Эстәлеккә күсергә

Рошаль майҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рошаль майҙаны
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кронштадт
 Рошаль майҙаны Викимилектә

Рошаль майҙаны — Санкт-Петербургтың Кронштадт районындағы үҙәк майҙан. Ҡаланың тарихи үҙәгендә, Совет урамы һәм Рошаль урамы киҫешкән ерҙә, Якорь майҙаны ҡаршыһында урынлашҡан.

Майҙан XVIII быуат аҙағынан билдәле. 1770 йылдан башлап император Екатерина II хөрмәтенә Екатеринина исемен йөрөтә. Яҡында шулай уҡ Оло һәм Кесе Екатеринина урамдары үтә. XIX быуаттан башлап — Комендант майҙаны. Бында комендатура, гауптвахта һәм атырға өйрәнеү урыны урынлашҡан була. Был урын ҡойма менән уратып алына һәм һаҡсылар тарафынан һаҡлана. Ләкин 1840-сы йылдарҙа былар барыһы ла һүтелә һәм тик комендатура бинаһы ғына төҙөлә, ул 1917 йылға тиклем шунда урынлаша.

Файл:Moryakam Baltiki.JPG
Балтика революцион матростарына һәйкәл

Февраль революцияһынан һуң, 3 марттан уҡ, был бинала РСДРП(б.) комитеты урынлаша. Уның эшендә төрмәнән сығарылған С. Г. Рошаль ҡатнаша, ул төрмәгә большевиктар идеяһын пропагандалаған өсөн эләккән була. Уның Румынияла вафатынан һуң майҙан һәм уның эргәһендәге урам уның исеме менән атала.

Революциянан һуң майҙандың тәғәйенләнеше ҡырҡа үҙгәрә — хәҙер был байрамдарҙа халыҡтың күңел асыу урыны, йәй ошонда Футбол уйнайҙар, ҡыш һырғалаҡ яһала.

  • 1967 йылдың 31 октябрендә майҙанға исеме бирелгән кеше тураһында иҫтәлек итеп, уның профиле барельефы менән мемориаль таҡтаташ асыла.
  • Балтика революцион матростарына һәйкәл (авторы — Н. С. Кочуков)
  • Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 141. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
  • Зодчие Санкт-Петербурга. XX век / сост. В. Г. Исаченко; ред. Ю. Артемьева, С. Прохватилова. — СПб.: Лениздат, 2000. — 720 с. — ISBN 5-289-01928-6.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — СПб.: Норинт, 2002. — 353 с. — ISBN 5-7711-0019-6.