Эстәлеккә күсергә

Император Художество академияһы ҡарамағындағы Юғары художество училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Император Художество академияһы ҡарамағындағы Юғары художество училищеһы
Нигеҙләү датаһы 1894
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Высшего художественного училища[d]

Император Художество академияһы ҡарамағындағы Юғары художество училищеһы (1894—1918) — рус. Высшее художественное училище при Императорской Академии художеств — Рәсәй империяһының Император Художество академияһы ҡарамағындағы юғары художество уҡыу йорто[1].

Юғары художество училищеһы 1893—1894 йылдарҙа Император Художество академияһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Үҙгәртеп ҡороу инициаторы — академияның вице-президенты граф И. Толстой була.

1893 йылдың аҙағында раҫланған «Ваҡытлыса устав» элекке Академияны ике учреждениеға бүлә:Академия үҙе (Президент, вице-президент, конференц-секретарь, Академияның 60 мөхбир һәм 20 почётлы ағзаһынан тора) — «Рәсәйҙә сәнғәтте һаҡлау, үҫтереү һәм таратыу» маҡсатындағы дәүләт учреждениеһы; икенсеһе — Рәсәй империяһының юғары уҡыу йорто — Академия ҡарамағындағы «Профессорҙар советы» менән идара ителгән Юғары художество училищеһы[2], Юғары художество училищеһының беренсе ректоры булып А. Н. Померанцев эшләгән.

Ике учреждение ла Петербургта Университет яр буйы урамындағы Художество академияһының тарихи бинаһында урынлашҡан.

Юғары художество училищеһына элекке профессорҙар урынына рәссам-передвижниктар саҡырылған. Училищела уҡыу программаһы ярайһы уҡ үҙгәрә: антикалар бөтөрөлә; профессор-етәкселәр институты ойошторола; конкурс һынауҙары өсөн ирекле темалар билдәләнә.

Юғары художество училищеһында дежур профессорлы синыфтар төп педагогтарҙың даими етәкселегендәге персональ оҫтаханалар менән алмаштырыла. Профессор-етәксенең оҫтаханаһына килгәнсе «дөйөм кластарҙа» ике йыл натуранан һүрәт төшөрөү күнекмәләре үткәрелә. «Впервые ученики академии, освободившись от узких рамок специализации в классах исторической, портретной, жанровой, батальной и пейзажной живописи, получили возможность учиться искусству в мастерских под руководством известных мастеров, где они смогли почувствовать вкус к свободе творчества»,- тип яҙа Бобров Ю. Г.[3].

Академияға яңы профессорҙар килә, улар араһында И. Е. Репин айырылып тора. Уның өсөн оҫтахана Император художество академияһының өҫкө ҡатындағы башҡа биналарынан махсус рәүештә ҡушып төҙөлә. Башҡа персональ оҫтаханаларға етәкселек итеү өсөн В. Е. Маковский, И. И. Шишкин,А. И. Куинджи, А. Д. Кившенко, һуңғараҡ А. А. Киселёв, Д. Н. Кардовский, Н. Н. Дубовской, В. Е. Савинский, Н. С. Самокиш, В. В. Матэ саҡырыла.

Жанрҙар буйынса оҫтаханаларҙың формаль рәүештә бүленеүе дауам итһә лә (И. Е. Репин оҫтаханаһы — тарихи һынлы сәнғәт оҫтаханаһы, В. Е. Маковскийҙыҡы — жанрлы, А. Кившенконыҡы — баталиялар, А. И. Куинджи һәм И. И. Шишкиндыҡы — пейзаж тип иҫәпләнгән), ғәмәлдә бүленеш ҡалмаған булған. Куинджи менән Маковский тарихи темаларға картина яҙған, Репин — портреттар һәм пейзаждар. Оҫтахана уҡыусыһын һайлағанда уның ниндәй рәссам рухына яҡыныраҡ булыуы төп критерий була. Тап педагогтың шәхесе сюжеттар даирәһен генә түгел, сәнғәт мәсьәләләрен дә билдәләй.

Репин, Куинджи, Киселёв, Кардовский, Матэның уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге рус сәнғәте тарихының сағыу бите була. Репин оҫтаханаһында айырым йылдарҙа туҡһанға тиклем уҡыусылары була, улар араһында М.Б Греков, Д. Н. Кардовский, Б. М. Кустодиев, О. Э. Браз, Н. И. Фешин, И. Я. Билибин, И. Э. Грабарь, К. А. Сомов, Ф. А. Малявин, М. Б. Греков, И. И. Бродский, А. М. Любимов һәм башҡа бик күптәр. А. И. Куинджи оҫтаханаһында Николай Рерих, К. Ф. Богаевский, Константин Вроблевский, Виктор Зарубин, Николай Химона, Николай Рерих, Аркадий Рылов, Вильгельм Пурвитис, Фердинанд Рушиц, Александр Борисов, Евгений Столица, Николай Калмыков һәм башҡалар була.

Урта художество мәктәбе курсын тамамлаған йәки ҡабул итеү имтиханында һәләттәрен раҫлаған кешеләр училищеға уҡырға ҡабул ителгән; белем биреү цензы 6 класлы реаль училище курсы күләмендә билдәләнгән. Тәүҙә ике йыл уҡытыу дөйөм кластарҙа үтә, һуңынан профессор-етәксе оҫтаханаһында дүрт йыллыҡ дәрестәр бирелә.[4].

Юғары художество училищеһы ректорҙары:

  • А. 1894—1903 Н. Померанцев
  • 1903—1906 Л. Н. Бенуа
  • 1906—1911 В. А. Беклемишев
  • 1911—1917 Л. Н. Бенуа

XIX быуат аҙағында академияға йыл һайын 72626 һум бирелеп торған. Рәссамдарҙан тыш, Художество академияһы даими рәүештә картиналар күргәҙмәһе ойоштора. Академия ҡарамағындағы художество музейы һәр кем иркен инеп ҡарарлыҡ булған.

Художество академияһының бөтөрөлөүе менән (Совнаркомдың 1918 йылдың 13 апрелендәге декреты нигеҙендә[5]), Юғары художество училищеһы 1918 йылдың октябренән Петроград дәүләт ирекле художество уҡыу оҫтаханалары тип үҙгәртелә[4].

1921 йылдан улар яңынан төҙөлгән Художествво академияһы ҡарамағындағы Петроград дәүләт художество- уҡытыу оҫтаханалары тип йөрөтөлә; 1922 йылда Юғары художество-технология институтына үҙгәртелә (ВХУТЕИН, ЛВХТИ).

1930 йылда ВХУТЕИН Пролетар һынлы сәнғәт институты итеп үҙгәртелә (ИНПИИ). Архитектура факультеты бөтөрөлә, уның уҡыусылары Ленинград Коммуналь төҙөлөш инженерҙары институтына күсерелә (ЛИИКС, элекке Гражданлыҡ инженерҙары институты). 1932 йылда ИНПИИ Ленинград һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты тип үҙгәртелә, уға 1944 йылда Илья Ефимович Репин исеме бирелә. Был исем 1990 йылға тиклем һаҡлана, шул йылдан ул Репин исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты тип атала башлай

  1. В настоящее время (в результате преобразований) правопреемником Высшего художественного училища является Институт живописи, скульптуры и архитектуры имени И. Е. Репина.
  2. Лисовский В. Г. Академия художеств. — СПб.: «Алмаз», 1997. — С. 154—156.
  3. Бобров Ю. Г. Последние из могикан: персональная мастерская Владимира Симоновича Песикова // Мастерская Владимира Песикова. — СПб., Артиндекс, 2014. — С. 9.
  4. 4,0 4,1 Высшее художественное училище живописи, скульптуры и архитектуры // Энциклопедический справочник «Санкт-Петербург». — М.: Большая Российская энциклопедия, 1992.
  5. Евсевьев, 1989, с. 237