Эстәлеккә күсергә

Римский-Корсаков Николай Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Римский-Корсаков Николай Андреевич
рус. Николай Андреевичъ Римскій-Корсаковъ
рус. Николай Андреевич Римский-Корсаков
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 (18) март 1844[3]
Тыуған урыны Тихвин, Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы[4][5][3][…]
Вафат булған көнө 21 июнь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1][6] (64 йәш)
Вафат булған урыны Любенск[d], Лужский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы[7][5][6]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург)
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Римский-Корсаков, Андрей Петрович[d]
Әсәһе Софья Васильевна Скарятина[d]
Бер туғандары Римский-Корсаков, Воин Андреевич[d][8]
Хәләл ефете Надежда Николаевна Римская-Корсакова[d]
Балалары Андрей Николаевич Римский-Корсаков[d], Михаил Николаевич Римский-Корсаков[d], Римский-Корсаков, Владимир Николаевич (скрипач)[d] һәм Надежда Николаевна Римская-Корсакова[d]
Нәҫеле Римские-Корсаковы[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө композитор, дирижёр, музыка белгесе, автобиограф, музыка педагогы, теоретик музыки, университет уҡытыусыһы, хәрби хеҙмәткәр, либреттист
Эш урыны Санкт-Петербург консерваторияһы
Уҡыу йорто Диңгеҙ кадет корпусы[d]
Уҡыусылар Стравинский Игорь Фёдорович, Антон Степанович Аренский[d], Фёдор Степанович Акименко[d], Александр Тихонович Гречанинов[d][9][3], Пётр Петрович Евстафьев[d][10][11], Вейсберг, Юлия Лазаревна[d][12], Александр Константинович Глазунов[d], Март Саар[d], Климов, Михаил Георгиевич[d], Амани, Николай Николаевич[d], Иван Петрович Палиашвили[d], Баланчивадзе Мелитон Антонович һәм Отторино Респиги[d]
Кемдә уҡыған Балакирев Милий Алексеевич
Музыка ҡоралы фортепиано
Әҫәрҙәр исемлеге list of compositions by Nikolai Rimsky-Korsakov[d]
Ойошма ағзаһы Бөйөк бишәү[d]
Жанр Опера, Симфония һәм классик музыка
Защитник авторских прав SACEM[d][13]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][14]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Nikolai Rimsky-Korsakov
 Римский-Корсаков Николай Андреевич Викимилектә

Николай Андреевич Римский-Корсаков (6 (18 март) 1844 йыл — 8 (21) июнь 1908 йыл) — урыҫ композиторы, педагог, дирижер, йәмәғәт эшмәкәре, музыка тәнҡитсеһе; «Могучая кучка» ҡатнашыусыһы. Уның әҫәрҙәре араһында — 15 опера, өс симфония, симфоник әҫәрҙәр, инструменталь концерттар, кантаталар, камера-инструменталь, вокаль һәм тынлы музыка бар.

Николай Андреевич Римский-Корсаков 1844 йылда Новгород губернаһының Тихвин ҡалаһында үҙҙәренең флотта хеҙмәт итеү традицияһы менән билдәле дворян Римский-Корсаковтар ғаиләһендә тыуа. Ғаилә йорто Тихвинка йылғаһы ярында, Богородица Успение монастыры ҡаршыһында була. Композиторҙың атаһы, Андрей Петрович Римский-Корсаков (1784—1862), күпмелер ваҡыт Новгород вице-губернаторы булып хеҙмәт итә, ә һуңынан — Волынск граждан губернаторы; әсәһе, Софья Васильевна, крепостной крәҫтиән һәм бай алпауыт Василий Федорович Скарятиндың (Я. Ф. Скарятиндың бер туғаны) ҡыҙы була. Композитор әсәһе тураһында түбәндәгесә хәтерләй: «Ул ваҡыттағы төшөнсәләр буйынса яҡшы тәрбиә ала. Француз телен яҡшы белә, роялдә уйнай, Александр заманында бай ғаиләләге ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле бөтөн нәмәне белә»[15]. Буласаҡ композиторға өлкән ағаһы Воин Андреевич, диңгеҙ офицеры һәм буласаҡ контр-адмирал, көслө йоғонто яһай.

6 йәшендә Римский-Корсаков өйҙә уҡый башлай, шул иҫәптән фортепианола уйнарға өйрәнә, әммә китаптарға ҡарағанда музыка әҙерәк тәьҫир итә: һуңғыһынан уға күберәк сиркәү музыкаһы, шулай уҡ рус халыҡ йырҙары оҡшай. 11 йәшендә беренсе музыкаль әҫәрҙәрен яҙа башлай[16].

1856 йылда сәйәхәт тураһында хыялланған Николайҙы атаһы Диңгеҙ кадет корпусына бирә. 1858 йылда буласаҡ композитор музыка менән ысынелап мауыға башлай: ул Россини, Доницетти, фон Вебер опералары менән таныша, әммә бигерәк тә уны Джакомо Мейерберҙың «Роберт-Дьявол» һәм Михаил Иванович Глинканың — «Жизнь за царя», «Руслан һәм Людмила» әҫәрҙәре һоҡландыра. Һуңынан Бетховен («Пасторальная симфония»), Моцарт һәм Мендельсон музыкаһына ҡыҙыҡһыныуы арта. «Мин 16 йәшлек музыка яратҡан һәм уйнаған бала», — тип хәтерләй ул һуңынан. Етди музыкаль белем алырға кәрәклеген тойоп, Николай 1859 йылдың көҙөнән пианист Николай А. ф. Канилленан дәрестәр ала башлай[17].

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118601067 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Э. Римский-Корсаков (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 3. — С. 1112—1115.
  4. Rimsky-Korsakov, Nicolas Andreievich (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 23. — P. 348.
  5. 5,0 5,1 Римский-Корсаков Николай Андреевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. 6,0 6,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  7. Slonimsky N., Taruskin R., Bell A. Nikolay Rimsky-Korsakov // Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
  8. https://es.wikipedia.org/wiki/Voin_Rimski-K%C3%B3rsakov
  9. Риман Г. Гречаниновъ (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 1. — С. 398.
  10. Риман Г. Евстафьев (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 3. — С. 1513.
  11. Евстафьев, Петр Петрович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1905. — Т. доп. Iа. — С. 723.
  12. Taruskin R. https://books.google.fr/books?id=IpYkDQAAQBAJ&printsec=frontcover&dq=Stravinsky+and+the+Russian+Traditions:+A+Biography+of+the+Works+Through&hl=fr&sa=X&ved=0ahUKEwjdouTm4bLlAhX56eAKHbC4BgcQ6AEIKzAA#v=onepage&q=Stravinsky%20and%20the%20Russian%20Traditions%3A%20A%20Biography%20of%20the%20Works%20Through&f=false (ингл.)UC Press, 1996. — Vol. 2. — P. 1121. — ISBN 0-520-07099-2
  13. (unspecified title) (ингл.)
  14. https://data.performing-arts.ch/a/605daefa-2fcd-4d3b-8655-085b28de7c94 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  15. Римский-Корсаков Н. А. Из семейной переписки. — СПб: Композитор, 2008. — С. 8. — 248 с.
  16. Летопись моей музыкальной жизни, 1926, с. 28—30
  17. Летопись моей музыкальной жизни, 1926, с. 34