенә операциянан һуң Роббинста Паркинсон ауырыуы билдәләре күренә, ҡолағы насар ишетә башлай. 1998 йылда ул киң инсульт кисерә, ике айҙан һуң ул вафат була.
Постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 14 май 1953 йыл — Клод Дебюсси музыкаһына «Послеполуденный отдых фавна», Музыка һәм драманың ҡала үҙәге
- 6 март 1956 йыл — Фредерик Шопен музыкаһына «Концерт, или опасность для каждого», Музыка һәм драманың ҡала үҙәге
- 29 ғинуар 1970 йыл — Фредерик ЩШопен музыкаһына «В ночи», Нью-Йорк театры, Линкольн-үҙәк.
- 1972 йыл — Нью-Йорк Сити балет труппаһы өсөн Игорь Стравинский музыкаһына Джордж Баланчин менән берлектә «Пульчинелла»
- 18 ғинуар 1979 йыл — Джузеппе Верди музыкаһына «Времена года», Нью-Йорк театры, Линкольн-үҙәк.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джером Роббинсҡа Сполетола Театро-Нуово ҡаршыһында һәйкәл ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118911902 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ 4,0 4,1 Jerome Robbins // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 5,0 5,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://www.acmi.net.au/creators/76684 (ингл.)
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/c6746d18-8575-450f-85d0-a7c8ad6f7f10 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ 10 режиссёров одного фильма 2020 йыл 15 февраль архивланған.
- ↑ Балет на задворках: памяти хореографа Джерома Роббинса . Радио Свобода. Дата обращения: 25 сентябрь 2018.
- ↑ Варунц В. П. (сост.). И. Стравинский. Публицист и собеседник. — М.: Советский композитор, 1988. — С. 357.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Джером Роббинс темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- 11 октябрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Нью-Йоркта тыуғандар
- 29 июлдә вафат булғандар
- 1998 йылда вафат булғандар
- Нью-Йоркта вафат булғандар
- «Оскар» почётлы премияһының лауреаттары
- «Тони» премияһы лауреаттары
- XX быуат балетмейстерҙары
- АҠШ балетмейстерҙары
- Алфавит буйынса балетмейстерҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат балет артистары
- АҠШ балет артистары
- Алфавит буйынса балет артистары