Розанов Василий Васильевич
Васи́лий Васи́льевич Ро́занов (20 апреля [2 мая] 1856, Ветлуга, Кострома губернаһы — 5 февраль 1919, Сергиев Посад) — урыҫ дини аҡыл эйәһе һәм философы[8], әҙәби тәнҡитсе, тәржемәсе, публицист һәм яҙыусы[8].
Розановтың ҡаршылыҡлы идеялары күп кенә рус яҙыусыларына һәм әҙәби тәнҡитселәренә йоғонто яһай[8]. Советтар Союзынан һуңғы Рәсәйҙә ул, күп осраҡта үҙенең сағыу теле һәм нәфис әҙәби стиле арҡаһында, Көмөш быуаттың иң популяр рус философтарының береһе була[9].
П. Д. Первов менән берлектә[10] Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Аристотелдың «Метафизика»һын тәржемә итә. Розанов художестволы әҫәрҙәр яҙмаһа ла, уның ижады уникаль һәм тәржемәгә бирелмәгән художество стиле менән айырылып тора[11].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Розанов 20 апрель (2 май) 1856 йылда Кострома губернаһындағы Ветлуга ҡалаһында коллегия секретары, Урман ведомствоһы чиновнигы Василий Федорович Розановтың (1822-1861) һәм Надежда Ивановна Шишкинаның (1826-1870) күп балалы (8 бала) ғаиләһендә тыуған. Василийға дүрт йәш булғанда, атаһы вафат була. Күп балалы ғаилә Костромаға күсеп килә, бик ярлы йәшәй. Василийға 14 йәш тулғанда әсәһе вафат була. Өлкән ағаһы Николай Розановҡа ата-әсәһен алмаштыра[12].
1868 йылдан 1870 йылға тиклем Розанов Кострома гимназияһында[13] уҡый. Өлкән ағаһы Николай (1847-1894) уны тәрбиәләп үҫтерә. 1870 йылда гимназияла уҡытҡан ағаһы менән бергә Сембергә күсеп килә. Розанов үҙе һуңыраҡ иҫенә төшөрә:[14]:
Ул ваҡытта Ҡазан университетын тамамлаған өлкән ағайым мине «үҙенә алмаһа», тулыһынса һәләк булыр инем. Ул миңә белем бирҙе, бер һүҙ менән әйткәндә, атай булды[15]
Өлкән ағаһының ҡатыны, Түбәнге Новгород уҡытыусыһының ҡыҙы, Александра Степановна Троицкая уға әсәһен алмаштыра. Семберҙә Розанов Н. М. Карамзин йәмәғәт китапханаһының даими уҡыусыһы була. Сембер Розановтың «рухи тыуған иле»нә әйләнә («С ничего я пришёл в Симбирск…вышел из него со всем..»). Сембер гимназияһында ике йыл уҡый, ә 1872 йылда Түбәнге Новгородҡа килә. Бында 1878 йылда гимназия тамамлай, шул уҡ йылда Император Мәскәү университетының тарих-филология факультетында С. М. Соловьёв, В. О. Ключевский, Ф. Е. Корш һ. б. лекцияларын тыңлай. Үҙе белдереүенсә, Розанов университетта тарих, археология яратыусы булып китә; консерваторға әйләнә[16]. Уҡыған ваҡытта бер нисә ғилми студент эше яҙа: профессор В. И. Герье юғары баһалаған тарихи — «Карл V, его личность и отношение к главным вопросам времени»; логика буйынса — «Основание поведения», уның өсөн Н. В. Исаков премияһына лайыҡ була. Дүртенсе курста А. С. Хомяков стипендияһына лайыҡ була. 1880 йылда 24 йәшлек Василий Розанов, 1861-1866 йылдарҙа Ф. М. Достоевский[17] менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған 40 йәшлек А. П. Сусловаға өйләнә.
Университеттан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1882 йылда университетты тамамлағас, ирекле ижад менән шөғөлләнергә ҡарар итеп, магистр дәрәжәһенә имтихан тапшырыуҙан баш тарта. 1882-1893 йылдарҙа провинциаль ҡалалар — Брянск ҡалаһы, Сембер, Вязьма (1882—1887)[18], Елец (1887—1891), Белый (1891—1893) ҡалалары гимназияларында уҡыта[19]. Елецта география уҡытыусыһы булып эшләгәндә, низағ һөҙөмтәһендә, «уҡытыусы менән тупаҫ мөғәмәләһе өсөн» «бүре билеты» менән уҡыусыһы, буласаҡ яҙыусы, М. Пришвин гимназиянан ҡыуыла[20].
Уның «О понимании. Опыт исследования природы, границ и внутреннего строения науки как цельного знания» (1886) беренсе китабы фәнгә Георг Вильгельм Фридрих Гегель ҡарашы варианттарының береһе булып тора, әммә уңышҡа өлгәшмәй. Шул уҡ йылда Суслова, рәсми айырылышырға риза булмай (һуңынан тағы ла егерме йыл дауамында баш тартып), Василий Розановты ҡалдыра. Розановтың «Легенда о великом инквизиторе Ф. М. Достоевского» 2021 йыл 8 ноябрь архивланған. әҙәби-фәлсәфәүи этюды (1891) ҙур билдәлелек ала, Н. А. Бердяев, С. Н. Булгаков, дини аҡыл эйәһе булараҡ Достоевский Фёдор Михайловичтың һәм башҡаларҙың идеяларын артабан аңлатыуға башланғыс һала. Тәнҡитсе һәм философ Н. Н. Страхов уның Петербургҡа күсеп килеүенә, Дәүләт контроле департаментында 7-се класлы махсус йөкләмәләр чиновнигы вазифаһына эшкә алыныуына булышлыҡ итә. Розановтың ижадына иғтибар иткән «Новое время» гәзите мөхәррире А. С. Суворин уны штатҡа ала, унда 1917 йылға тиклем эшләй[21].
Һуңыраҡ Розанов дини-фәлсәфәүи йыйылыштарҙа (1901-1903) ҡатнашыусы булараҡ яҙыусылар менән яҡынлаша. 1900 йылда Мережковский, Минский, Гиппиус и Розанов Санкт-Петербург дини-философия йәмғиәтенә нигеҙ һала. 1890-сы йылдар ахырынан Розанов һуңғы славянофил йүнәлешендәге билдәле журналист була, «Русский вестник» һәм «Русское обозрение» журналдарында, «Новое время» гәзитендә эшләй.
Икенсе никахы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1891 йылда Розанов Елец классик ирҙәр гимназияһы уҡытыусыһы, директор Михаил Павлович Бутягиндың тол ҡатыны, диндар ғаиләнән сыҡҡан Варвара Дмитриевна Бутягина (Руднева, 1864—1923) менән йәшерен никахлаша. Василий Васильевич һәм Варвара Дмитриевнаға ҡатындың тәүге иренең туғаны рухани Иван Павлович Бутягин никах уҡый.
Александра Андриановна, билдәле вәғәзсе һәм дин белгесе Херсон һәм Таврия архиепискобы Иннокентийҙың (Борисов) туғаны, ауыр осраҡтарҙа кәңәштәр һорап Преподобный Амвросий Оптинскийға мөрәжәғәт итә. В. В. Розанов белдереүенсә, ул йәшерен никахҡа фатиха бирә.
Елец гимназияһы уҡытыусыһы булараҡ, Розанов үҙенең дуҫы Первов Павел Дмитриевич менән Рәсәйҙә беренсе булып грек теленән Аристотелдең «Метафизика»һын тәржемә итә[22].
Розановтың Рәсәй мәктәптәрендә белем биреү торошо менән риза булмауы «Сумерки просвещения» (1893) һәм «Афоризмы и наблюдения» (1894) мәҡәләләрендә сағыла. 1905-1907 йылдарҙағы революцион сыуалыштар осорон «Когда начальство ушло» (1910) китабында теләктәшлек тонында һүрәтләй. «Религия и культура» (1899) һәм «Природа и история» (1900) йыйынтыҡтары Розановтың динлелектә социаль һәм донъяға ҡараш проблемаларын хәл итеүҙе табырға тырышыуын сағылдыра. Әммә уның православие сиркәүенә мөнәсәбәте («Около церковных стен», 1-2-се томдар, 1906) ҡапма-ҡаршылыҡлы булып ҡала. «Семейный вопрос в России» китабы сиркәүҙең ғаилә һәм енси мәсьәләләренә мөнәсәбәтенә арналған (1-2-се томдар, 1903). «Тёмный лик. Метафизика христианства» (1911) һәм «Люди лунного света» (1911) хеҙмәттәрендә Розанов христианлыҡ менән енес мәсьәләләре буйынса тулыһынса килешмәй (Шул уҡ ваҡытта, тән тормошоноң раҫлаусыһы булараҡ, Иҫке Ғәһедте Яңыһына ҡаршы ҡуя).
Дини-фәлсәфәүи йәмғиәт менән мөнәсәбәттәрен өҙөүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розановтың Бейлис эшенә арналған мәҡәләләре (1911), Дини-философия йәмғиәте менән низағҡа килтерә. Бейлис процесын «бөтә рус халҡын мыҫҡыллау» тип таныған йәмғиәт Розановты үҙ составынан сығырға саҡыра, һәм ул тиҙҙән йәмғиәттән сыға[23].
Икенсе сәбәп булып «Не нужно давать амнистию эмигрантам» тигән резонанслы мәҡәлә тора[24], , уның өсөн Розановты «реакционер» һәм «яңылыҡ дошманы» (мракобес) тип атайҙар[25].
Һуңғы китаптары — «Уединённое» (1912), «Смертное» (1913) һәм «Опавшие листья» Опавшие листья (1-2-се бүлектәр, 1913-1915) — кәйеф буйынса берләштерелгән тарҡау эссеистик ҡараламалар, абстракт фекер (ҡоро фекерләүгә ҡоролған һығымта), көндәлек яҙмалары, эске диалогтар йыйылмаһынан ғибәрәт. Ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, был ваҡытта философ үҙе шуға ынтылған христиан догматтарын бер һүҙһеҙ ҡабул итә алмау кеүек тәрән рухи көрсөк кисерә; был ҡарашҡа таянып, Розановтың фекере һөҙөмтәһе тип Кьеркегор Сёрен рухындағы пессимизмды һәм «экзистенциаль» субъектив идеализмды иҫәпләргә мөмкин (әммә ул үҙен енес стихияһында сағылдырған индивидуаллек культы менән айырылып тора). Был пессимизмға дусар булған Розанов «Апокалипсис нашего времени» ҡарамаларында (1-10 сығарылыш, 1917 йылдың ноябренән 1918 йылдың октябренә тиклем) Рәсәй тарихының фажиғәле тамамланыуына килтерәсәак революцион һәләкәттең ҡотолғоһоҙ булыуын ҡабул итә. 1917 йылдың сентябрендә ул былай тип яҙа[26]:
Бер ҡасан да Батша минең өсөн шул тиклем кәрәктер, тип уйламағайным: әммә ул юҡ һәм минең өсөн — Рәсәй ҙә юҡ. Бөтөнләй юҡ, һәм минең өсөн бөтә әҙәби эшмәкәрлегем хатта хыялымда ла кәрәкмәй. Уның булыуын ысынлап теләмәйем.
Розановтың ҡараштарын һәм хеҙмәттәрен революцион марксистар ҙа[27], рус интеллигенцияһының либераль лагеры ла тәнҡитләй.
Сергиев-Посадҡа күсеп килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың сентябрендә Розановтар аслыҡ кисергән Петроградтан Сергиев-Посадҡа күсеп килә[28] һәм Вифания дини семинарияһы уҡытыусыһы йортоноң өс бүлмәһендә урынлаша (был торлаҡты уларға философ Павел Александрович Флоренский һайлай).
Вафаты алдынан Розанов хәйерсе хәлендә йәшәй, аслыҡ кисерә, 1918 йылдың аҙағында үҙенең «Апокалипсис» баҫмаһы аша фажиғәле үтенес менән мөрәжәғәт итә:
Уҡыусыма, әгәр ул дуҫ булһа. - Был ҡот осҡос, иҫ киткес йылда мин, ниндәйҙер йөрәк һиҙеүе буйынса микән, таныш һәм бөтөнләй таныш булмаған күп кешеләрҙән аҡса һәм[29]аҙыҡ-түлек менән ярҙам алдым. Һәм, йәшерен-батырын түгел, бындай ярҙамһыҙ мин был йылды үткәрә алмаҫ инем. <…> Ярҙам өсөн — оло рәхмәт; һәм күп тапҡыр күҙҙәрем һәм йәнем күҙ йәштәренән дымлана. «Кемдер хәтерләй, кемдер уйлай, кемдер төшөнә». <…> Арыным. Хәл юҡ. 2-3 ус он, 2-3 ус ярма, биш ныҡ бешкән йомортҡа арҡаһында йыш ҡына минең көнөм оҙая. <…> Уҡыусым, үҙеңдең яҙыусыңды һаҡла, һәм ғүмеремдең һуңғы көндәрендә миңә ахырғы нимә емелдәй. В.Р. Сергиев-Посад, Мәскәү губернаһы. Красюковка, Полевая урамы, рухани Беляев йорто.
1918 йылдың өсөнсө һанынан башлап ғүмеренең аҙағына тиклем әҙәби тәнҡитсе Виктор Ховин нәшер иткән «Книжный угол» журналында хеҙмәттәшлек итә (бында «Опавшие листья» циклының ҙур өлөшө баҫылып сыға[30]). Был журналда В.Ховин, ғүмеренең һуңғы йылында Розановҡа ярҙам итеп, уның баҫылмаған әҫәрҙәрен автор үлгәндән һуң да 1922 йылдың һуңғы һанына тиклем баҫтырыуын дауам итә (1928 йылда Ховин, Парижда эмиграцияла булған сағында, үҙенең «Очарованный странник» нәшриәтендә, баҫылмаған хаттарға нигеҙләнеп яҙылған «Предсмертный Розанов» мәҡәләһе менән бергә, «Уединённое» йыйынтығын айырым китап итеп яңынан баҫтырып сығара)[31].
В.В. Розанов 1919 йылдың 5 февралендә вафат була һәм Сергиев-Посадта Гефсиманский Чернигов скиты ҡорамының төньяғында ерләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. В. Розанов һәм В. Д. Бутягинаның биш ҡыҙы һәм бер улы тыуа[32]:
Надежда (1892—1893), Татьяна (1895—1975), Вера (1896—1919), Варвара (1898—1943, Рыбинск ҡалаһының холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерында дистрофиянан вафат була), яҙыусы Владимир Гордин уның ире була, Василий (1899-1918), Надежда Верещагина-Розанова (1900-1956), рәссам, иллюстратор, 1947 йылдан — рәссам Михаил Ксенофонтович Соколовтың ҡатыны.
Балалар формаль рәүештә законһыҙ тыуғанлыҡтан, һыуға сумдырылыу ваҡытында уларҙың суҡындырған аталарының исемдәре һәм фамилиялары күрһәтелә. Балалар 1905 йылдан һуң ғына Розанов фамилияһын ала улар.
Ғаиләлә шулай уҡ Варвара Дмитриевнаның беренсе никахынан тыуған ҡыҙы — Александра Михайловна Бутягина ла (1883-1920) йәшәй, К. И. Чуковский хәбәр итеүенсә, сифилис менән ауырыу сәбәпле, ул аҫылынып үлә[33].
Розанов шәхесе һәм ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розановтың ижады һәм ҡараштары үтә ҡапма-ҡаршы баһа тыуҙыра. Был уның сиктән тыш һыҙаттарға ынтылышы һәм фекерләүенең ҡапма-ҡаршылыҡлылығы (амбивалентность) менән аңлатыла. «Предметҡа тап 1000 ҡараш кәрәк. Был „ысынбарлыҡ координаталары“, һәм ысынбарлыҡ 1000 аша ғына тотоп алына». Бындай «танып белеү теорияһы» уның, Розановтың донъяға ҡарашының ғәҙәттән тыш көслө мөмкинлектәрен күрһәтә. 1905—1907 йылдарҙағы революцион ваҡиғаларҙы төрлө позицияларҙан яҡтыртыу мөмкин генә түгел, кәрәк тә тип иҫәпләүе был алымдың миҫалы булып тора — «Новое время» гәзитендә үҙенең фамилияһы менән монархист һәм черносотенец булараҡ сығыш яһап, ул В. Варварин псевдонимы аҫтында башҡа баҫмаларҙа һул либераль, народник, ә ҡайһы берҙә социал-демократик ҡарашын белдерә[34].
Розановтың «рухи» тыуған иле Сембер була. Үҫмер йылдарын ул ваҡиғалар һәм йәненең нескә хәрәкәттәре тураһында ҙур иҫтәлек менән сағыу һүрәтләй. Розановтың биографияһы өс: «физик» (Кострома), «рухи» (Сембер) һәм, һуңыраҡ, «әхлаҡи» (Елец) кесе ватанына нигеҙләнә. Розанов әҙәбиәткә формалашҡан шәхес булып инә. Уның әҙәбиәттәге утыҙ йылдан ашыу юлы (1886—1918) талантының өҙлөкһөҙ һәм яйлап асылыуы һәм даһи булараҡ асыҡланыуы була. Розанов темаларҙы, проблемаларҙы үҙгәртә, әммә ижадсының шәхесе кәмселекһеҙ ҡала[35].
Уның йәшәү шарттары (билдәле Волга яҡташы Максим Горькийҙыҡынан еңелерәк булмай), нигилистик тәрбиә һәм йәмғиәткә үҫмерҙәрсә дәртле хеҙмәт итеү теләге Розановтың демократик йүнәлештәге эшмәкәр юлын әҙерләй. Ул социаль протест белдереүселәрҙең береһе була алыр ине. Әммә үҫмер «ҡырҡа боролошо» уның биографияһын тамырҙан үҙгәртә, һәм Розанов башҡа рухи өлкәләрҙә үҙенең тарихи йөҙөн таба. Розанов комментатор булып китә. Бер нисә китабынан тыш («Уединённое», «Опавшие листья», «Апокалипсис нашего времени») Розановтың сикһеҙ мираҫы, ҡағиҙә булараҡ, ниндәй ҙә булһа күренештәр, ваҡиғалар тураһында яҙылған[35].
Тикшеренеүселәр Розановтың эгоцентризмын билдәләй. Розановтың «Уединённое», ә һуңынан «Опавшие листья» китаптарының тәүге баҫмалары тиҙ арала рус әҙәбиәтенең алтын фондына ингән, икеләнеү һәм юғалып ҡалыу аша ҡабул ителә. Баҫылып сыҡҡан китабы биттәрендә: «Мин әхлаҡ тураһында уйларлыҡ әҙәм аҡтығы түгелмен» тип белдергән кешегә ҡаршы тороуҙан башҡа, матбуғатта бер генә ыңғай баһалама ла булмай[35].
Розанов — уҡыусыларҙың мөхәббәтен, уларҙың ҡаҡшамаҫ тоғролоғон татыу бәхетен тойған рус яҙыусыларының береһе. Был «Уединённое» әҫәрен айырыуса һиҙгер уҡыусыларҙың хаттарҙа интим рәүештә әйтелгән фекерҙәренән күренә. М. О. Гершензондың киң фекерен миҫал итеп килтерергә мөмкин[36]:
Сәйер Василий Васильевич, өс сәғәт элек мин Һеҙҙең китапты алдым, һәм бына уны уҡып сыҡтым. Донъяла бындай икенсе китап юҡ — күҙ алдында ярыһыҙ йөрәк дерелдәй, һәм сергә әйләнгәндәй, булмағандай ижек, һәм унда, таҙа һыуҙағы кеүек, барыһы ла күренә. Был һеҙҙең иң кәрәкле китабығыҙ, Һеҙ берҙән-бер, Һеҙ унда тулыһынса белендегеҙ, һәм шулай уҡ ул Һеҙҙең бөтә яҙмаларығыҙға һәм тормошоғоҙға асҡыс булып тора. Упҡын һәм законһыҙлыҡ — бына нимә уның эсендә; Һеҙҙең системаларҙы, схемаларҙы бөтөнләй кеймәгәнегеҙҙе, әсәнән тыума яланғас-рухи булып ҡалырлыҡ антик батырлыҡ күрһәткәнегеҙҙе — бөтәһе лә эҙмә-эҙлеккә, иҫбатлауға — системаға кейенгән 20-се быуатта үҙегеҙҙең яланғаслығығыҙҙы ҡысҡырып һәм асыҡтан-асыҡ һөйләп бирергә ҡыйыулығығыҙ еткәнен хатта аңлап булмай. Әлбиттә, асылда бөтәһе лә яланғас, әммә ҡайһы берҙәре быны үҙҙәре лә белмәй һәм һәр хәлдә тыштан үҙҙәрен ҡаплай. Унһыҙ йәшәргә лә ярамаҫ ине; әгәр бөтәһе лә нисек бар, шулай йәшәргә теләһә, йәшәү булмаҫ ине. Әммә Һеҙ бөтәһе кеүек түгел, һәм ысынында Һеҙ бөтөнләй үҙегеҙ булырға хаҡлы; мин был китапҡа тиклем дә быны белә инем, шуға күрә Һеҙҙе бер ҡасан да әхлаҡтың йәки эҙмә-эҙлелектең аршыны менән үлсәмәнем, шуға күрә «ғәфү итеп», әгәр был һүҙҙе бында әйтергә мөмкин булһа, Һеҙҙең минең өсөн насар булған яҙмаларығыҙҙы ғәйепләмәнем: стихия, ә стихиялар законы — законһыҙлыҡ.
Мауығыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розанов әүәҫ нумизмат була. Уның А. С. Пушкин исемендәге дәүләт һынлы сәнғәт музейында (нумизматика бүлеге) һаҡланған коллекцияһында 1497 тәңкә иҫәпләнә[37].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Розанов В. В. О понимании. Опыт исследования природы, границ и внутреннего строения науки как цельного знания. — М.: Тип. Э. Лисснера и Ю. Романа, 1886. — 737 с.
- Розанов В. В. Легенда о великом инквизиторе Ф. М. Достоевскаго : опыт критическаго комментария В. Розанова. — СПб.: Типо-литогр. и нотопеч. С. М. Николаева, 1894. — 234 с.
- Розанов В. В. Сумерки просвещения: сборник статей по вопросам образования. — СПб.: Изд. П. Перцова, 1899. — 240 с.
- Розанов В. В. Литературные очерки: сборник статей. — СПб.: Изд. П. Перцова, 1899. — 285 с.
- Розанов В. В. Религия и культура: сборник статей. — СПб.: Изд. П. Перцова, 1899. — 264 с.
- Розанов В. В. Природа и история: сборник статей. — СПб.: Изд. П. Перцова, 1900. — 268 с.
- Розанов В. В. В мире неясного и нерешённого. — СПб.: Тип. М. Меркушева, 1901. — 271 с.
- Розанов В. В. Семейный вопрос в России: Дети и родители. Мужья и жёны. Развод и понятие незаконнорождённости. Холостой быт и проституция. Женский труд. Закон и религия. — СПб.: Тип. М. Меркушева, 1903.
- Розанов В. В. Декаденты. — СПб.: Тип. П. Ф. Вощинской, 1904. — 24 с.
- Розанов В. В. Место христианства в истории. — СПб.: Тип. П. Ф. Вощинской, 1904. — 48 с.
- Розанов В. В. Ослабнувший фетиш: (психологические основы русской революции). — СПб.: Изд. М. В. Пирожкова, 1906. — 24 с.
- Розанов В. В. Русская церковь и другие статьи = L'église russe. — Париж: Издание Д. Жуковского, 1906. — 124 с.
- Розанов В. В. Около церковных стен. — СПб.: Тип. Ф. Вайсберга и П. Гершунина, 1906.
- Розанов В. В. Итальянские впечатления: Рим. Неаполитанский залив. Флоренция. Венеция. По Германии / с рис. Л. С. Бакста и тремя видами Пастума. — СПб.: Тип. А. С. Суворина, 1909. — 318 с.
- Розанов В. В. Русская церковь. Дух. Судьба. Очарование и ничтожество. Главный вопрос. — СПб.: Тип. А. С. Суворина, 1909. — 39 с.
- Розанов В. В. Когда начальство ушло …: 1905—1906 гг.. — СПб.: Тип. А. С. Суворина, 1910. — 420 с.
- Розанов В. В. Люди лунного света. Метафизика христианства. — СПб., 1911. — 199 с.
- Розанов В. В. Уединённое. — СПб., 1912.
- Розанов В. В. Тёмный лик: метафизика христианства. — СПб.: Тип. Ф. Вайсберга и П. Гершунина, 1911. — 285 с.
- Розанов В. В. Библейская поэзия. — СПб.: Тип. А. С. Суворина, 1912. — 39 с.
- Розанов В. В. О подразумеваемом смысле нашей монархии. — СПб.: Тип. А. С. Суворина, 1912. — 87 с.
- Розанов В. В. Л. Н. Толстой и Русская Церковь. — СПб.: Тип. А. С. Суворина, 1912. — 22 с.
- Розанов В. В. Литературные изгнанники. — СПб.: Новое время, 1913. — Т. 1. — 531 с.
- Розанов В. В. Апокалипсическая секта: (хлысты и скопцы). — СПб.: Тип. Ф. Вайсберга и П. Гершунина, 1914. — 207 с.
- Розанов В. В. Среди художников. — СПб., 1914. — 499 с.
- Розанов В. В. Обонятельное и осязательное отношение евреев к крови. — СПб., 1914. — 302 с.
- Розанов В. В. Война 1914 года и русское возрождение. — Петроград: Новое время, 1915. — 234 с.
- Розанов В. В. Опавшие листья. — Петроград: Новое время, 1915.
- Розанов В. В. В чаду войны. — Петроград, Москва: Рубикон, 1916. — 61 с.
- Розанов В. В. Израиль: интимные рассказы. — Петроград: Усердие, 1916. — Т. 1. — 17 с.
- Розанов В. В. Израиль: интимные рассказы. — Петроград: Усердие, 1916. — Т. 2. — 30 с.
- Розанов В. В. Из восточных мотивов. — Петроград: Сириус, 1916. — С. 1—32. — 96 с.
- Розанов В. В. Из восточных мотивов. — Петроград: Сириус, 1917. — С. 33—64. — 96 с.
- Розанов В. В. Из восточных мотивов. — Петроград: Сириус, 1917. — С. 65—96. — 96 с.
- Розанов В. В. Из последних листьев. Апокалиптика русской литературы // Книжный угол. — 1918. — № 5. — С. 6—11.
- Розанов В. В. Апокалипсис нашего времени. — Сергиев Посад: Тип. И. Иванова, 1917.
- Розанов В. В. Избранное / Вступ. статья и ред. Ю. П. Иваска. — Нью-Йорк: Издательство имени Чехова, 1956. — 412 с.
- Розанов В. В. Избранное / под ред. Евгении Жиглевич; вступ. ст. Генриха Штаммлера и Евгении Жиглевич. — Мюнхен: А. Нейманис, 1970. — 612 с.
- Розанов В. В. Народная душа и сила национальности / сост., предисл., указ. имён и прим. А. В. Белова, отв. ред. О. А. Платонов. — М.: Институт русской цивилизации, 2012. — 992 с.
Әһәмиәтле әҫәрҙәре исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Место христианства в истории» («Русский Вестник», 1890, 1 и отд.).
- «Цель человеческой жизни» («Вопросы философии», 1892, кн. 14 и 15) — критика утилитаризма.
- «Легенда о Великом инквизиторе Ф. М. Достоевского, с присоединением двух этюдов о Гоголе» (СПб., 1893).
- «Красота в природе и её смысл» (М., 1894) — изложение эстетические воззрений, книга написана по поводу взглядов Вл. С. Соловьёва.
- Статьи о браке (1898) — выступил противником догматики.
- «Литературные очерки» — сборник статей (СПб., 1899).
- «Религия и культура», сборник статей, (СПб., 1899) — философия истории, в связи с запросами и требованиями его современности.
- «Сумерки просвещения» (СПб., 1899) — книга статей педагогического содержания.
- «Природа и история. Сборник статей» (СПб., 1900).
- «В мире неясного и не решённого» (СПб., 1901).
- «Семейный вопрос в России» (СПб., 1903).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Козьма Минин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт педагогия университетының (Минин университеты) беренсе корпусында 2021 йылда «Музей просвещения» экспозиция-күргәҙмә киңлеге сиктәрендә В. В. Розанов исемендәге Әҙәби кабинет асыла[38]. Был кабинет композицияһы асылған китап рәүешендә башҡарылған, уның биттәрендә шул осор музей экспонаттары һәм В.В. Розанов әҫәрҙәренән цитаталар бар. Шулай уҡ XIX-XX быуаттар сигендә Түбәнге Новгород светописецы Максим Дмитриевтың кинохроникаһы һәм фотоһүрәттәре нигеҙендә Шул уҡ исемле очеркка «Русский Нил» фильм-иллюстрацияһы күрһәтелә.
- Шулай уҡ Түбәнге Новгород дәүләт педагогия университеты бинаһында Розанов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- В. Розанов Григорий Данскийҙың «Речь в защиту филологического мужчины» йыры персонажы[39].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Люди лунного света
- Метафизика (Аристотель)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118602578 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ РОЗАНОВ Василий Васильевич // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 206—210. — ISBN 5-94848-307-X
- ↑ 4,0 4,1 Розанов Василий Васильевич // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
- ↑ 5,0 5,1 Розанов Василий Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Vasily Vasilyevich Rozanov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Rossman, 2005, p. 628
- ↑ Rossman, 2005, p. 629
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 13 февраль 2020. - ↑ Дмитрий Святополк-Мирский. «История русской литературы»
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. Владимир Малышев. [ ] . Дата обращения: 1 ноябрь 2021. - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. Сукач В. Г. [ ] . Дата обращения: 13 февраль 2020. - ↑ Розанов В. В. Биографические сведения для Нижегородской губернской учёной архивной комиссии. 1909 г. — ЦГАЛИ, ф. 419.
- ↑ Розанов В. В. Материалы к биографии // Русский архив. Вып. 1. — М., 1991. — С. 249.
- ↑ Императорский Московский университет, 2010
- ↑ Суслова А. П. Годы близости с Достоевским: Дневник-повесть-письма / Вступ. ст. и примеч. А. С. Долинина. — М.: Изд. М. и С. Сабашниковых, 1928. — 195 с.
- ↑ Розанов Василий Васильевич . Выдающие личности Брянского края. Дата обращения: 13 февраль 2020. Архивировано 13 февраль 2020 года.
- ↑ Т. А. Чистякова, директор межпоселенческой центральной библиотеки Бельского района. Русский философ и писатель В. В. Розанов — преподаватель в Бельской мужской прогимназии . Литературная карта Тверского края. Дата обращения: 31 ғинуар 2020. Архивировано 31 ғинуар 2020 года.
- ↑ Подоксенов А. М Елецкая гимназия: истоки дружбы и вражды М. Пришвина-гимназиста и В. Розанова-учителя // Интеллектуальная Россия : Международный теоретический журнал. — 2014. — № 4. Архивировано из первоисточника 20 ғинуар 2021.
- ↑ Розанов Василий Васильевич . ЭБС «Университетская библиотека онлайн». Дата обращения: 1 ноябрь 2021. Архивировано 2 ноябрь 2021 года.
- ↑ Аристотель. Метафизика / Перевод с греческого П. Д. Первова и В. В. Розанова. — М.: Институт философии, теологии и истории св. Фомы, 2006. — 232 с. — ISBN 5-94242-018-1.
- ↑ Фатеев В. С русской бездной в душе. Жизнеописание Василия Розанова. — СПб.-Кострома, 2002.
- ↑ В. В. Розанов. Не нужно давать амнистию эмигрантам 2024 йыл 10 март архивланған. // Богословский вестник. 1913. № 3. С. 644—650.
- ↑ Евгений Тростин. «Райские люди» 2023 йыл 3 октябрь архивланған. // «Историк» № 101 май 2023. С. 54-57.
- ↑ 29 сентября 1917. Василий Розанов . Дата обращения: 28 февраль 2018. Архивировано 9 декабрь 2018 года.
- ↑ Ленин В. И. Полн. собр. соч. — 5-е изд. — Т. 25. — С. 172.
- ↑ Смирнова Т. В. Семья Розанова в Сергиевом Посаде // Наследие В. В. Розанова и современность: Материалы Международной научной конференции. Москва. 29—31 мая 2006 г. — М.: РОССПЭН, 2009. — С. 618—622.
- ↑ В частности, деньгами помог (по просьбе Зинаиды Гиппиус) Максим Горький.
- ↑ Книжный угол (полный текст номеров 2—8)
- ↑ Уединённое: почти на правах рукописи. С приложением статьи Виктора Ховина «Предсмертный Розанов». / Сост. В. Р. Ховин. — Париж: Очарованный странник, 1928.
- ↑ Гиппиус «Задумчивый странник» . Дата обращения: 6 апрель 2016. Архивировано 6 август 2017 года.
- ↑ Чуковский К. И. Дневник. 1901—1969 Т 2. — ОЛМА Медиа Групп. — 672 с. — ISBN 978-5-94850-033-1.
- ↑ Розанов в Онлайн Энциклопедии Кругосвет . Дата обращения: 11 март 2010. Архивировано 1 март 2010 года.
- ↑ 35,0 35,1 35,2 Русский Нил. вступительная статья . Дата обращения: 11 март 2010. Архивировано 15 октябрь 2011 года.
- ↑ В. Г. Сукач «Моя душа сплетена из грязи, нежности и грусти». Журнал «Наше наследие» . Дата обращения: 30 апрель 2009. Архивировано 14 ноябрь 2007 года.
- ↑ Коллекция В. В. Розанова . Государственный музей изобразительных искусств имени А. С. Пушкина: отдел нумизматики. Дата обращения: 31 ғинуар 2020. Архивировано 14 май 2021 года.
- ↑ Экспозиционно-выставочное пространство «Музей Просвещения» — НГПУ им. К. Минина . mininuniver.ru. Дата обращения: 27 июнь 2022. Архивировано 6 июнь 2022 года.
- ↑ Ҡалып:Автор. Филологические пассажи / сост. Н. Е. Васильева; отв. за вып. Б. В. Кондаков. — Филологический юмор (Gaudeamus igitur). — Пермь: Пермский государственный национальный исследовательский университет, 2019. — С. 67—68. — 380 с. — ISBN 978-5-7944-3252-7.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Болдырев Н. Ф. Семя Озириса, или Василий Розанов как последний ветхозаветный пророк. — Челябинск: Урал, 2001. — 477, [1] с.: ил. — (Биографические ландшафты). — ISBN 5-8029-0196-9
- Галковский Д. Счастливый Розанов (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4214
дня) — история, копия) — статья в «Литературной газете» о судьбе Розанова как писателя и философа в России.
- Голлербах Э. В. В. Розанов. Жизнь и творчество. — Петербург: Полярная звезда, 1922. — 110 с., [1] л.
- Голубкова А. А. Литературная критика В. В. Розанова: опыт системного анализа. / А. А. Голубкова; науч. ред. И. А. Едошина. — Кострома : КГУ им. Н. А. Некрасова, 2013. — 432 с. — (Библиотека журнала"Энтелехия".) ISBN 978-5-7591-1374-4
- Грифцов Б. А. Три мыслителя: В. Розанов, Д. Мережковский, Л. Шестов. — Москва: Тип. В. М. Саблина, 1911. — [2], 189, [2] с.
- Грякалова Н. Ю. Гендерный проект В. В. Розанова и «русская идея» // Человек модерна: Биография — рефлексия-письмо. — СПб., 2008. — С. 120—130.
- Розанов / Джимбинов С. Б. // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
- Евлампиев И. И. В. Розанов и Ф. Ницше: поиски истинного христианства // Вестник Русской христианской гуманитарной академии. Том 12, вып. 3. — Санкт-Петербург: Издательство Русской христианской гуманитарной академии, 2011. — С.136—147.
- Куприянов П. С. Розанов Василий Васильевич // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : Энциклопедический словарь. — М: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 622—623. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Лебедева В. Г. Феномен «панэвтихизма» в концепции Василия Розанова // Лебедева В. Г. Судьбы массовой культуры России. Вторая половина XIX-первая треть XX века. — СПб., 2007. — С. 136—140.
- Медведев А. А. Национальный нигилизм и его преодоление в «Апокалипсисе нашего времени» В. В. Розанова // Соловьёвские исследования. — 2018. — Вып. 2(58). — С. 88—99.
- Медведев А. А. Феномен Лермонтова в эссеистике В. В. Розанова // Известия Уральского федерального университета. Сер. 2: Гуманитарные науки. — 2014. — № 4(133). — С. 59—67.
- Михайловский Н. К. О г. Розанове, его великих открытиях, его маханальности и философической порнографии.
- Николюкин А. Н. Розанов. — М.: Мол. гвардия, 2001. — 511 с. — (Жизнь замечательных людей. Сер. Биогр.; вып. 788).
- Равкин З. И. В. В. Розанов — философ, писатель, педагог. Жизнь и творчество. — М., 2002.
- Рубинс М. О. Василий Розанов и Русский Монпарнас (1920—1930-е гг.) // Ежегодник Дома русского зарубежья имени Александра Солженицына 2013 — М., 2014. — С. 541—562.
- Руднев П. А. Театральные взгляды В. В. Розанова. — М.: Аграф, 2003. — 380 с., илл. — (Символы времени). — ISBN 5-7784-0240-6
- Свенцицкий В. Христианство и «половой вопрос» (По поводу книги В. Розанова «Люди лунного света») // Новая Земля. — 1912. — № 3/4, 7/8.
- Селивачёв А. Ф. Психология юдофильства // Русская мысль. — 1917. — Кн. 2. — С. 40—64.
- Селивачёв А. Ф. Психология юдофильства. В. В. Розанов // В. В. Розанов: Pro et contra. Книга 2. — СПб., 1995. — С. 223—239.
- Сукач В. Г. В. В. Розанов. Апокалиптика русской литературы // Новый Мир, 1999. — № 7.
- Сукач В. Г. Василий Васильевич Розанов: Биографический очерк. Библиография. — М.: Прогресс-Плеяда, 2008. — 224 с.
- Ховин В. Р. Не угодно ли-с?!: Силуэт В. В. Розанова. — Петроград: Очарованный странник, 1916. — 30 с.
- Шкловский В. Б. Розанов. — [Петроград]: ОПОЯЗ, 1921. — 56 с.; — ([Сборники по теории поэтического языка; Вып. 4. Сюжет 3]).
- Шнирельман В. А. Колено Даново: эсхатология и антисемитизм в современной России / Российская академия наук, Институт этнологии и антропологии имени Н. Н. Миклухо-Маклая. — М.: Издательство ББИ, 2017. — xiv+617 с. — (Диалог). — ISBN 978-5-89647-364-0.
- Leskovec P. Basilio Rozanov e la sua concezione religiosa. — Roma, 1958: Rozanov. — L., 1962.
- Ҡалып:Antisemitism:Encyclopedia
- Ҡалып:Antisemitism:Encyclopedia
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розанов Василий Васильевич Викимилектә |
- Библиография литературы о Розанове. 1906—1913
- Василий Васильевич Розанов — видеофильм
- «Историческая роль Столыпина» 1911 г.
- «С печальным праздником» Пасха 1918 года
- Уединённое 2016 йыл 6 март архивланған.
- Розанов в Библиотеке «Вехи»
- Розанов в Библиотеке о. Якова Кротова 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- Розанов Василий Васильевич. Биография. Библиография.
- Розанов в Библиотеке Николая Федоровского
- Василий Розанов 2018 йыл 24 декабрь архивланған. в Галерее Международного общества философов 2019 йыл 5 ғинуар архивланған. (инг.)
- [ Розанов Василий Васильевич] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Ҡалып:Из ЛЭ
- Василий Розанов на сайте Проекта1917
- «Моя душа сплетена из грязи, нежности и грусти» — о Розанове
- Auto-портрет Розанова (Составлен В. Г. Сукачем по книгам «Литературные изгнанники», «Мимолётное», «Уединённое», «Опавшие листья», «Сахарна»)
- Путь Розанова: «Небесное и земное»
- О Розанове (Парижский доклад 1938 г.)
- Дорошевич В. М. Нечто о пуговицах и о школе.
- Александр Крутов. В. Розанов как зеркало будущего успеха ЛДПР // Новый взгляд : газета. — 1995. — № 32. — С. 01—02.
- Сукач В. Г. Детские годы Розанова
- Павел Гольдштейн. О В. В. Розанове . Заметки по еврейской истории (август 2012). Дата обращения: 15 август 2012.
- Сочинения В. В. Розанова на сайте Тверской епархии
- Википедия:Cite web (некорректное использование: параметры архивации)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- 2 майҙа тыуғандар
- 1856 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 5 февралдә вафат булғандар
- 1919 йылда вафат булғандар
- Мәскәү университетының тарих-филология факультетын тамамлаусылар
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- XX быуат рус яҙыусылары
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- Рәсәй философтары
- XX быуат философтары
- Эстетиктар
- Шәхестәр:Этика
- Википедия:Мәҡәләлә Викикитапханаға һылтанмаһы булған мәҡәләләр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй империяһы эссесылары
- Алфавит буйынса эссесылар
- Рәсәй эссесылары
- Афористар
- Рәсәйҙең әҙәби тәнҡитселәре
- Рәсәй империяһы публицистары
- Шәхестәр:Рәсәй империяһында антсемитизм
- Шәхестәр:Арий теорияһы
- Сергиев-Посадта ерләнгәндәр