Баланчивадзе Мелитон Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баланчивадзе Мелитон Антонович
груз. მელიტონ ბალანჩივაძე
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Грузия
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. მელიტონ ბალანჩივაძე
Тыуған көнө 24 декабрь 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Кавказ наместниклығы[d], Кутаиси губернаһы[d], Banoja[d]
Вафат булған көнө 21 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (74 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Грузия ССР-ы[d], Кутаиси
Балалары Джордж Баланчин һәм Баланчивадзе Андрей Мелитонович
Туған тел Грузин теле
Һөнәр төрө композитор, опера йырсыһы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы
Уҡыусылар Natela Svanidze[d][2]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Commons-logo.svg Баланчивадзе Мелитон Антонович Викимилектә

Баланчивадзе Мелитон Антонович (груз. მელიტონ ანტონის ძე ბალანჩივაძე; 24 декабрь 1862 йыл (5 ғинуар 1863 йыл) — 21 ноябрь 1937 йыл) — Грузия композиторы. Данлыҡлы хореограф Джордж Баланчин һәм композитор Андрей Баланчивадзеның атаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мелитон Антонович Баланчивадзе 1862 йылдың 24 декабрендә (яңы стиль буйынса 1863 йылдың 5 ғинуарында) Баноджа ауылында тыуа. Кутаиси дини училищеһында уҡый, сиркәү хорында йырлай

1880 йылда Тифлис опера театры хорына инә.

1889 йылда Петербург консерваторияһына уҡырға керә.

18951917 йылдарҙа Рәсәй ҡалаларында грузин музыкаһы менән хор ойоштора.

1918 йылда Кутаисиҙа музыка училищеһы аса.

19211924 йылдарҙа — Грузин ССР-ы халыҡ мәғриәфәте комиссариатының музыка бүлеге мөдире.

Милли операға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, А. Церетелиҙың «Тамара Коварная» поэмаһы (1897[3]) буйынса тәүге грузин «Дареджан Коварная» операһы авторы[4] . Операның беренсе редакцияһы Николай Черепнин, икенсеһе — улы Баланчивадзе Андрей ҡатнашлығында ҡуйыла[5].

1923 йылда Георгий Ахвледиани урамы, 4 адресы буйынса йәшәй (мемориаль таҡтаташ ҡуйылған)[6]

1937 йылдың 21 ноябрендә Кутаисиҙа вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мелитон Баланчивадзе ике тапҡыр өйләнә. Гаянэ Эристави менән тәүге никахынан ике балаһы була. Береһе, Аполлон, аҡ гвардеецтар ғәскәре полковнигы була, 1918 йылда Беренсе Кубань походында ҡатнаша.

Икенсе тапҡыр (1905 йәки 1906 йылда булыуы ихтимал) Санкт-Петербургта тыуған Мария Николаевна Васильеваға өйләнә. Ғаиләлә өс бала тыуа:

  • Тамара, рәссам, 1943 йылда Ленинград блокадаһы ваҡытында вафат була;
  • Джордж Баланчин АҠШ-ҡа эмиграциялана һәм абруйлы балетмейстер булып китә;
  • Андрей Баланчивадзе совет Грузияһының билдәле композиторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]