Джордж Баланчин
Джордж Баланчин (ингл. George Balanchine; тыуғанда Баланчивадзе Георгий Мелитонович, груз. გიორგი მელიტონის ძე ბალანჩივაძე; 9 ғинуар (22 ғинуар) 1904 йыл — 30 апрель 1983 йыл) — грузин сығышлы хореограф, Америка балетына һәм дөйөм алғанда заманса неоклассик, балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Георгий Баланчивадзе 1904 йылдың 9 (22 ғинуарында) грузин композиторы, хәҙерге грузин музыка мәҙәниәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Мелитон Баланчивадзе (1862—1937) ғаиләһендә тыуа. Әсәһе Мария Николаевна Васильева — немец тамырлы мәрйә. Ҡустыһы Андрей шулай уҡ билдәле композитор була. Георгийға сәнғәткә, атап әйткәндә балетҡа һөйөүҙе, әсәһе уята.
1913 йылда Баланчивадзе балет разряды буйынса Император театр училищеһына (хәҙер — А. Я. Ваганова исемендәге ул Рус балеты академияһы) алына, унда Павел Гердт һәм Самуил Андриановта уҡый. Октябрь революцияһынан һуң мәктәп ваҡытлыса таратыла, уға йәшәү өсөн таперлыҡ (музыкант булып) менән аҡса эшләргә тура килә. Тиҙҙән мәктәпте ҡабаттан асалар (шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны финанслау һиҙелерлек ҡыҫҡартыла) һәм Георгий балет дәрестәнә кире ҡайта. 1921 йылда дүрт ҡыҙ һәм һигеҙ егет мәктәпте тамамлай (улар араһында фәжиғәле һәләк булған Лидия Иванова ла була), Дәүләт опера һәм балет театрының кордебалетына ҡабул ителә Бер үк ваҡытта Петроград консерваторияһына уҡырға инә, унда фортепианола уйнарға, музыка теорияһына, контрапункт, композиция һәм гармонияға өйрәнә (уҡыуын 1923 йылда тамамлай).
1920 йылдар башында «Йәш балеты» эксперименталь төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе була, унда хореограф булараҡ үҙ көсөн һынап ҡарай.
1924 йылда Германияға гастролдәре ваҡытында бер нисә совет бейеүсеһе менән Европала ҡалырға ҡарар итә һәм тиҙҙән Парижда эшләй башлай. Ундағы Рус балетында хореограф урынына Сергей Дягилевтан саҡырыу ала. Дягилевтың кәңәше буйынса бейеүсе исеме-фамилияһын көнбайышҡа яраҡлаштырып Джордж Баланчин булып китә.
Тиҙҙән Баланчин Рус балеты балетмейстеры булып китә һәм 1924—1929 йылдар дауамында (Дягилев вафат булғанға тиклем) туғыҙ ҙур балет һәм бер нисә айырым номер ҡуя. Тубығының етди йәрәхәте уға бейеүсе карьераһын дауам итергә мөмкинлек бирмәгәнлектән ул үҙен тулыһынса хореографияға арнай. Был осорҙағы постановкалары араһында М. Равелдең «Дитя и волшебство» опера-балеты бар (Монте-Карло, 1925).
Дягилев үлгәндән һуң Рус балеты тарҡала башлай һәм Баланчин унан ташлап китә. Тәүҙә ул Лондонда эшләй, һуңынан Копенгагенға балетмейстер итеп саҡырыла. 1932 йылда полковник В. де Базиль һәм Рене Блюм Монте-Карлолағы Рус балетының антреприза балетмейстеры була. Унда Орик музыкаһына — «Конкуренция», Шабрие һәм Риети музыкаһына — «Котильон», Рихард Штраустың сюитаһына «Мещанин во дворянстве» балеттарын ҡуя[11]. Был балеттарҙың төп партияһы Тамара Туманова өсөн яҙыла. Тиҙҙән Баланчин Монте-Карлолағы Рус балетынан китә, һәм «Балет-1933» үҙ труппаһын ойошторорға ҡарар итә (Les Ballets 1933)[11]. Труппаһы алты ай ғына йәшәп ҡала, әммә шул ваҡытта Парижда ошо исемдәге фестиваль уҙғарырға өлгөрә[12] һәм Дариюс Мийо, Курт Вайль (Б. Брехт либреттоһына «Семь смертных грехов мещанина»[13]), Анри Сога музыкаһына бер нисә уңышлы постановка ҡуя. Был тамашаларҙың береһенән һуң Американың билдәле меценаты Линкольн Кирстайн Баланчинға күсергә һәм унда балет труппаһын нигеҙләргә тәҡдим итә. Хореограф ризалаша һәм 1933 йылдың октябрендә АҠШ-ҡа күсә (1939 йылда Америка гражданлығы ала). Америкаға килһә лә, Баланчин бөтөнләй инглиз телен белмәй. Һуңынан ул көслө акцент менән һөйләшә, әммә йырлағанда акцентһыҙ йырлай һәм был «Гарри Харттың инглиз теле» тип раҫлай.
Баланчиндың яңы урында беренсе проекты булып балет мәктәбен асыу тора. Кирстайн һәм Эдвард Варбургтың финанс ярҙамы менән 1934 йылдың 2 ғинуарында Америка балет мәктәбе тәүге уҡыусыларын ҡабул итә. Бер йылдан һуң Баланчин «Америка балеты» профессиональ труппаһын төҙөй, ул башта Метрополитен-операла сығыш яһай, һуңынан айырым коллектив булараҡ гастролдәргәсыға, ә 1940 йылда тарҡала.
Баланчин яңы — «Балет йәмғиәте» — труппаһы Кирстайндың ярҙамында барлыҡҡа килә. 1948 йылда Нью-Йорк музыка һәм драма үҙәге составында булған был труппа менән етәкселек итеүгә саҡырыла. «Балет йәмғиәте» Нью-Йорк ҡалаһында балеты булып китә.
1950—1960 йылдарҙа Баланчин бер нисә уңышлы әҫәр ҡуя, улар араһында Чайковскийҙың «Щелкунчигы» ла бар һәм уны АҠШ Раштыуала башҡарыу йолаға әйләнә.
1970 йылдар аҙағында хореографта Крейтцфельдт — Якоб сиренең билдәләре күренә башлай. Ул 1983 йылда вафат була, Нью-Йоркта Окленд зыяратында ерләнә[14].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924 йылда 17 йәшлек бейеүсе Тамара Жевержееваға (Жево), билдәле театр эшмәкәрҙәре Левкий Жевержеевтың ҡыҙына өйләнә.
Тамара менән айырылған һуң тағы 4 тапҡыр өйләнә: Александра Даниловаға (1926—1933 йылдар, никах теркәлмәгән), Вера Зорина (1938—1946), Мария Толчиф (1946—1952), Танакиль Леклер (1952—1969).
Балалары булмай.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Санкт-Петербургта Борис Эйфмандың Бейеү академияһы атриумында Джордж Баланчинға скульптор Важа Микаберидзе эшләгән һәйкәл асыла[15].
- Санкт-Петербургта, Баланчин йәшәгән йортта, хореографтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата мемориаль таҡтаташ асыла[16].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почётлы легион ордены (1975).
- Кеннеди Үҙәге премияһы (1978).
- «Фән һәм сәнғәт өсөн» Австрия почёт билдәһе (1980).
- Азатлыҡ президент миҙалы (1983).
- Америка театрының Дан залына индерелгән (1988)[17].
- Анна Кисельгофф, «Баланчин 100 : йөҙ йыллығын байрам итеү»[18].
Баланчин әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баланчин Джорж, Мэйсон Френсис. Сто один рассказ о большом балете / Пер.с англ. — М.: КРОН-ПРЕСС, 2000. — 494 с. — 6000 экз. — ISBN 5-23201119-7.
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #12305966 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Walker K. S. George Balanchine // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118652044 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Баланчин Джордж // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 6,0 6,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
- ↑ 7,0 7,1 https://www.nycballet.com/discover/our-history/george-balanchine/
- ↑ http://id.lib.harvard.edu/alma/990082694580203941/catalog
- ↑ http://nrs.harvard.edu/urn-3:FHCL.Hough:hou01785
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/3a9b0e55-cb4e-45dd-8ad5-ab527fc83776 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ 11,0 11,1 Суриц, 1981
- ↑ Шумахер Э. Жизнь Брехта. — М.: Радуга, 1988. — С. 90.
- ↑ Шумахер Э. Жизнь Брехта. — М.: Радуга, 1988. — С. 75.
- ↑ George Balanchine (1904—1983) — Find A Grave Memorial
- ↑ Россия, Санкт-Петербург. Торжественное открытие памятника Джорджу Баланчину в атриуме Академии танца Бориса Эйфмана.
- ↑ Доходный дом Масленникова — Доходный дом К. И. Мерзлоухова, Эклектика, Архитектор Тутышкин Ф. М., Богуский Л. В., Суворовский пр., 9, 4-я Советская ул., 18
- ↑ Theater Hall of Fame Adds Nine New Names, The New York Times (22 ноябрь 1988). 10 июль 2020 тикшерелгән.
- ↑ Kisselgoff, Anna. Balanchine Celebration To Last the Whole Season, The New York Times (30 июнь 2003). 10 июль 2020 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суриц Елизавета Яковлевна. Баланчин, Джордж // Балет : энциклопедия / Гл. ред. Григорович Юрий Николаевич. — М.: Советская энциклопедия, 1981. — 623 с.
- Колл. авт. Баланчин // Русский балет: Энциклопедия / Гл. ред. Горкин Александр Павлович. — М.: Большая Российская энциклопедия; Согласие, 1997. — С. 34, 35. — 632 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-85270-099-1.
- Баланчин, Джордж // Иванян Э. А. Энциклопедия российско-американских отношений. XVIII—XX века. — Москва: Международные отношения, 2001. — 696 с. — ISBN 5-7133-1045-0.
- Эрнст Нехамкин Русские американцы «МИКЕЛАНДЖЕЛО БАЛЕТА» [1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография Баланчина на сайте общества его имени(недоступная ссылка)
- 22 ғинуарҙа тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 30 апрелдә вафат булғандар
- 1983 йылда вафат булғандар
- Нью-Йоркта вафат булғандар
- Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаусылар
- Президент Азатлыҡ миҙалы менән наградланыусылар
- Санкт-Петербург театр училищеһын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат балетмейстерҙары
- АҠШ балетмейстерҙары
- Алфавит буйынса балетмейстерҙар
- XX быуат балет артистары
- Рәсәй империяһы балет артистары
- Алфавит буйынса балет артистары