Ростовтың күтәрелә торған тимер юлы күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ростовтың күтәрелә торған тимер юлы күпере
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ростов өлкәһе
Урынлашыу Дондағы-Ростов
Рәсми асылған ваҡыты 1874
Проходит над/под Дон
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Оҙонлоҡ 300 метр
Киңлек 11 метр
Commons-logo.svg Ростовтың күтәрелә торған тимер юлы күпере Викимилектә

Ростовтың хәрәкәтсән (күтәрелә торған) тимер юлы күпере — ике юллы биш тороҡло һәм урта өлөшөндә күтәрелә торған күпер. Дондағы Ростовта Темерник йылғаһы тамағы менән йәнәш урынлашҡан. Күпер аша күп пассажир поездары, һәм әҙ миҡдарҙа йөк поездары үтә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1874 йылда күпер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе күпер 18731874 йылда Э.М. Зубов проекты буйынса Владикавказ тимер юлы төҙөлгән ваҡытта төҙөлә.

Караптарҙың күпер аша үтеүе ҡатмарлы була, күперҙең бағаналары менән караптарҙың бәрелештәре йыш була. Шуға күрә 1879 йылда Дон комитеты инициативаһы менән махсус ысҡындырғыс баржа төҙөлә[1]

1917 йылда күпер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уңайһыҙлыҡтары һәм бер юллы күперҙең етерлек кимәлдә үткәреү һәләтенә эйә булмауы 1912 йылда яңы ике юллы күпер төҙөргә ҡарар ҡабул итеүгә килтерә. Профессор Станислав Белзецкий ғалим күпер төҙөүсе Николай Белелюбский һәм профессор Григория Передерия ҡатнашлығында урта өлөшө вертикаль күтәрелеүсе өс тороҡло күпер проектын эшләй. Был Рәсәйҙә ошондай конструкциялы беренсе күпер була. 1917 йылда төҙөлгән күперҙе Ростов халҡы Америка күпере тип атай, сөнки бындай күперҙәр XIX быуат аҙағында тик Төньяҡ Америкала төҙөлгән. Иҫке күпер 1920 йылдарҙа һүтеп алына, уның конструкциялары Сочи — Адлер тимер юлын төҙөүҙә ҡулланыла[1].

Һуғыш йылдарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Destructed rail bridges in Rostov.jpg
Ростовты азат иткәндән һуң күпер торошо

Һуғыштың тәүге айҙарында ваҡытлыса литерлы күпер төҙөлә. Ростовтың беренсе оккупацияһы осоронда 1941 йылдың 21 ноябрендә сигенеүсе Ҡыҙыл Армия саперҙары Америка күперенең көньяҡ тороғон һәм литерлы күперҙе шартлата[2]. Әммә 28 ноябрҙә Ростов азат ителгәндән һуң, литерлы күпер тергеҙелә. Ростовтың икенсе оккупацияһы ваҡытында литерлы күпер тағы шартлатыла, әммә һуңынан уны немецтар тергеҙә. 1943 йылдың февралендә Ростовты азат иткәндә ике күпер ҙә тулыһынса тиерлек емерелә.

Һуғыштан һуңғы осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1945 йылда Америка күперенең таяуҙарында ваҡытлыса хәрәкәтһеҙ күпер төҙөлә. 19491952 йылдарҙа литерлы күпер урынына яңы күпер төҙөлә, уд бөгөнгө көнгә тиклем ҡулланыла[1]. Үҙенең конструкцияһы буйынса ул иҫке Америка күперенән аҙғағына айырыла. 1945 йылғы күпер һүтеп алына, ә таяуҙары әлегә тиклем тора.

20012003 йылда күперҙе реконструкциялау үткәрелә, шахталары араһында тотороҡлоҡ өсөн урҙалар урынлаштырыла[3].

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дон йылғаһы аша күтәрелә торған тимер юл күпере. Дондағы Ростов

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мосты Ростова-на-Дону
  • Кузьминский железнодорожный мост

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]