Роза Попова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Роза Попова
болг. Роза Попова
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Bulgaria (1948-1967).svg Болгария
Тыуған көнө 1879
Тыуған урыны Болгария кенәзлеге[d], София[1]
Вафат булған көнө 11 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Вафат булған урыны Народная Республика Болгария[d], Мездра[d][1]
Хәләл ефете Стоян Попов[d]
Һөнәр төрө актёр
Архивы хранятся в Центральный государственный архив Болгарии[d]
Commons-logo.svg Роза Попова Викимилектә

Руска Михайлова Мануйлова (болг. Руска Михайлова Мануилова)[2], сәхнә псевдонимы Роза Попова (Мездра, Врачан өлкәһе) — болгар театры актрисаһы, режиссёр һәм театр эшмәкәре[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Руска Михайлова Мануйлованың тыуыу урыны һәм сығышы тураһында мәғлүмәттәр ҡаршылыҡлы. Суҡындырыу тураһында таныҡлыҡҡа ярашлы, Роза Попова 1878 йылдың көҙөндә тыуған. Әсәһе — Филипина Глаз Нови-Сад, атаһы — Михаил Манойлович, шулай уҡ шунда тыуған. Руска ата-әсәһен иртә юғалта, өлкән апаһы уның тураһында хәстәрлек күрә[4]. В возрасте 15 лет встречает своего будущего мужа, и уже в 16 лет они тайно женятся[2]. 15 йәшендә үҙенең буласаҡ ирен осрата, һәм 16 йәшендә ул йәшерен никахлаша[2].

Өлкән синыфта Руска «Зора» күсмә театр труппаһына инә. Театр сәнғәтенә актёр һәм режиссер Константин Сапуновта өйрәнә. 1897 йылда Велико-Тырново ҡалаһында сәхнәлә «Ихлас дуҫлыҡ» пьесаһында София ролендә беренсе тапҡыр сығыш яһай[5]. Иренең театр труппаһы менән сәйәхәт итә. 1900 йылдан 1902 йылға тиклем «Күҙ йәше һәм көлөү» театры труппаһында уйнай, шулай уҡ М. Стойковичтың хорват театр труппаһы составында сығыш яһай.

Ғүмере буйы драматик ролдәрҙе башҡара, күп кенә йәмәғәт сараларында ҡатнаша, Болгарияла милли театр сәнғәтен үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ итә, уның исеме мотлаҡ София, Пловдив, Русе ҡалаларының мәҙәни тормошо менән бәйле. Париж журналы «Минерва» уны «болгар Сара Бернары» тип атай («Македония» гәзитенең 26.XI.1933й. мәҡәләһе). Уның уҡытыусыһы, Бухарест консерваторияһын тамамлаусы һәм Болгарияның беренсе профессиональ актерҙарҙың береһе Константин Сапунов[6] Роза Попованың «һирәк фажиғәле талантын» билдәләй[7].

Болгар театры тураһында мәҡәләһендә Гео Милев Роза Попованы һәм Адриана Будевскаяны Болгарияның берҙән-бер ысын драматик актрисалары кеүек билдәләй. Балҡан һуғыштары йылдарында роза сәхнгәне ҡалдыра һәм хәрби госпиталдә ҡорһаҡ тифы менән яфаланғандарҙы тәрбиәләй. Ҡайтыу менән уны үҙ театрын булдырыу идеяһы солғай. Ире менән ул буласаҡ театр проектына ижади база һәм финанс булдырыу өсөн Деде Агачҡа юллана. 1915 йылда Деде Агачта уларҙың йорто бомбаға эләгә һәм емерелә, уның менән буласаҡ театр өсөн пьеса оригиналдары, тәржемәләр, гардероб, китапхана юҡҡа сыға[4].

1900 йылдан уны маниакаль табыныусы, Врацанан 25 йәшлек уҡытыусы һәм шағир Тодор Богданов эҙәрлекләй[3]. 1903 йылдың 20 ғинуарында ул Розаға һәм үҙенә ата. Актриса ауыр яралана һәм оҙаҡ дауалана. Һөжүм Софияла шау-шыулы ваҡиғаға әүерелә, һәм бер аҙҙан Розаны Милли театрҙан эштән бушаталар[3].

1904 йылдан 1906 йылға тиклем ул әленән әле режиссер сифатында сығыш яһай һәм парраллель рәүештә Пловдивта театр труппаһында сәхнәлә сығыш яһай. Шунан ул Венаға әҙәбиәт һәм Вена университетында медицина өйрәнеү өсөн сығып китә. 1908 йылда Болгарияға ҡайта һәм ҡабаттан уны Милли театрға эшкә саҡырып алалар. Унда ул 1910 йылға тиклем уйнай.

1910—1911 йылдарҙа ул Русе ҡалаһында театрҙа беренсе режиссер-ҡуйыусы була[8].

Күпмелер ваҡыт Ирекле театрҙа эшләй. Ул боронғо грек трагедияларынан алып хәҙерге драмаға тиклем донъя әҙәбиәте әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған театр программаһын эшләй, әммә идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар таба алмай. Драматург һәм тәнҡитсе Святослав-Камбуров-Фурене менән берлектә беренсе болгар театр студияһына нигеҙ һала, унда театр педагогикаһы менән шөғөлләнә. Камбуров уның өсөн Дилантур псевдонимы аҫтында нәшер ителгән «Завет» пьесаһын ҡуя. Тиҙҙән студия ябыла, ауыр тормош башлана, Розаның һаулығы насарая, ул өйҙә ултыра. Иң ауыр йылдар 1923 йылдан 1925 йылға тиклем һуҙыла. Апаһының ире төрмәлә үлтерелә, актриса берҙән-бер ҡорамынан — сәхнәнән айырыла[4]. 1923 йылда Болгар театр студияһына нигеҙ һала.

1926 йылдың 15 майында Милли театр ике бөйөк актрисаның — Роза Попованың һәм Маня Икономованың театр һәм ижади тормошоноң 25 йыл тулыуы айҡанлы тантаналы байрам ойоштора. Уларҙың эшенә арналған материалдар йыйынтығы баҫылып сыға. Актриса байрамда ҡатнашмаҫ өсөн баш ҡаланан китә. Ул с әхнәнән китеүе һәм мемуарҙар яҙа башлауы тураһында белдерә. Роза Попова бик һирәк булһа ла уйнауын дауам итә. 52 йәшендә, 1930 йылда Зудермандың пьесаһы буйынса Стоян Поповтың юбилейына арналған спектаклдә Магда ролендә сығыш яһай. Уның был ролдә һуңғы тапҡыр күренеүе өс йылдан һуң Зудерман үлеменең бишенсе йыллығын рәсми байрам итеүҙә була. Барлыҡ тиерлек София гәзиттәре был тамашаны яҡтырта. Роза Попованың сығышы баш ҡала аудиторияһында һоҡланыу тыуҙыра. «Бәрхәт тауышы яңғырай, әрнетә һәм тулҡынландыра. Ул туранан-тура күңелдәргә үтеп инә, һәм был тауыш күңелдең бер ҡылын да битараф ҡалдырмай», — тип яҙа 1933 йылда болгар шағиры Владимир Русалиев «Болгар милли театр» мәҡәләһендә.

1926 йылда Теодор Траянов үҙенең «Песня странника» поэмаһын Роза Поповаға арнай[9].

Уның профессиональ эшмәкәрлеге тураһында һуңғы мәғлүмәт 1937 йылға ҡарай, ул саҡта Роза Попованы Шуменда өлкә оперетта һәм драма театрын етәкләргә саҡыралар, унда ул театр директоры була[7]. Шумен халҡы хәтирәләре буйынса, Роза һәм Стоян Поповтар гастролдәр ваҡытында ғына түгел, шулай уҡ дәүләт хеҙмәте йылдарында ла аҙыҡ-түлек һатып алыу сөнө китапханаларынан китап һаталар. Ике миҙгел дауамында Роза Попова труппаның яңы театр репертуарын ойоштора, һуңғараҡ унан бөйөк болгар театры актёрҙары сыға. Шумен театры йылъяҙмаһында был осорҙо, башлыса, «Иванку — убийца Асении» спектакле менән бәйләйҙәр. Төп ролде Димитр Стратег (Исак), Роза Попова (Мария) һәм Владимир Шейтан (Иванку) башҡара[4]. Ире үлгәндән һуң Роза Попова театрҙан бөтөнләй китә. Ҡабаттан Святослав Камбуровҡа кейәүгә сыға, әммә уның һаулығы ныҡ ҡаҡшай, һәм ул ауылға китә, унда апаһы менән йәшәй. Улар етешһеҙ, хатта ярлы тиерлек йәшәй, актриса 1949 йылдың 11 апрелендә Мездрала бәләкәй генә йортта вафат була. Ул XIX быуат аҙағы һәм XX быуат башының Европа театры тормошона инеп китә алған үҙ ваҡытының рәссамы булараҡ хәтерҙә ҡала. Михаил Арнаудов актриса тураһында былай тип яҙа:

«Болгар театрын булдырған Болгария халҡының ижади көстәре бай ине, әммә улар араһында бик һирәк булган Роза Попова ла бар ине. ... уның таланты сит илдә болгар сәхнәһен биҙәгән һәм болгар исемен данлаған …»

II дәрәжә ҡатын-ҡыҙ тәреһе һәм гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн Халыҡ ордены менән бүләкләнә[4].

Революция һәм әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт һәм театр эшмәкәрлегенән тыш Роза Попова тәржемә һәм әҙәбиәт менән шөғөлләнә — ул күпселек пьесалар тәржемә итә, уларҙы сәхнәгә ҡуя, мемуарҙар, шиғырҙар, легенда, хикәйә, тәнҡит мәҡәләләр яҙа[3].

Роза Попова Македония һәм Көнсығыш Фракия революция хәрәкәтенә ҡушыла. 1913 йылда Македония һәм Көнсығыш Фракия милицияһының хәрби госпиталендә шәфҡәт туташы була[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 2,2 Актрисата Роза Попова простреляна от ревност — monitor.bg, 22 януари 2005
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ҡалып:Бэб
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Ина Божидарова Роза Попова (1878-1949)  (болг.). 6 июнь 2020 тикшерелгән.
  5. Енциклопедия на българския тетаър — София: Издателска къща „Труд“, 2008. — Б. 371. — ISBN 9545287713.
  6. Терзиева М. Т Педагогическая и театральная деятельность Добри Войникова в Румынии (рус.) // Перспективы науки и образования : Журнал. — 2019. — № (40). — С. 405-414. — DOI:10.32744/pse.2019.4.31
  7. 7,0 7,1 Маниак прострелва Роза Попова  (болг.). 6 июнь 2020 тикшерелгән.
  8. История на русенския драматичен театър (болг.). Драматичен театър „Сава Огнянов“, Русе.. www.rusetheatre.com. 24 март 2020 тикшерелгән.
  9. Траянов, Теодор „Скитнишки напев“  (болг.). Моята библиотека. 21 ғинуар 2015 тикшерелгән.