Рубо Франц Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рубо Франц Алексеевич
нем. Franz Roubaud
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Germany (3-2 aspect ratio).svg Германия
Тыуған көнө 17 июнь 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Херсон губернаһы[d], Одесса
Вафат булған көнө 13 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[5] (71 йәш) или 11 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2] (71 йәш)
Вафат булған урыны Веймар Республикаһы, Мюнхен
Ерләнгән урыны Бавария
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө рәссам, университет уҡытыусыһы
Эш биреүсе Высшее художественное училище[d]
Жанр батальный жанр[d]
Уҡыу йорто Одесское художественное училище[d]
Мюнхенская академия художеств[d]
Эш урыны Рәсәй империяһы
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Franz Roubaud
Commons-logo.svg Рубо Франц Алексеевич Викимилектә

Рубо Франц Алексеевич (17 июнь 1856 йыл, Одесса, Рәсәй империяһы — 13 март 1928 йыл, Мюнхен, Веймар республикаһы[6]) — Рәсәй империяһы панорамасы рәссамы, академик һәм Император Художество академияһының баталиялар оҫтаханаһы етәксеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Франц Алексе́евич Рубо́ 1856 йылдың 17 июнендә Одесса ҡалаһында Рәсәйҙә төпләнгән француз коммерсанты ғаиләһендә тыуған.

1865—1877 йылдарҙа — Одесса һүрәт төшөрөү мәктәбендә, ә 1878—1883 йылдарҙа Мюнхен Рәсем сәнғәте Академияһында уҡыған. Баталиялар төшөрөү буйынса белгеслеккә әҙерләнгән.

1903 йылдан Рубо Император художество Академияһының баталиялар оҫтаханаһы профессор — етәксеһе.

1912 йылда Рубо тулыһынса Германияға күсә. Һуңғы йылдарҙа заказсылары булмай, уны онотоп бөтәләр тиерлек.

Франц Рубо 1928 йылдың 13 мартында Мюнхенда вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәссамдың ейәнсәре — Сильвия Рубо, Мюнхенда 1941 йылда тыуған. Ул — абстракционист рәссам[7].

2010 йылда, Севастополь панорамаһы юбилейына Сильвия Рубо «Фрагменты живописного полотна Панорамы Ф. А. Рубо „Штурм 6 июня 1855 года“» каталогына баш һүҙ яҙа һәм музейға ғаилә архивынан ике фотография бүләк итә[8].

Панорамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Франц Рубо өс баталия панорамаһы авторы: «Оборона Севастополя», «Бородинская битва», «Штурм аула Ахульго». Рәсәйҙең панорама рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, ике йөҙләп монументаль полотно яҙған.

Император Александр II янында башҡорттарҙың ыласын менән һунар итеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ф. Рубо. Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнашлығында ыласындарға һунар итеүе

Рәсәйҙә ҡоштар менән һунар итеү киң таралған була. Йышыраҡ был маҡсатта ыласын ҡош файҙаланылған. Әммә Х1Х быуат урталарына был шөғөл популярлығын юғалта бара, бигерәк тә батша Алексей Михайловия вафатынан һуң ыласын өйрәтеүселәр ҙә кәмей, етмәһә, ваҡ малға тейә тип, йыртҡыс ҡоштарҙы күпләп ҡырыу башлана.

Бик һирәк төбәктәрҙә генә, шул иҫәптән, Ырымбур губернаһында ҡош менән һунарға йөрөү һаҡлана.

Һуңғы тапҡыр рәсми рәүештә батшаның ыласын менән һунарға сығыуы 1856 йылда теркәлгән[9]. Был Мәскәүҙә император Александр II коронацияһына — таж кейҙереүгә бәйле тантаналар ваҡытында булған.

1856 йылдың сентябрендә Ырымбур генерал-губернаторы граф Перовский Василий Алексеевич император коронацияһына аусы ҡоштары менән башҡорттарҙы ебәрә[3].

Башҡорттарҙан был тантанаға Фәхретдин Өмөтбаев делегация алып бара. Таж кейҙереү тантаналарына бәйле саралар ваҡытында ыласын менән һунар итеүҙе ойоштора. Шуның өсөн император Александр II Фәхретдин Өмөтбаевҡа бриллиант ҡашлы йөҙөк бүләк итә[10].

Рәссам Ф. Рубо ошо ваҡиға айҡанлы «Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнаш­лығында ыласындар менән һунар итеүе» исемле картинаһын яҙа. Ул 1911 йылда Н. И. Кутеповтың «Великокняжеская, царская и императорская охота на Руси» тигән 4 томлыҡ очерктарында баҫылып сыға[11]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дагирова Д. А. Ахульго, Дагестан, Кавказ в творчестве Франца Рубо — Махачкала, 2012. — 120 б. — 500 экз. — ISBN 9785914710801.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]